Йәмғиәт
17 Август 2024, 09:40

Һәйкәлдәрҙә - хәтер

Бөгөн, 17 август, Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл асылды.

Һәйкәлдәрҙә - хәтерҺәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер

Һәйкәл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы алдынан иғлан ителгән «Тере хәтер» хәйриә акцияһы сиктәрендә төҙөлдө. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов,
Хөкүмәт аппараты, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Ишембай районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Ишәй ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы булды. Акцияға ярашлы, Республика Хөкүмәте Аппараты хеҙмәткәрҙәре бер көнлөк эш хаҡын һәйкәл төҙөүгә күсергәйне.

"Беҙҙең илдә һәр ғаиләнең үҙ геройы бар: олатаһы, ҡартатаһы, тыуған илен яҡлап батырлыҡ күрһәткән атаһы йә ағаһы. Уларҙы ғорурлыҡ һәм оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Әгәр үткәндәрҙе иҫләйбеҙ икән, беҙҙең киләсәгебеҙ бар.

Был акцияға башҡалар ҙа әүҙем ҡушылырҙар, республикалағы барлыҡ һәйкәлдәр тәртипкә килтерелер тип ышанам, - тине Азамат Фәрит улы. Ул һәйкәл төҙөшөүҙә ярҙам күрһәткән, бәләкәй Ватанды үҫтереүгә өлөш индергән әүҙем ауылдаштарға дәүләт һәм хөкүмәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Тантанала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

 

Автор фотолары.

Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Һәйкәлдәрҙә - хәтер
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас