Йәмғиәт
8 Август 2024, 16:00

Хыялын тормошҡа ашырған

Ата-әсәһенең йортона ремонт эшләгән, үҙенә фатир һәм автомобиль һатып алған. Отпускыға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Раф” ҡушаматлы яугир, ялының бер көнөн дә бушҡа сарыф итмәгән, ә күптәнге пландарын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән.

Хыялын тормошҡа ашырғанХыялын тормошҡа ашырған
Хыялын тормошҡа ашырған

Яҡташыбыҙ Кинйәкәй ауылында тыуып үҫкән. Бында уның ата-әсәһе һәм яҡын дуҫтары йәшәй. Беҙҙе “Раф”тың ата-әсәһе – Рәфис Тимерхан улы һәм Сәкинә Бәхтегәрәй ҡыҙы ҡаршы алды. Улар ҡырҡ йылдан ашыу иңгә-иң терәп донъя көтә. Икеһе лә урындағы фермала эшләгән. Бөгөнгө көндә лә һыйыр һәм тауыҡтар тоталар, баҡса ултырталар. Төп хәстәрлек ғаилә башлығы иңенә төшә – Сәкинә Бәхтегәрәй ҡыҙы күптән түгел инвалидлыҡ алған.

Улының махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөү тураһындағы ҡарары оло йәштәге ата-әсәһе өсөн көтөлмәгән хәл була. Әсәй менән атай улдарының ҡайтыуын бер йыл буйы түҙемһеҙләнеп көтә - әле “Раф”тың тәүге отпускыһы. Ул үҙенең ялын тулыһынса ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күреүгә бағышлаған.

- Улым ҡайтҡас та өйҙә ремонт эшләйәсәкбеҙ, тине. Яңы пластик тәҙрәләр ҡуйҙы, һыу үткәрә башланылар. Беҙҙең өй иҫке, әммә улым яңы ҡыйыҡ ябырға һәм бүлмәләрҙе ремонтларға һүҙ бирҙе, - ти яугирҙың әсәһе.

Ата-әсә улдарының бер көн дә эшһеҙ ултырмауын билдәләй. Яугир икенсе районда йәшәгән ҡыҙының янына барып ҡайтҡан, армияла хеҙмәт иткән улының эштәрен хәл иткән.

Ата-әсәһе менән әңгәмәләшкән арала йорт алдына ҡара төҫтәге автомобиль килеп туҡтаны. Әлегә “Раф” руль артына ултыра алмай, сөнки машина менән идара итеү
таныҡлығын ул тик отпускыһы аҙағында ғына аласаҡ.

- Автомобиль һатып алыу, ысынлап та, күптәнге хыялым ине, - тип уртаҡлаша “Раф”. - Ҡалала эшләгәндә уға бер нисек тә аҡса туплай алманым. Ниһайәт, үҙемдең беренсе фатирымды ла һатып алдым. Уны тулыһынса йыһазландырҙым да инде. Шулай уҡ ата-әсәйемдең йортонда ремонт эштәрен тамамларға кәрәк. Был маҡсаттарҙың барыһы ла тормошҡа ашыр, тип ышанам. Еңеп ҡайтҡас ғаиләм менән уңайлы шарттарҙа йәшәйәсәкмен.


Автор фотолары.

Хыялын тормошҡа ашырған
Хыялын тормошҡа ашырған
Автор:Алёна Чернова
Читайте нас