Йәмғиәт
7 Август 2024, 16:00

Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар

Республикабыҙҙың ғәжәйеп тәбиғәте һәр саҡ һоҡландыра. Сылтырап аҡҡан йылғалары, ҡуйы урмандары, иҫ киткес шарлауыҡтары, тауҙары, мәмерйәләре… Башҡортостанда ҡарарлыҡ урындар күп. Әммә туристарҙы күпләп йәлеп итеү өсөн сифатлы сервис етешмәй ине. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе.

Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр барТуризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар
Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар

Тармаҡҡа аҡса бүленә

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске туризмды үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә республикала туристик инфраструктураның торошона иғтибар иткәйне. Уның ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнеүселәр өсөн гранттар һәм субсидиялар системаһы, һалым ташламалары булдырылды. Шуға күрә һуңғы биш йылда Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереүҙә ҙур алға китеш һиҙелә. Бөгөн республика туристик ағым үҫеше күҙәтелгән төбәктәр исемлегенә ингән.

Тармаҡты үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы ла артҡан: 2023-2024 йылдарҙа туризмға дәүләт ярҙамының рекордлы күләме - 1,4 миллиард һум, уның төп өлөшө федераль бюджеттан һалынған. Бынан тыш, 2,1 миллиард һум аҡсаны инвесторҙар бүлгән.

Радий Хәбиров Башҡортостан тәбиғәтен мөмкин тиклем күберәк халыҡ күрергә тейеш, тип иҫәпләй. Республика властары туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Төбәк Башлығы инвестиция сәғәттәре сиктәрендә туризмдың үҫешенә йүнәлтелгән проекттарҙы шәхсән тикшерә һәм уларға ярҙам саралары буйынса ҡарарҙар ҡабул итә.

Бөгөнгө көндә республика биләмәһендә 56 шифахана бар – ял итеүселәр һаны буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урынды биләй. Төрлө йүнәлештәге маршруттар буйынса 69 туроператор эшләй. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда заманса туристик базалар, глэмпингтар, ҡунаҡханалар күбәйә, был эске һәм ситтән килеү туризмының популярлығы үҫеү күрһәткестәренең береһе булып тора.

Тауға күтәрелеү өсөн баҫҡыс

Уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, ерҙең боронғо тарихы шаһиттары - Башҡортостандың ҙур ҡиммәте. “Янғантау” геопаркының ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индерелеүе мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды.

Туристарҙы йәлеп итеү өсөн тағы бер мөһим ресурс - “Торатау” геопаркы. Уның составында боронғо рифтар ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән шихандар, ул пермь осоро тарихының идеаль киҫелеше күрһәтелгән берҙән-бер урын. Геопарктар биләмәһе үҙенсәлекле һәм, һис шикһеҙ, инвесторҙарҙы йәлеп итә.
Галина Һәм Александр Чернышевтар “Торатау” геопаркында ял итергә ярата.

- Өс йыл рәттән был сағыу тәбиғәт ҡосағында ял иттек. Геопаркка инеү бушлай. Матур парковка, бәҙрәф һәм сүп-сар өсөн контейнерҙар ҡуйылған, кафе эшләй. Был бик мөһим. Ингән урындан тауға менә торған баҫҡысҡа тиклем ике километр оҙонлоғонда юл түшәлгән. Юл буйы эскәмйәләр, шул иҫәптән ҡояштан япмалы беседкалар бар. Беҙ автомобилде ҡалдырған урындан тау түбәһенә тиклем бер сәғәт эсенә күтәрелдек. Һауа торошоноң насар булыуына ҡарамаҫтан, тауға менергә теләүселәр күп, - ти Чернышевтар.

Тәбиғәт ҡосағында

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республиканың матур тәбиғәтен һүрәтләген ролик баҫтырып сығарҙы. Видеола - Ғүмәр ауылының көньяҡ-көнсығыш ситендәге һәм дүрт километр оҙонлоҡтағы Ғүмәр тарлауығының гүзәллеген күрергә мөмкин. “Был беҙҙең Башҡортостан”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Ғүмәр тарлауығы “Торатау” геопаркы составына индерелгән. Ә уның буйлап айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе - Ишембай заказнигы һуҙыла. Шуға күрә тарлауыҡҡа машина менән инеү тыйыла, бигерәк тә Егән мәмерйәһе яғына. Башҡортостан Республикаһының “Егән мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы”дәүләт тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Тау тарлауығы Ғүмәр ауылынан башлана, урындағы халыҡ тораҡ пунктты Бүжә тип атай.

Ғүмәр тарлауығына барыу маршруты ауыл үҙәгенән тарлауыҡ буйлап туристик маршрут башына тиклем ни бары ике километр. Был урындарҙа ял итеү ҡырағай тәбиғәт менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирә: тау һуҡмаҡтары буйлап йөрөргә, күҙәтеү майҙансыҡтарына барырға һәм мәмерйәләргә төшәргә.

Ғүмәр тарлауығының оҙонлоғо яҡынса дүрт километр. Башланған урынының киңлеге 800 метр, әммә ул яйлап тарая. Йәйәүлеләр һуҡмағы Егән йылғаһы, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы буйлап һуҙыла. Юл яҡшы күренә, ә йылға булыу сәбәпле аҙашыу мөмкин түгел. Һуҡмаҡ буйлап Бүжә тауҙан Мөҡсим тауға тиклем үтергә мөмкин. Улар - тарлауыҡтың иң бейек ике нөктәһе.

Туристар йыш ҡына палаткалар менән бер нисә көнгә килә. Туҡталыш урынын табыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырмай: йылғанан алыҫ түгел тигеҙ һәм уңайлы урындар бар. Һыу бик таҙа, әммә тәрәнлеге йөҙөү өсөн етерлек түгел.

Бүжә тау һәм мәмерйәләр

Ғүмәр ауылынан көньяҡ-көнсығышта айырым торған беренсе тау – Бүжәтау. Ерҙе бейеклектән күрер өсөн, уңайлы һуҡмаҡ буйлап тауға күтәрелергә кәрәк. Бында иҫ киткес күренеш асыла – тау һырттары һәм ауыл бик матур.

Ғүмәр мәмерйәһе йылға ағымынан өҫтәрәк һул яҡ ярҙа урынлашҡан. Мәмерйәгә инеү урыны булған битләү буйлап күтәрелеү бик текә, был юлды ҡатмарлаштырырға мөмкин.

Егән эзбизташ мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Уға Бүжәтауҙан һалынған һуҡмаҡ буйынса сығырға мөмкин. Инеү урыны ярайһы уҡ киң. Егән мәмерйәһе 61 метрға һуҙылған, тәрәнлеге - 17 метр, ул бер нисә залдан һәм оҙон туннелдәрҙән тора. Мәмерйә һалҡын: тәрәнлектә йыл буйына ҡар иремәй. Тарлауыҡ далалар һәм урмандар менән уратып алынған. Бында булған күп үҫемлектәр Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ғалимдар 200-гә яҡын төр дарыу үләндәре теркәгән.
Был туристик маршрутта ял итергә яратыусылар күп. Ғариповтар ғаиләһе бында беренсе йыл ғына ял итмәй.

- Ғүмәр тарлауығы Башҡортостандың иң матур урындарының береһе булып тора. Бында килеүе ауырлыҡ тыуҙырмай. Иң ҡулай вариант, әлбиттә, шәхси автомобилдә барыу. Беҙ машина менән килдек. Ғүмәр ауылы яғына боролғандан һуң асфальт юл тамамлана һәм яҡынса 10 километр ҡырсынташ һалынған юл буйлап барырға кәрәк. Дөйөм алғанда, юл насар түгел. Әгәр машина юҡ икән, экскурсия төркөмө менән барып етергә мөмкин. Өфөнән унда ял көндәре турҙары ойошторола. Бер кешегә яҡынса 2000 һум тора. Шулай уҡ автобус менән дә барып була. Бында бик матур, тауҙар ҙа, урмандар ҙа, йылға ла, хатта мәмерйә лә бар, - тип һөйләй Альбина Ғарипова.

- Тыуған республикабыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур һәм йылдан-йыл Рәсәй халҡының ҡыҙыҡһыныуы артыуы айырыуса ҡыуаныслы. Һис шикһеҙ, был төбәк етәкселеге тарафынан туризмды үҫтереү һәм яҡлау буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Торатау илдең төрлө мөйөштәренән меңәрләгән туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелде - бында баҫҡыстар ҡуйылды, тирә-яғы төҙөкләндерелде. Ғүмәр тарлауығында ла ял итеү өсөн шарттар булдырыла. Республикала туризм артабан да үҫешер, тип ышанабыҙ, - ти Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Нелли Коледова.

 


Автор фотолары.

Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар
Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар
Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар
Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас