Билдәләре яйлап, һиҙҙермәй үҫешә, кеше үҙенең сирлелеген аңлап та етмәй әле. Онотоу, яңыны өйрәнергә теләмәү, тарҡаулыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ юғалыу һ.б. - ауырыуҙың башланғыс осоро, тимәк, кисекмәҫтән дауаланыуҙы башларға кәрәк. Әлбиттә, иң иҡшыһы - табипҡа күренеү.
Ә өй шарттарында түбәндәге дауалау алымын ҡулланырға мөмкин:
500 грамм мүк еләген 350 грамм сифатлы бал, ҙур булмаған, ваҡланған бер (яҡынса 150 г) керән тамыры менән ҡатыштырып бутарға кәрәк. Ошоларҙың барыһын да миксер менән иҙеп, банкаға һалырға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Шифалы ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң ике-өс балғалаҡ ҡабул итеү - ҡан тамырҙарын нығытыуҙа, хәтерҙе яҡшыртыуҙа, иммунитетты күтәреүҙә һәм мейеләге ҡан әйләнешен юлға һалыуҙа һөҙөмтәле дауа. Сәләмәт булайыҡ!