Заманса Ишембай үҫә, күркәмләнә. Һуңғы бер нисә йылда ғына беҙҙең районда сәнәғәт һәм энергетика өлкәһендә бер нисә ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Йәмәғәт киңлектәре, спорт объекттары төҙөлдө һәм реконструкцияланды, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары капиталь ремонтланды. Һәм нәҡ төҙөүселәр ҡаланың, ауылдарыбыҙҙың бөгөнгө йөҙөн булдырыуға ҙур өлөш индерә. Барлыҡ төҙөүселәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Еңелдән булмаған, әммә кәрәкле хеҙмәтегеҙ һәр ваҡыт шатлыҡ һәм муллыҡ килтерһен, һеҙҙең ҡулдарығыҙ менән төҙөлгән һәр йортта тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрһөн. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.