Йәмғиәт
24 Август 2024, 09:24

Байрам күңелле башланды

Ишембайҙа ҡала көнө уңайынан А. Матросов исемендәге культура һәм ял паркы реконструкциянан һуң асылды.

Паркты асыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Ишемғолов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Паркта балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары асылды. Байрам уңайынан фотозоналар, күргәҙмәләр, концерт, төрлө уйындар ойошторолдо.

 

Автор фотолары.

Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Байрам күңелле башланды
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас