Йәмғиәт
24 Август 2024, 04:00

Хөрмәтле ишембайҙар!

Һеҙҙе Ҡала көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡала көнө - иң яратҡан һәм сағыу байрамдарҙың береһе. Ул барыбыҙҙы ла үҙенең ихласлығы, йылылығы менән яҡынайта. Үҙебеҙ ҙә, яҙмыштарыбыҙ ҙа төрлө булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе Ишембайға ҡарата һөйөү, уның тормошонда ҡатнашыу, тышҡы йөҙөн үҙгәртеү тураһында хәстәрлек күреү берләштерә.

Ҡала көнө – Ишембайҙы булдырғандарҙың, был ерҙә йәшәгәндәрҙең һәм эшләгәндәрҙең, балаларын һәм ейәндәрен үҫтергәндәрҙең, үҙенең кесе Ватанының яҙмышы өсөн яуаплылыҡ эстафетаһын үҙләштерәсәк быуындың байрамы.

Заманса Ишембай - динамик үҫешкән сәнәғәт ҡалаһы, унда машиналар эшләү һәм нефть тармағы, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, урта һәм бәләкәй
эшҡыуарлыҡ үҫешкән. Ҡала предприятиеларында һәм учреждениеларында намыҫлы эшләгән, тыуған республикабыҙҙың һәм бөйөк илебеҙҙең сәскә атыуына үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ.

Ҡәҙерле ишембайҙар! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, изгелек, тыныслыҡ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Ишембайыбыҙ тағы ла күркәмләнһен, матурланһын, унда йәшәү уңайлыраҡ, ҡала халҡының тормошо юғарыраҡ булһын!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас