Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август , 19:00

Инвестиция сәғәттәре эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итә

Күңелеңде һалып эшләгән файҙалы продукция һәм күп балалы ғаилә өсөн үҙендең бизнесың – Ишембайҙан Сухаревтар ғаиләһе был ике күрһәткесте берләштерә ала. Наталья менән Дмитрий Ишембай районы хакимиәтендә үткән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә микройәшелсәләр үҫтереү буйынса бизнес-идеялары менән сығыш яһаны.

Инвестиция сәғәттәре эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итә
Инвестиция сәғәттәре эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итә
Тәҙрә төбөндәге баҡса
 
Сухаревтарҙың эшҡыуарлыҡта тәжрибәһе юҡ. Күп балалы ғаилә шәхси йорттарының бер бүлмәһендә үҙҙәре өсөн микройәшелсә үҫтерә. Баҡсаһында салат, руккола, брокколи, борсаҡ һәм редис үҫә.

- Үҫемлектәрҙең йәш үҫентеләрен ашайбыҙ һәм аш-һыуҙы биҙәү өсөн ҡулланабыҙ. Балаларыбыҙ ҙа микройәшелсәне, айырыуса бәләкәй улыбыҙ, бик ярата, - ти Наталья Сухарева. - Ә унда файҙалы матдәләр өлгөргөн үҫемлеккә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Был минең өсөн бик мөһим. Хәҙер күптәр сәләмәт туҡланыуға иғтибар бирә һәм беҙ был йүнәлеште перспективалы тип иҫәпләйбеҙ.

Сухаревтар файҙалы йәшелсәнең дөрөҫ туҡланыу тураһында хәстәрлек күргән кешеләр өсөн, кафе һәм ресторан хужалары араһында популяр буласағына ышана. Иң мөһиме, микройәшелсә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә килтереләсәк – ул ҡоролманан шунда уҡ ҡулланыусы өҫтәленә барып етәсәк.

- Беҙ йәш эшҡыуарҙарға үҙ эшен дәүләт ярҙамы менән башларға мөмкинлек биргән программалар барлығы тураһында белдек. Бизнес-планыбыҙҙа проекттың перспективалары хаҡында һөйләнек, бөтә иҫәп-хисаптарҙы килтерҙек, - тип аңлата Дмитрий Сухарев. - Беҙҙең өсөн финанс ярҙамы тәүге осорҙа яҡшы этәргес булыр ине.
Сухаревтар айына 2-3 мәртәбә 130-шар һауыт микройәшелсә үҫтерергә мөмкинлек биргән профессиональ гидропон ҡоролмаһын ҡарап ҡуйған да инде. Сифатлы сертификатлы орлоҡтар тапҡандар, уларҙың нисек шытыуын тикшергәндәр. Наталья үҫтереү технологияһы буйынса уҡыуҙар үткән. Тимәк, ғаилә был бизнес менән етди шөғөлләнергә әҙер.

Ишембай районы хакимиәтендә Сухаревтарға методик һәм консультация ярҙамы күрһәтергә вәғәҙә биргәндәр. Ә проектҡа финанс ярҙамы алыр өсөн асыҡ конкурстан үтергә кәрәк.

Үҙ эше өсөн субсидия

- Ишембай районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү муниципаль программаһы эшләй, – ти сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡты координациялау бүлеге начальнигы Оксана Мырҙабаева. - Быйыл уны тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион һум аҡса бүленде, бер проект буйынса иң ҙур ярҙам суммаһы – 500 мең һум.

Эшҡыуарҙар мөлкәт, сеймал, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия йәки “Стартап” программаһы буйынса субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Районда ике меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, уларҙың барыһы ла асыҡ конкурста ҡатнаша ала.

Бизнес-проекттарҙы балл системаһы буйынса ҡарайҙар, унда мөһим фактор булып предприятиеның яңы эш урындары булдырыуы тора.

2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Ишембай районында үткән эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә бөтәһе 25 проект ҡаралған. Өс эшҡыуар үҙ проекттарын тормошҡа ашыра башлаған. Улар буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме 33,5 миллион һум тәшкил итә.

Һөҙөмтәле эш

Яңы бизнес-идеялар йыш ҡына туризм менән бәйле. Мәҫәлән, Ишембай районында глэмпинг - матур тәбиғәт ҡосағында палаткалы ҡаласыҡ, яһалма һыу ятҡылығы һәм йыһазландырылған пляж менән ял базаһы - асыу планлаштырыла. Илдең төрлө мөйөштәренән килгән туристарға “Торатау” геопаркы биләмәһендә урынлашҡан сувенирҙар кибете лә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырасаҡ.

“Беҙҙең башҡорт ере таланттарға һәм оҫталарға бай. Республика программаһы ярҙамында беҙ уларҙың потенциалын асабыҙ, һәм был етди һөҙөмтә бирә”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың июнендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамында сығыш яһағанда.

Инвестиция сәғәттәре 2018 йылдың октябренән даими уҙғарыла башланы. Һәм, республика Башлығы билдәләүенсә, улар идара итеү ҡарарҙарын тиҙ ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралына әүерелде. Бөгөнгө көндә инвесторҙарға һәм тотош эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең яңы мөмкинлектәрен индереү йәһәтенән Башҡортостан алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.

2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә планлаштырылған инвестициялар күләме 836,8 миллиард һум булған һәм 34,8 мең яңы эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан 340 кейс индерелгән.
 
Бизнес – ул ҡурҡыныс түгел!

Инвестиция сәғәттәре ярҙамында республикала йәшәүсе һәр кем үҙенең башланғысын тәҡдим итә ала, һәм уның идеяһы ыңғай баһаланһа, тейешле ярҙам сараларын ала. 2019 йылда Ишембай эшҡыуары, “Татлы төбәк” сувенир продукцияһы брендына нигеҙ һалыусы Ольга Нилова заманса ҡорамалдар хаҡының 50 проценты күләмендә субсидия алды. Дәүләт ярҙамы менән ул ҙур сигеү машинаһы һатып ала. Был уның продукцияһының туристар өсөн ассортиментын киңәйтергә ярҙам итә.

- Мин йыш ҡына эшҡыуарлыҡ осрашыуҙарына йөрөйөм һәм күптәрҙең бизнес башлауҙан ҡурҡыуын әйтә алам. Үҙемдең тәжрибәм тураһында ентекле һөйләргә тырышам, шуның менән үҙ эшен асырға теләүселәргә ярҙам итеүен теләйем, - ти Ольга Нилова. - Бизнесҡа килгәндә минең дә бер ниндәй тәжрибәм юҡ ине. Ул саҡта миңә район хакимиәте ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ бүлеге бик ярҙам итте. Улар дәүләттән субсидия алыу мөмкинлеге һәм бөтә документтарҙы нисек рәсмиләштереү кәрәклеге тураһында аңлаттылар. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә властың ҡыҙыҡһыныуы бик мөһим һәм ҡиммәт.

Ишембай районы хакимиәтендә сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡты координациялау бүлеге белгестәренең консультацияһын 8(34794) 6-30-42 телефоны буйынса һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БизнесИшимбай” эшҡыуарҙар берләшмәһе битендә алырға мөмкин. Шулай уҡ республикала бизнесҡа ярҙам итеү саралары тураһында investrb.ru. сайтында ла бар.
 
 
Автор фотолары.
Инвестиция сәғәттәре эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итә
Инвестиция сәғәттәре эшҡыуарлыҡты үҫтерергә ярҙам итә
Автор:
Читайте нас: