Уҙһалар ҙа йылдар ағым һыуҙай,
Йәшлегебеҙ үтеп китһә лә.
Йөрәгебеҙ һаман, йәп-йәш булып,
Һиндә ҡалды, мәктәп,
Ғүмерҙәрҙең көҙө етһә лә.
Ғүмер үткән һайын күңел тыуған яҡтарға нығыраҡ тартыла. Сөнки унда бала саҡтан ҡалған саф саҡырыу – кәкүк тауышы, илерткес яҙ, муйыл сәскәһенең еҫтәре, тәүге мөхәббәт... Бигерәк тә ситтә йәшәгәндәр өсөн ауыл ҡәҙерле.
Мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үткәс элекке һабаҡташтарҙың осрашыуы айырыуса тулҡынландырғыс, шатлыҡлы сара. Ул класташтар, уҡытыусылар менән күрешергә, күңел түрендә матур хәтирә булып һаҡланған мәктәп йылдарын иҫкә алырға һәм ғүмер юлында ирешкән уңыштар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.
Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, тормош мәшәҡәттәрен артҡа ташлап, күрешеп-аралашыуға һыуһаған һабаҡташтар, Этҡол урта мәктәбенең 1968-1969 йылдарҙағы сығарылыш
уҡыусылары, быйыл, 11 июлдә, тағы йыйылды. Сәбәбе – мәктәп тамамлауҙарына 55 йыл.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп, ҡанатланып ҡайтты улар. Тормош даръяһында юғалмай, һәр ҡайһыһы үҙ урынын тапҡан. Әммә ваҡыт тигәнең сәстәргә сал, маңлайҙарға
һырҙар һалған.
Араларында алдынғы колхозсылар - һауынсылар Ғ.Заһиҙуллина-Халиҡова, М. Ғәйнуллина, Д.ХәкимоваИсламғолова, юғары категориялы водитель Р.Б.Әйүпов,
маҡтаулы почта хеҙмәткәре Г. Ғарифуллина, оҙаҡ йылдар агент булып эшләгән М.Үмәрғәлина, ауыл хужалығы белгесе - зоотехник Р.Ғарифуллин, атҡаҙанған иретеп
йәбештереүсе Р.М.Ғәйнетдинов (хәҙер икеһе лә имамхатип) юғары белемле уҡытыусылар Р.Ғәзизова-Ғәлина, Р.Ә.Ғибәҙуллин, Н.И.Шәрипова, М.Кинйәғолов, табип-терапевт М.И.Фәтҡуллин, Салауат нефть химияһы заводы хеҙмәткәре Л.Фәхретдинова, баш бухгалтер С.Ғәйнетдинова, федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте полковнигы М.Н.Хәкимов, иҡтисад фәндәре кандидаты, кафедра мөдире И.М. Байназаров һәм уҡыусыларының рухи донъяһы бай, камил булһын өсөн көсөн йәлләмәгән химия
уҡытыусыһы Зилә Ғилмулла ҡыҙы Ғималетдинова бар ине.
Күптәренең хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланған, һәр береһе дан һәм маҡтауға лайыҡ. Хәҙер хаҡлы ялдағы бәхетле олатай-өләсәй булып, ейәнейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә улар. Татлы ла, яманһыу ҙа иҫтәлектәр яңыртып баҡыйлыҡҡа күскән уҡытыусыларын, ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән класташтарын да хөрмәт менән иҫкә алып, бер-береһенә күңел йылыһын бүләк итте ул көндө осрашыуға килеүселәр. Сара бер үк ваҡытта күңелле лә, моңһоу ҙа булды.
Күңелле – сөнки был көндө улар барыһы ла бер хәсрәтһеҙ бала саҡ һәм ялҡынлы, күңелле йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдылар. Ә инде ғүмерҙең күҙ асып йомған аралағы кеүек елеп үтеүе һәм мәктәп йылдарына бары тик хәтер-хәтирәләр ҡанатында ғына ҡайтып килергә мөмкин булыуы бер аҙ моңһоулыҡ хисе лә өҫтәне. Йоҡоһоҙ-борсолоулы көн һәм төндәр, бер туҡтауһыҙ шылтыратып, яуап көтөүҙәр артта ҡалды. Шунда уҡ шат, шаян һәм шуҡ уҡыусылар булып, тағы осрашырға һүҙ ҡуйышып, ошо бәхетле мәлде бүләк иткән Рәсүл Ғарифуллинға кисәне биҙәүсе бала саҡ, йәшлек йырҙарын яңыртыусы баянсы Рәжәпкә рәхмәт әйтеп, бәрәкәтле, хәйерле ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләп таралышты һабаҡташтар.
Автор фотоһы