Йәмғиәт
13 Август 2024, 14:00

Башҡорт туйы – матур өлгө

Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр- бейеүҙәрен, башҡорт телен белеү, һаҡлау - былар барыһы ла милли рухты тәрбиәләй. Күптән түгел яҡташтарыбыҙ Аиша Рәлиф ҡыҙы менән Эмиль Урал улы Биҡушевтарҙың никах туйы уҙҙы. Йәштәр ғүмерҙәрендәге мөһим сараны башҡорт халыҡ йолалары буйынса үткәрҙе.

Башҡорт туйы – матур өлгөБашҡорт туйы – матур өлгө
Башҡорт туйы – матур өлгө
Был пар Мәскәүҙә ВДНХ-ла Бөтә Рәсәй туй фестивалендә ҡатнашыуҙары, унда рәсми рәүештә никахтарын теркәүе менән дә үҙенсәлекле. 
 
Тормош иптәше, туй тантанаһы тураһында йәш кәләш менән әңгәмәләштек.
 
- Эмиль менән уртаҡ дуҫтарыбыҙ таныштырҙы. Миңә 17 йәш булғанда дуҫтарса осраша башланыҡ. Ипле, аҡыллы егет шунда уҡ оҡшаны. Ул вахта ысулы менән Мәскәүҙә эшләй. Өс йыл эсендә дуҫлығыбыҙ мөхәббәт тойғоһо менән һуғарылды. Һәм быйыл февраль айында Эмиль минең ҡулымды һораны. Мин, әлбиттә, ҡаршы килмәнем. Атай-әсәйҙәребеҙ менән килешеп, никах көнөн билдәләнек. Ике яҡлап та саҡырыласаҡ туғандарҙы иҫәпкә алып, туйҙы йәйен үткәрергә ҡарар иттек. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, Мәскәүҙә ВДНХ-ла Бөтә Рәсәй туй фестивале тураһында ишетеп унда ҡатнашыу өсөн заявка-анкета ебәрҙек, - ти Аиша.

Тиҙҙән йәштәрҙең кандидатуралары һайлап алыныуы тураһында яуап килә. Шулай итеп Аиша һәм Эмиль Мәскәүгә юллана.

Никах теркәү тантанаһында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 150-нән ашыу пар ҡатнаша. Күптәре тантана өсөн үҙ төбәктәренең традицион костюмдарын һайлай. Туй фестивале йәштәрҙең ВДНХ буйлап йөрөүенән башлана. Улар төп урам сәхнәһенә тиклем үтә, унда йәштәрҙең никахын рәсми рәүештә Мәскәү ЗАГС идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәй.

Республикабыҙҙан яңы өйләнешкән парҙар ҙа башҡорт кейемдәрен кейергә ҡарар итә: кейәүҙәр төлкө эшләпә, ә кәләштәр милли биҙәүестәр таға. Аиша менән Эмиль дә сағыу милли кейемдә була.

Никахлашыу тантанаһы “Рәсәй йөрәге” ғаилә усағы утын тапшырыу менән дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны күргәҙмәлә ғинуарҙа, Владимир Путин Ғаилә йылына старт биргәндә, тоҡандырҙылар. Утты махсус рәүештә Изге Петр һәм Февронияның тыуған ҡалаһы Муромдан алып киләләр. Һуңынан йәш парҙар тәүге бейеүҙәрен башҡара.

- Ошондай күләмле сарала респуб-ликабыҙ исеменән сығыш яһауыбыҙға бик шатландыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Бындай ҙур ваҡиғала ҡатнашыу, уның өлөшө булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт. Тулҡынланыу һәм яуаплылыҡҡа ҡарамаҫтан, хис-тойғолар сағыу һәм онотолмаҫлыҡ булды, - ти Аиша.

Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан килә сәмле ишембайҙарҙың. Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәренә генә түгел, ауыҙ-тел ижадына ла, фольклорына ла иғтибарлы улар.

