Башҡортостанда 2024 йылдың аҙағына тиклем ҡалған 208 санкцияланмаған сүплек юҡ ителәсәк. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итте.
2019 йылдан, рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эш башланғандан алып, республикала 2,9 мең полигон ябылған һәм таҙартылған. Ҡалған 208 сүплектең 90-нын «Экология» милли проектының «Генераль йыйыштырыу» программаһы сиктәрендә юҡ итеү планлаштырыла. Министр һүҙҙәренсә, республикала йыйылған сүп-сар ҡалдыҡтары майҙансыҡтарын бер нисә сүплекте бер урынға алып барып, һуңынан уны рекультивациялау юлы менән бөтөрөргә ҡарар ителде. Эш барышында ҡалдыҡтарҙы преслайҙар, улар аҫтына мембрана һалалар һәм ағынты һыуҙар өсөн таҙартыу ҡоролмалары ҡуялар. Сүплектең өҫкө өлөшөн тупраҡ менән ҡаплайҙар һәм үлән сәсәләр.
Ишембай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаты коммуналь һәм эре габаритлы ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы – һабаҡтарҙы, ағастарҙы, бүрәнәләрҙе, таҡталарҙы, төҙөлөш ҡалдыҡтарын, автомобиль шиналарын һаҡлау тыйыла. Был административ хоҡуҡ боҙоу булып тора. Ҡағиҙә
боҙоусылар штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
- Өҫтәмә рәүештә хәбәр итеүебеҙсә, ҡаты коммуналь һәм габаритлы ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һәр кем үҙ аҡсалары иҫәбенә ЭКО-СИТИ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте полигонына сығарырға тейеш. Адресы: Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы Советы, Ишембай-Красноусольск автомобиль юлының 5-се км, 1-се бина. Бәйләнеш өсөн
телефон: +7 347-942-48-84.
- Санкцияланмаған сүплектәр намыҫһыҙ кешеләр тарафынан сүп-сар ташлауҙан барлыҡҡа килә. Уларҙы бөтөрөүҙе хакимиәт бюджет аҡсалары иҫәбенә башҡара. Сүп-сар сығарыуға лимиттар сикле, - тип аңлата Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһенең төҙөкләндереү бүлеге баш белгесе Эльмира Шәрәфетдинова.
Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡалабыҙҙы таҙа һәм матур итеп тотайыҡ!
Фото ҡала биләмәһенең төҙөкләндереү бүлеге архивынан.