Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 11:00

Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшәбеҙ

Баҡсалағы уңышҡа ҙур зыян килтергән ҡоротҡостарға ҡаршы ҡул аҫтындағы ябай ғына әйберҙәр менән дә көрәшергә мөмкин. Химик ағыуҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙың насар эҙемтәһе булмай. 

Сода – шәп ярҙамсы

Беҙ соданы, ғәҙәттә, кулинарияла һәм көнкүрештә генә ҡулланабыҙ, ә ул – баҡсала ла бына тигән ярҙамсы! Быны тәжрибәле баҡсасылар яҡшы белә һәм ҡуллана. 

Соданы ниндәй осраҡтарҙа, күпме миҡдарҙа ҡулланырға? Мәҫәлән, виноград емешләнә башлаған осорҙа 10 литр һыуға 75 грамм сода ҡушылған ҡатнашма һибергә кәңәш ителә.

Был сара виноградты сереүҙән һаҡлай һәм емештә шәкәр миҡдарын арттыра. Әлеге ҡатнашма бөтә емеш ағастары өсөн файҙалы, уларҙы япраҡ ашаусы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Ә кәбеҫтәне ҡорттарҙан һаҡлау өсөн соданы япраҡ өҫтөнә ҡоро килеш һибергә тәҡдим ителә.

Сода – ҡыярға ныҡ зыян килтергән онло ысыҡҡа ҡаршы көрәшеүҙә лә һөҙөмтәле сара. Бының өсөн бер литр йылы һыуға бер сәй ҡалағы сода һалып болғатырға. Әгәр ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарҙы эшкәртергә теләһәгеҙ, бер аш ҡалағы сода, бер таблетка аспирин, бер сәй ҡалағы шыйыҡ һабын, бер аш ҡалағы үҫемлек майы һәм 4,5 литр һыу ҡушылған ҡатнашма әҙерләгеҙ.

Шулай уҡ ике аҙнаға бер тапҡыр 10 литр һыуға бер аш ҡалағы сода өҫтәлгән һыу һипһәгеҙ, ҡыярығыҙҙың япраҡтары иртә һарғаймаҫ.

Нишатыр спирты – баҡсала 

Нишатыр спиртын, йәғни аммиак ҡатнашмаһын баҡсала ашлама булараҡ та, төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡланыу сараһы итеп тә ҡулланырға мөмкин. Ҡатнашма бик яҡшы азотлы ашлама булараҡ билдәле, ә әсе, ҡырҡыу еҫе һәм составындағы аммиак ҡоротҡостарҙан ҡотолоу өсөн яҡшы сара булып һанала.

Аммиак бик тиҙ осоп парға әйләнә, шуға күрә һыу ҡушылған ҡатнашманы шунда уҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Аммиак парынан зыян күреп ҡуймау өсөн был эштәрҙе саф һауала башҡарығыҙ һәм мотлаҡ һаҡланыу саралары – битлек, бирсәткә ҡулланығыҙ.Һуған себененән ҡотолоу өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нишатыр спирты (10 процентлы) һалып һибегеҙ. Был эште башҡарғандан һуң тупраҡты бер аҙ йомшартып сығығыҙ, шулай һөҙөмтә яҡшыраҡ буласаҡ. Ошо уҡ ҡатнашма һуғандың һәм һарымһаҡтың остары ваҡытынан алда һарғая башлаһа ла кәңәш ителә. Ул шулай уҡ кишер өсөн дә файҙалы. Кишергә был ҡатнашманы ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә мөмкин.

Ҡыярҙы төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау һәм уңышын күтәреү өсөн 10 литр һыуға бер аш ҡалағы нишатыр спирты ҡушығыҙ. Ул кебләнән, ау үргән талпандан һәм башҡа ҡоротҡостарҙан ҡотҡарыр. Шулай уҡ ҡыяр япраҡтарын иртә һарғайыуҙан, йәғни уңыш биреүҙән туҡтауҙан һаҡлар.

Кәбеҫтә өсөн дә нишатыр спирты – бына тигән сара! Уңышығыҙҙы төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нишатыр спирты, бармаҡ башындай кер һабынын ҡырып һалығыҙ. Был ҡатнашманы һибеү кәбеҫтәнең тығыҙ булып формалашыуына ла ыңғай тәьҫир итә.

Еләк өсөн дә ҡатнашма 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нишатыр спирты иҫәбенән әҙерләнә. Быны йәй дауамында өс тапҡыр – иртә яҙҙа, сәскә атыр һәм тәүге уңыш әҙер булыр алдынан эшләргә кәңәш ителә. Сәскәләр өсөн дә файҙалы буласаҡ аммиаклы ҡатнашма. Уларға ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә мөмкин. Ул саҡта үҫентеләрегеҙ, гөлдәрегеҙ күкрәп сәскә атып һөйөндөрөр.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: