Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль , 12:00

«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»

Райондаштарыбыҙҙың изге маҡсатлы «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыуын күреү – үҙе бер ҡыуаныс. Тыуған ауылының йәки ҡалаһының йәмәғәт тормошона битараф булмаған кешеләр тураһында гәзитебеҙ биттәрендә даими яҡтыртып торабыҙ.

«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»
«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»

Төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән ошо сарала ҡатнашыусы шундай кешеләрҙең береһе – муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Ринат Юлғотлин. Ул уҙған йыл үҙенең тыуған ауылы Маҡарҙа урынлашҡан табип амбулаторияһына ойоштороу техникаһы бүләк иткәйне, быйыл медицина учреждениеһын төҙөкләндереү өсөн яңы ҡапҡалар һатып алып биргән.

Әйткәндәй, проектта республика халҡынан тыш, илебеҙҙең 20-нән ашыу төбәгендә йәшәгән меценаттар ҙа ҡатнаша, улар араһында Яҡут Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларында йәшәгән яҡташтарыбыҙ бар.

Мәғлүм булыуынса, “Атайсал” проекты тураһында тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә, Һайран ауылына, эш сәфәре менән һуғылғанда белдереп үткәйне. Артабан ойоштороу комитеты, проекттың положениеһы, махсус сайт булдырылып, ошо эш ғәмәлгә индерелде. Иң мөһиме – был проектҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды.

– Әйтергә кәрәк, беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр күп. Әгәр уларҙың һәр береһе кесе Ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, урындағы халыҡтың да тормошо күпкә яҡшырасаҡ. Эшҡыуарҙар һәм башҡа хәлле кешеләр был сарала әүҙем ҡатнаша, шуға ла беҙ эште системаға һалырға теләйбеҙ. Был хәлде һис кенә лә дәүләт хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙе кешеләр иңенә һалыу тип аңларға кәрәкмәй. Ул күңел һорауы буйынса тыуған ауылына, ҡалаһына, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам иткән кешеләргә уңайлыраҡ шарттар булдырыу алымы, – тигәйне “Атайсал” проектының асылы тураһында төбәк башлығы.

Маҡар табип амбулаторияһына килгәндә, унда терапевт, теш табибы, процедура, физиотерапия кабинеттары, педиатрия участкаһы уңышлы эшләп килә. Процедура бүлмәһендә уколдар эшләнә, системалар ҡуйыла, анализдар алына – былар барыһы ла халыҡтың һаулығын хәстәрләү өсөн ойошторолған.

- «Атайсал» проектында мин тәүге тапҡыр уҙған йылда ҡатнашып, Маҡар табип амбулаторияһына ойоштороу техникаһын һатып алып биргәйнем. «Диңгеҙ тамсылап йыйыла», тигәндәй, һәр кеше үҙенең кесе Ватанына өлөш индерергә тейештер, тип уйлайым, - тип уртаҡлашты Ринат Урал улы. – Йәшермәйем, был проектта артабан да ҡатнашасаҡмын, сөнки миңә үҙ ауылым, халҡым ныҡ ҡәҙерле. Ысынында, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улының был проекты бик уңышлы, ул үҙ халҡыңдың тормошон хәстәрләүгә маҡсатланған. Шуға күрә яҡташтарға ошо сарала әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итәм.

Беҙ Маҡар ауылында урынлашҡан табип амбулаторияһына шылтыратып, уларҙың хәлдәрен белештек.

- Шуныһы ҡыуаныслы, халыҡты ҡабул итеү өсөн яңы шарттар тыуҙырылды. Ауылдашыбыҙ Ринат Юлғотлинға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ул ошо ауылда тыуып, Маҡар урта мәктәбен тамамланы. Бала саҡтан хәстәрлекле, ярҙамсыл булды. Олоно – оло, кесене кесе итә белгән кеше. «Атайсал» проектына ла ихлас ҡушылды, шундай яҡташтарҙан өлгө алырға кәрәк, - тине телефондан процедура кабинеты шәфҡәт туташы Мәҙинә Әхмәтйәнова. – Тағы бер ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашырға теләйбеҙ, табип амбулаторияһына яңы бина төҙөлдө, уны рәсми асыу август айында көтөлә. Иң мөһиме, пациенттарҙы дауалау өсөн уңайлы шарттар бар, беҙ бик ҡәнәғәт.

 

Фото Маҡар табип амбулаторияһынан.

«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»
«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»
«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»
«Ауылдаштарҙың тормошон хәстәрләү бик мөһим»
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: