Ҡунаҡтар араһындағы тулы ғына кәүҙәле, яғымлы йөҙлө ҡатын баштан уҡ табынды шаян-көлкө һүҙҙәре менән дәртләндереп, үҙенә иғтибар йәлеп итте. Сағыу тауышы менән йыр башлаһынмы, ауыр кәүҙәһен еңел генә йөрөтөп, тетә баҫып бейеһенме – барыһы ла килешә үҙенә.
Аш араһындағы тәнәфестә кемдер тегегә шаярыу ҡатыш әйтеп ҡуйҙы:
- Миңсара, һин ҡалай ныҡ үҙгәргәнһең ул. Элек өйөңдән дә сыҡмай, ҡунаҡ-маҙарға ла йөрөмәй инең. Беҙ хатта һинең улай матур йырлағаныңды ла белмәй инек...
- Һеҙ белгән Миңсара үлде бит ул! - шулай тине лә сылтыратып көлөп ебәрҙе табын йәме булып йөрөгән ҡатын. Шунан етди төҫ, ҡарашына бер аҙ һағыш алып, түбәндәге хәлде һөйләне:
- Күпме ғүмер эскән ир менән заяға үткән. Эсә башлаһа, туҡтамай, ҡул күтәрергә лә күп һораманы. Ҡунаҡҡа йөрөп булмай, эсеп ала ла болара. Кеше саҡырырға ярамай. Шулай йәшәлде инде. Ауыл ерендә өс бала менән ҡайҙа бараһың. Уларҙы аяҡҡа баҫтырам, кешенән кәм-хур булмайым тип, баш баҫып йәшәгән дә йәшәгәнмен. Ә ғүмер тигәнең үтеп бара икән...
Бер көн шулай, әсәйемде тыуған көнө менән ҡотлап ҡайтам тип, тыуған ауылыма йыйынғас, тағы янъял сығарырға уйланы. Иҫерек ине. Берҙе генә этә төрткәйнем, карауатҡа һөргөлөп барып төштө. Нисәмә йылдар буйы аҙналап-айлап туҡтамай эскән ирҙең көс-кәре ҡайҙан булһын, һаулығы ла элеккесә түгел хәҙер. Шулай итеп, йәйәүләп биш саҡрымдағы ауылыма сығып киттем. Шунда үҙемә һүҙ бирҙем: бының был яғына үҙем өсөн йәшәйәсәкмен! Балаларым үҫеп, кеше булды, башҡаланды. Хәҙер саҡырған ергә барам, ауыл клубындағы ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленә яҙылдым әле. Элек гел үҙ алдыма моңло-һағышлы йырҙарҙы көйләп йөрөһәм, балаларым: “Әсәй, һинең тауышың ныҡ матур, ни эшләп кеше алдында йырламайһың?” – ти торғайны. Бына йырлар сағым да, гөрләтеп йәшәр сағым да еткәндер. Тормош эскән ир менән генә сикләнмәй икән ул. Тик шуны һуңлабыраҡ аңлағанмын... Һәр кемдең үҙ тормошо, үҙе һайлаған юлы. Нисек кенә тырышһаң да, ҡай берәүҙәрҙе үҙгәртеп булмай икән, шуға күрә үҙем өсөн дә йәшәргә ҡарар иттем әле! Йырлайым да, бейейем дә! – тип ҡарашында шаян осҡондар емелдәтеп, таҡмаҡ әйтеп ебәрҙе Миңсара.
Эскән иренә ҡул һелтәп, үҙе өсөн йәшәргә ҡарар иткән ҡатындың ҡылығын аҡлайһығыҙмы, хөрмәтле төркөмдәштәр?