– Беҙҙең бурыс – медицина ярҙамын бөтә халыҡ, шул иҫәптән алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн дә, юғары сифатлы һәм уңайлы итеү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшмәләрҙең береһендә.
Әле эшләү еңелерәк
Любовь Емаева медицина өлкәһендә 41 йыл хеҙмәт итә, шуларҙың 27 йылын - операция бүлмәһендә, 14 йылын Ишембай үҙәк район дауаханаһының эндоскопия бүлегендә эшләй. Уның бурыстарына пациенттарҙы яҙыу, уларға мәғлүмәт биреү, ҡорамалдарҙы, инструменттарҙы дезинфекциялау һәм процедуралар ваҡытында табипҡа ярҙам итеү инә.
- Бала саҡтан кешеләргә ярҙам итергә хыяллана торғайным, башҡаларҙың ауырыуын тоя, уны еңеләйтергә теләй инем, шуға күрә шәфҡәт туташы һөнәренә уҡырға ҡарар иттем. Быға бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, – ти Любовь Петровна. - Эндоскопия бүлегендә 14 йыл элек эшләй башланым, бының өсөн өҫтәмә әҙерлек үттем.
Любовь Емаева әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа эшләүе еңелерәк - бөгөн заманса ҡорамалдар ҡулланыла, ә процедураларҙа файҙаланылған күп кенә инструменттар бер тапҡыр ҡулланыла торғандарға алмаштырылған.
Былтыр декабрь айында бүлеккә ике яңы фиброгастроскоп алынған. Был приборҙар ярҙамында көнөнә 10-15 кеше тикшереү үтә. Ҡайһы берҙә процедура ваҡытында табиптар пациент үҙе лә белмәгән ауырыуҙарҙы таба. Тәүге стадияла уларҙы операцияһыҙ дарыуҙар менән дауаларға мөмкин. Тимәк, был ҡорамалдар дауалау өсөн генә түгел, ә етди ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә тәғәйенләнгән.
Һаулыҡ һаҡлау нигеҙе
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, медицина учреждениеларының ныҡлы матди-техник базаһы — һаулыҡ һаҡлау системаһы нигеҙҙәренең береһе. 2023 йылда был өлкәгә бөтә финанслау сығанаҡтарынан 106,9 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә медицина ярҙамы инфраструктураһы үҫешә. Былтыр төбәк властары Башҡортостан биләмәһендә 98 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкция, шул иҫәптән 84 фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ табип амбулаторияһы, дөйөм практика табибының биш офисын һатып алды һәм урынлаштырҙы.
Шулай уҡ бер табип амбулаторияһына капиталь ремонт үткәрелде, дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 203 миллион һумдан ашыу суммаға 185 автомобиль һатып алынды. Былтыр республикаға 25 күсмә медицина комплексы һәм 20 берәмек “ауыр” ҡорамал килтерелде.
– 2023 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә үҙәк район дауаханаһының неврология бүлеге мейелә ҡан әйләнеше боҙолған, йәрәхәтләнгән, аяҡ-ҡулдары һынған пациенттар өсөн күтәргес алды, - тип һөйләне Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдинов. - Бер йыл эсендә был күтәргес 50-нән ашыу осраҡта ҡулланылды.
Бынан тыш, дауаханаға паллиатив ауырыуҙарҙы алып барыу, табиптарҙың пациенттарға өйҙәренә йөрөү, биологик материалдарҙы тикшереүгә ташыу өсөн һигеҙ еңел автомобиль бирелде.
Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ
Республикала профилактик медицинаға ҙур иғтибар бүленә. “Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк”, – был һүҙҙәр һәр ваҡыт актуаль. 2022 йылда Башҡортостанда 1,5 миллион өлкән кеше һәм 850 меңгә яҡын бала диспансеризация һәм профилактик медицина тикшереүе үткән. Күсмә һаулыҡ үҙәктәре Башҡортостандың барлыҡ муниципаль райондарында 150 мең кешене үҙ эсенә алған 312 тораҡ пунктта булған. Шулай уҡ төрлө иҫкәртеү акциялары үткәрелә, улар араһында “Халыҡ һаулығы көндәре”, “Тормошҡа 10 000 аҙым” һәм башҡалар бар.
Ишембай районында 20 675 кеше - диспансеризация, 5499 кеше медицина тикшереүе үткән.