27 июндә Биҡушевтар милли йолалар менән башҡорт туйын үткәрә. Никах йолаһы Суфия мәсетендә уҙа.

Улар үҙҙәренең тормошонда үҙен-сәлекле көндөң ысын мәғәнәһендә ғәҙәти булмауын теләй. Йәштәргә был маҡсатҡа ирешеүҙә Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәге һәм Ишәй ауылының мәҙәниәт йорто белгестәре ярҙамлаша. Улар башҡорт халҡының туй йолаларын ентекләп өйрәнгән, сценарий яҙған һәм яңы өйләнешкәндәргә милли йолаларҙы үтәп, башҡорт телендә туй үткәрергә ярҙам иткән.

- Милли колоритлы башҡорт телендәге туйҙарға ихтыяж ҙур, - ти Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәге директоры Раушания Вәлиева. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем бер нәмә лә тәҡдим итә алманыҡ, сөнки ошондай сараларҙы үткәреү костюмдар һәм төрлө атрибуттар һатып алыуға ҙур финанс сығымдар талап итә. Бәхеткә күрә, республикабыҙҙа телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙҙы: «Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм был йәһәттән халҡыбыҙҙың ҙур роль уйнауы бик мөһим. Беҙ шундай әүҙем һәм битараф булмағандарға, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкәндәргә, уны яратҡандарға һәм был һөйөүҙе башҡаларға еткергәндәргә ярҙам итергә булдыҡ. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән БР Башлығының грант конкурсына тейешле проект тәҡдим итергә булдыҡ. Конкурс документацияһын әҙерләү сиктәрендә милли йолаларҙы үтәп, башҡорт телендә «һынау» туйын үткәрҙек. Беренсе ғаиләләрҙең береһе Биҡушевтар ғаиләһе булды. Ғаризабыҙ еңер, тип ышанабыҙ, һәм ул саҡта беҙҙең ҡалала һәм районда теләгән һәр кем туған башҡорт телендә туй үткәрә алыр, сөнки олатай-өләсәйҙәребеҙ шулай эшләгән.

Ә беҙҙең яңы өйләнешкәндәргә тағы ла бер тапҡыр бәхет йылмайҙы: улар яңы ғаилә-ләрендәге иң мөһим көндө үҙҙәре теләгәнсә билдәләй алды.

Аиша әйтеүенсә, бындай байрам форматы уның өсөн ҙур хөрмәт, сөнки улар ошондай күләмле сарала республика йолаларын күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды.

- Беҙ мәҙәниәт һарайына һәм милли мәҙәниәттәр үҙәгенә репетицияға йөрөнөк. Ә байрамда иһә, мин йола буйынса, Эмилгә - түбәтәй, ә ул миңә беләҙек бүләк итте. Кейәү һандығы, батмуста бейеү кеүек йолалар ҙа булды. Сарала ҡатнашыусылар ҙа, беҙ ҙә милли кейемдә булдыҡ, - ти Аиша.

Башҡортостанда никахҡа етди ҡа-райҙар, шуға күрә башҡорт туйы – ҙур байрамға әүерелә. Был байрам ғына түгел, ә боронғо йолалар йыйылмаһы.

- Әлбиттә, бөгөн туй йолалары ныҡ үҙгәргән, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Әммә башҡорттарҙа туйға ҡарата айырым мөнәсәбәт һаҡланып ҡалған. Ишембай районында башҡа райондарҙағы кеүек башҡорт туйҙары тергеҙелә, был үткәндәрҙе, йолаларыбыҙҙы онотмаҫҡа булышлыҡ итә, - ти Ишембай районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов.

Ғаилә йылы Биҡушевтар өсөн ғүмер-леккә иҫтә ҡаласаҡ. Йәштәргә бәхетле ғаилә тормошо теләйбеҙ!
 

Фото ғаилә архивынан.
Башҡорт туйы – матур өлгө
Башҡорт туйы – матур өлгө
Башҡорт туйы – матур өлгө
Башҡорт туйы – матур өлгө
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас