Рәсәй олимпия йыйылма командаһы өсөн спорт кейеме, гипоаллерген һәм экологик сеймалдан трикотаж изделиелар – бөгөн Ишембайҙа еңел сәнәғәт конкуренцияға һәләтле һәм перспективалы производстволар ярҙамында үҫешә.
Дөйөм алғанда, алға табан барыу Башҡортостан сәнәғәтенә хас күренеш. Быны 2019-2023 йылдарҙа республикала сәнәғәт производствоһы күләменең 19,6 процентҡа артыуы асыҡ дәлилләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәнәғәт үҫешенә айырыуса иғтибар бүлә. Был хаҡта ул нигеҙ һалған Инвестсәғәт һәм Сәнәғәт сәғәте форматындағы кәңәшмәләр, предприятие хужалары һәм директорҙары менән шәхси әңгәмәләр, яңы производстволар төҙөүҙе контролдә тотоу һәм “опекалау” һөйләй. Сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың тотош системаһы барлыҡҡа килде, ул йыл һайын үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай, шул иҫәптән абруйлы рейтингтарҙа беренсе урындарҙы биләй.
Был беҙҙең трикотаж
“Ишембай трикотажы” предприятиеһы цехында тегеү машиналарының геүләгән тауышы ишетелә. Эш бүлмәләрендә яҡты һәм уңайлы, күптән түгел капиталь ремонт башҡарылған, сәнәғәт ҡорамалдары яйлап яңыртыла. Бөгөн тегенселәр һәм бесеүселәр уңайлы шарттарҙа эшләй, туҡыу продукцияһы ла камиллаша.
Гөлшат Абдуллина мәктәпте тамамлағас та трикотаж изделиелары фабрикаһына – тәүҙә ул нәҡ ошолай атала – эшкә урынлаша. Бер нисә йылдан һуң, лайыҡлы хеҙмәт шарттарының булмауы сәбәпле, эштән китергә мәжбүр була. Предприятиеның яңыртыласағы хаҡында ишеткәс ул яңынан теген машинаһы артына ултыра.
- Мин ғаиләбеҙҙә тегеү менән ҡыҙыҡһынған, был шөғөлдө үҙ иткән, яратҡан берҙән-бер кеше, - ти Гөлшат Абдуллина. - Ниндәй һөнәр менән генә шөғөлләнмәнем, әммә иң оҡшағаны - тегенсе булыу. Миңә бөтә операциялар ҙа еңел бирелә. Хеҙмәткәрҙәр өсөн булдырылған уңайлыҡтарҙан тыш, предприятие һатып алыусыларҙың ихтыяждарын да иҫәпкә ала. Продукция ассортиментын яңы һәм миҙгелле изделиелар тулыландыра.
- Фабрика төрлө йәштәге кешеләр өсөн күп күләмдә эске һәм өҫкө трикотаж изделиелары етештерә, - тип аңлатты баш технолог Наталья Гусева. - Балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн төрлө төҫтәрҙә һәм тулы үлсәмдәрҙә продукция бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ бөтә ғаиләне кейендерәбеҙ.
Уҡыу йылы башланыр алдынан фабрика мәктәп уҡыусылары өсөн блузкалар һәм салбарҙар, спорт трикоһы һәм аҡ футболкалар тегә. Йыл башынан алып “Ишембай трикотажы” маркаһы аҫтында 37 миллион һумға яҡын суммаға 139 меңдән ашыу тауар берәмеге етештерелгән. Изделиеларҙың яртыһы тиерлек Башҡортостан өсөн тәғәйенләнгән, ә ҡалғандары илебеҙҙең башҡа төбәктәренә оҙатыла.
Юғары баҫҡысҡа күтәрелеү һәм алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу Иҡтисадтың үҫеше туранан-тура сәнәғәт инфраструктураһының үҫешенә бәйле. Төбәктәр араһында конкуренция бик ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Рәсәйҙә сәнәғәт кластерҙарын булдырыу буйынса беренсе урында тора – бөгөнгө көндә улар туғыҙ. Шулай
уҡ Башҡортостанда 12 индустриаль һәм 19 технопарк, “Алға” сәнәғәт-производство төрөндәге махсус иҡтисади зона эшләй.
“Республикабыҙ хөкүмәте өсөн сәнәғәт производствоһы һәм иҡтисад – ул төп, мөһим мәсьәлә. Һеҙ булмаһағыҙ - һалымдар, социаль үҫеш һәм башҡалар булмаясаҡ. Шуға күрә сәнәғәт үҫеше менән бәйле бөтә нәмә лә туранан-тура минең шәхси иғтибар үҙәгендә”, - тип билдәләне Радий Хәбиров, 2020 йылда XIX Рәсәй сәнәғәт форумында сығыш яһағанда.
Бөгөн предприятиелар алдында рейтингтың юғары баҫҡысына күтәрелеү генә түгел, ә санкция баҫымы шарттарында алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу бурысы тора. Республикала сәнәғәт сәйәсәтен үҫтереү өсөн төрлө дәүләт ярҙамы саралары бар. 2024 йылда бының өсөн өс миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған, шул иҫәптән 852,6 миллион һум федераль бюджеттан күсәсәк. Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фондын нығытыу ҙа һөҙөмтәле сараларҙың береһе булды. Бөгөн ул - федераль шкала буйынса рейтинг лидерҙарының береһе. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында БР-ҙың Сәнәғәтте үҫтереү фонды 10 проектты финанслаған, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 1 380,65 миллион һум тәшкил иткән.
Өйрәтәләр һәм эш менән тәьмин итәләр
Сәнәғәтте үҫтереү, заманса производстволар асыу – ул яңы эш урындары һәм тыуған яҡтан китмәйенсә яҡшы аҡса эшләү мөмкинселеге. Бөгөн Ишембай районында иң күп вакансияларҙы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы компаниялары тәҡдим итә. Мәҫәлән, “ZASPORТ” фабрикаһы тегенсе, тегеү ҡорамалдарын ремонтлау буйынса механик, тегеү изделиеларын термик биҙәүсе һәм башҡа күп кенә вазифаларҙа хеҙмәткәрҙәр йыйыуҙы дауам итә. Рәсәй олимпия йыйылма командаһы өсөн форма һәм спорт кейеме етештереүсе фабрика тулы социаль пакет, заманса ҡорамалдар, эш урынына алып барыу, бушлай туҡланыу тәҡдим итә. “Рәсәй эше” эшкә урынлаштырыу йәрминкәһендә эш эҙләүселәр яңы һөнәргә бушлай уҡыу мөмкинлектәре хаҡында ла белде.
– Халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән килешеү буйынса эш тәжрибәһе булмаған эш эҙләүселәр уҡып сыҡҡандан һуң фабриканың үҙендә практика үтәләр, - ти “ZASPORТ” фабрикаһының персоналдар менән идара итеү бүлеге начальнигы Альбина Сәйфетдинова. - Уҡыуын тамамлағандан һуң эш эҙләүсе “Цифрлы ҡорамалдарҙы белгән тегеү ҡорамалдары операторы” һөнәре буйынса дәүләт өлгөһөндәге документ ала.
Башҡортостанда махсус иҡтисади зона 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә булдырылды. 2023 йылда уның составына “Өфө” индустриаль паркы территорияһы ла индерелде. Бөгөнгө көндә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы 60 процентҡа тиерлек тулыланған. Ағымдағы йылдың 1 июленә ҡарата 22 резидент теркәлгән, инвестицияларҙың дөйөм күләме 64,9 миллиард һум тәшкил итә, 2961 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Рәсәйҙәге махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең милли рейтингы һөҙөмтәләре буйынса 2021 һәм 2022 йылдарҙа “Алға” махсус иҡтисади
зонаһы иң динамик үҫешкән тип таныла. Былтыр “Алға” “Импортты алмаштырыу” категорияһында иң яҡшыһы тип танылды.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһен киңәйтеү тураһында ғариза ебәреүе билдәле булды. Иҡтисади зона биләмәһен республиканың Өфө районындағы участкалар иҫәбенә 106 гектарға арттырырға тәҡдим ителде. Яңы ерҙәргә бер нисә инвестор-дәғүәсе бар ҙа инде.
Автор фотолары.