Ауылдарҙа дауалау эше нисек тора?
Алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙең һаулығы - республика властарының иғтибар үҙәгендә торған тағы бер тема.
- Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынлашҡан ниндәй генә экзотик биналарҙы күрмәнем, ә улар беҙҙә бөтәһе – 1960. Был объекттарға оҙаҡ ваҡыт тейешле иғтибар бүленмәгән, ә ауыл халҡы тап фельдшер-акушерлыҡ пункттарынан сығып дөйөм медицина тураһында фекер йөрөтә, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Шуға күрә алдыбыҙға иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарының бөтәһен дә алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ.
Ринат Ғәйнетдинов һүҙҙәренсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә Ишембай үҙәк район дауаханаһы мобиль күсмә флюорограф алған. Был алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәргә рентгенологик тикшереү үткәреү мөмкинлеген биргән. Ошо осорҙа 18 тапҡыр ауылдарға сығып 1714 тикшеренеү үткәрелгән. Һуңғы өс йылда Ҡанаҡай, Әрметрәхим, Әхмәр ауылдарында - фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Үрге Этҡолда, Маҡарҙа һәм Ҡолғонала табип амбулаториялары төҙөлгән.
- Бер нисә йыл элек Скворчихала яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Скворчиха ауыл Советы депутаты Елена Ускова. – Быға тиклем ул иҫке, авария хәлендәге бинала урынлашҡайны. Хәҙер иһә уңайлы бинаға барабыҙ, унда айырым бүлмәләр бар, һыу үткәрелгән. Фельдшерыбыҙ Рәшиҙә Ҡолмөхәмәтова Скворчихала күп йылдар эшләй. Ул бер ҡасан да шәхси ваҡытын иҫәпләмәй, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы - бик абруйлы кеше, белемле белгес, уның халыҡты уңайлы бүлмәлә ҡабул итеүенә бик шатбыҙ. Үҙебеҙгә лә заманса бинаға йөрөүе рәхәт.
Медицинаға йөрәк саҡырыуы буйынса
Радий Хәбиров кадрҙар сәйәсәтенең учреждениеларҙы матди-техник яҡтан йыһазландырыуҙан кәм булмаған мөһим фактор, тип иҫәпләй. Республикала табиптарҙы йәлеп итеү өсөн “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” кеүек программалар эшләй. Был һөнәрҙәр 300-гә яҡын хеҙмәткәргә былтыр компенсация түләүҙәрен алыу мөмкинлеген бирҙе.
Ишембай районында һуңғы өс йылда һигеҙ хеҙмәткәр “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашты һәм Бәрҙәшле, Яр-Бишҡаҙаҡ, Сәлих, Урман-Бишҡаҙаҡ, Аҙнай, Яңы Георгиевка, Ҡанаҡай һәм Восток ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләй башланы. “Ауыл табибы” программаһы буйынса ике терапевт Петровск участка дауаханаһына һәм Үрге Этҡол табип амбулаторияһына эшкә килде.
Кадрҙарҙы яңыртыу мәсьәләһе лә мөһим.
- Әгәр 2021 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусыларҙың барыһы ла беҙҙең дауаханаларға, поликлиникаларға, фельдшер-акушер-лыҡ пункттарына эшкә килһә, табиптарға ҡытлыҡ булмаҫ ине, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы Радий Хәбиров сығыштарының береһендә. - Минеңсә, колледждан һуң шәфҡәт туташы, фельдшер, лаборант булып эшләгәндәр бер ҡасан да медицинанан китмәйәсәк. Шуға күрә улар өсөн юғары белем алыу мөмкинлеген булдырырға, колледждан һуң юғары уҡыу йортонда уҡыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн уҡыу программаларын синхронлаштырыуҙы уйларға кәрәк.
Ишембай районы муниципаль районында әлеге көндә 173 табип һәм 557 урта звено медицина хеҙмәткәре эшләй.
- Беҙ йәш белгестәребеҙ менән ғорурланабыҙ, улар медицинаға йөрәк саҡырыуы буйынса килгән, был һөнәрҙе аңлы рәүештә һайлаған, - тип йомғаҡ яһаны Ринат Ғәйнетдинов.
Автор һәм Ишембай үҙәк район дауаханаһы архивы фотолары.