Йәмғиәт
15 Август 2024, 16:00

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

Беҙ “Атайсал” проектында районыбыҙҙы һәм ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнәБарыһы ла халыҡ өсөн эшләнә
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

2019 йылда Башҡортостан Респуб-ликаһы Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт саралары менән осрашыуҙа шундай мөһим һүҙҙәр әйтеп үткәйне:

- Беҙ республиканың үҫеше өсөн эшләгән фекерҙәштәрҙең командаһын ойошторабыҙ. Был үҙ тормошобоҙ менән ғорурланыу, Башҡортостандан булыуыбыҙ, уның үҫеше хаҡына эшләүебеҙ өсөн кәрәк.

“Атайсал” проекты тап күп милләтле халыҡтың берҙәмлеге, ойошҡанлығы тураһында дәлил булып тора. Программа яҡташтарҙы республиканан ситтә лә бер бөтөнгә берләштерә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проектта республика халҡынан тыш, илебеҙҙең 20-нән ашыу төбәгендә йәшәгән меценаттар ҙа ҡатнаша, улар араһында Яҡут Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларында йәшәгән яҡташтарыбыҙ бар.

Билдәле булыуынса, “Атайсал” проекты тураһында тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә, Һайран ауылына, эш сәфәре менән ҡайтҡанда белдереп үткәйне. Артабан ойоштороу комитеты, проекттың положениеһы, махсус сайт булдырылып, ошо эш ғәмәлгә индерелде. Иң мөһиме – был проектҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды.

– Беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр күп. Әгәр уларҙың һәр береһе кесе Ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, урындағы халыҡтың да тормошо күпкә яҡшырасаҡ. Эшҡыуарҙар һәм башҡа хәлле кешеләр был сарала әүҙем ҡатнаша, шуға ла беҙ эште бер системаға һалырға теләйбеҙ. Быны һис кенә лә дәүләт хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙе кешеләр иңенә һалыу тип аңларға кәрәкмәй. Был күңел һорауы буйынса тыуған ауылына, ҡалаһына, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам иткән кешеләргә уңайлыраҡ шарттар булдырыу алымы, - тигәйне “Атайсал” проектының асылы тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

- Беҙ Биксәндә ауылдаштар менән мәсетте һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын кәртәләнек, - тип уртаҡлашты матди ярҙам күрһәткән “Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ренат Кирәев. - Материал өсөн профнастил ҡулландыҡ. Өмәгә бөтә ауылдаштар ҙа сыҡты. Быға тиклем мәктәпкә – ноутбук, ике принтер, ауыл клубына музыкаль үҙәк бүләк иткәйнем. Әле “Мин яратам Биксәнде” тигән яҙыулы стела көтәбеҙ, заказ бирелгән. Артабан да ошо проектта ҡатнашырға яҙһын. Һүҙемде тамамлап шуны әйтергә теләйем, сарала ҡатнашып өлгөрмәүселәрҙе, был изге эшкә ҡушылығыҙ, - тип саҡырам.

Районыбыҙҙа “Атайсал” проектын хуплаусы яҡташтар күп, улар араһында ижад кешеләре лә бар. Был хаҡта үҙ тәьҫораттары менән шағирә, яҙыусы Рузәлиә Ниғмәтуллина ла уртаҡлашты.

- Мин был проектта ҡатнашҡан кешеләрҙе күҙәтеп, уларҙың эше тураһында гәзит биттәренән уҡып, белеп торам, - тине яҡташыбыҙ. – Йомартлыҡ, ихласлыҡ был кешеләрҙең ҡанында бар. Улай ғына ла түгел... Был эштә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙе өлгө күрһәтте. Ул республика, районыбыҙ һәм ҡалабыҙ үҫеше өсөн күп эштәр башҡарҙы. Беҙ барыбыҙ ҙа быны аңлайбыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ. Сәскә атҡан ауылдарҙы, ҡаланы күреү – оло ҡыуаныс. Йәштәр ҙә ошо эштәрҙе ҡәҙерләр, баһалар, тип ышанам. Ситкә китергә ашыҡмаҫтар, үҙ халҡының мәнфәғәтенә эшләрҙәр.


Фото Һайран ауыл Советы архивынан.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас