Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 18:00

Һин - сит кеше...

Сәғит Шәкир улы был донъяла еңел йәшәне. Ауылда матур ғына өй төҙөттө, ҙур түгел, ҡышын йылы, йәйен һалҡынса.Ҡатыны Гөлсинә Мазһар ҡыҙы уҡытып йөрөй. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Колхозда агроном булып ҡына эшләй ине. Эсмәй, юғалып йөрөмәй. Хужалыҡҡа рәйес вазифаһына тәҡдим иттеләр.

Һин - сит кеше...
Һин - сит кеше...
Унда оҙаҡ эшләмәне, егәрле кеше үҙен ҡайҙа ла күрһәтә белә инде. 80-се йылдар аҙағында партияның район комитетына икенсе секретарь итеп һайланылар. Был эшендә ике йыл йөрөүенең файҙаһы булды – тел сарларға өйрәнде. Ләкин күңеле һиҙҙе Сәғит Шәкир улының – был партия оҙаҡҡа бармаҫ. Нимә партия? Ана, ҡеүәтле империя таралырға тора.

Колхозына кире ҡайтты. Үҙен колхозсылар ярата ине, ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Колхозында ун йыллап йөрөп алды. 90-сы йылдарҙың аҙағы килеп етте. Ауылдарҙы бөтөрмәйбеҙ, колхоздарҙы һаҡлайбыҙ, тип көрәшә торғас, хужалыҡтар бер-бер артлы бөлөп юҡҡа сыҡты. Эшләгән кешегә табылып тора бит – Сәғит Шәкир улын районда уңышлы эшләгән берҙән-бер предприятие – юл-ремонт идаралығына начальник итеп ҡуйҙылар. Район башлығы Таһир Муса улы, Сәғитте саҡырып алғас, былай тине:
– Заманалар үҙгәрҙе лә, боларҙы ла. Күп үҙгәрештәр көтөлә. Юлдарҙы ныҡлап төҙөйәсәкбеҙ, иң күп миллиардтар ошонда бүленәсәк. Юлдар һалырға ла, төҙөргә лә, ремонтларға ла, яңыртырға ла аҡса буласаҡ.
Шулай килештеләр. Бында ла үҙен һынатманы Сәғит Шәкир улы. Тәүге йылда уҡ планды шаҡтай арттырып үтәүгә өлгәште, күп кенә ауылдарҙың урамдарына асфальт һалды.
Бер көн башлыҡ тағы саҡыртып алды.
– Һинең унда транспорт менән йөк ташыу нисек тора? – тип ҡыҙыҡһынды һәм Яңыбай районындағы юл төҙөлөшө идаралығын тикшереү мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Сәғит ундағы хәлдәрҙе белә ине. Йәш, көслө етәксе барлыҡ эштәрҙе арендаға алған техника менән башҡарған. Хатта үҙенең дә унлап КамАЗы шунда йөрөгән, тип һөйләнделәр.
– Ниндәй һығымта яһарһың, Сәғит Шәкирович? – тине башлыҡ, уның күҙҙәренә төбәп ҡарап.
– Бындай алымды ҡулланыусылар бар, һәр хәлдә бюджетҡа зыян килеүе ихтимал, – тип башланы Сәғит Шәкир улы, үҙе эстән генә “быға нимә кәрәк икән?” тип баш ватты.
– Ярай, аңлашылды, – тине башлыҡ. – Һиндә арендаға алынған, ситтән йәлеп ителгән техника бармы?
– Юҡ, – тине. – Мин алырға батырсылыҡ итмәҫ инем.
Башлыҡ уға аптыранып ҡараны:
– Һине иҫкесә эш итә торған етәксе тип тәнҡитләйәсәктәр. Шулай булһа, яңыбайҙар өлгөһөн ҡабатлап ҡуйма, сама бел. Күберәк эшләргә, күберәк юл һалырға кәрәк, ә техникаң етмәй. Бындай эштә арендаға техника алмай булмай. Бына һинән өс КамАЗ, минән өс КамАЗ еткән. Ҡалғаны беҙҙең эш. Төшөндөрә белдемме?
Төшөндө Сәғит. Башлыҡ яңыбайҙарҙың юлын ҡабатларға ҡуша, ҡушмай – бойора, хатта талап итә. Әлегә шулай килештеләр.
Сәғит, ҡайтҡас, бик оҙаҡ уйланып ятты. Әлбиттә, башлыҡ менән уртаҡ тел табыуы йәтеш, кем әйтмешләй, ҡул ҡулды йыуа, тимәк, битең дә таҙа була. Бер ай ҙа үтмәне, идаралыҡта өр-яңы алты КамАЗ барлыҡҡа килде. Улар ҡайҙан килә, ниндәй йөк ташый, нисек ташый – берәү ҙә ҡыҙыҡһынманы. Сәғит Шәкир улы эште ойоштора белә. Бына КамАЗдар һатып алған, тағы ҡайтасаҡ икән, тигән хәбәрҙәр генә ишетелеп ҡалды. Әлбиттә, алты КамАЗ күп түгел, тигән фекергә килде Сәғит. Тағы дүртәүҙе ҡушып ебәрҙе. Уның ҡарауы, асфальт заводы иртәнге 6-нан төнгө 12-гә тиклем ҡара төтөн сығара, юлдар төҙөлә, план үтәлә. Премия килмәй, ағып тора. Бына бит, дәүләт ҡарамағындағы предприятие булғас, эшләүе нисек күңелле.
Башлыҡ бер көн тағы саҡырып алды.
– Һинең эшең өсөн ҡыуанам , – тине Таһир Муса улы. – Һине ҡуйып дөрөҫ эшләгәнбеҙ. Киләсәктә лә марканы төшөрмәйек. Тайташ районының данын бергә күтәрәйек.
Сәғит эштең рәтен белә: папкаһына ҡыҫтырып, мул ғына күстәнәс тә килтергәйне. Артҡы бүлмәлә сәй-мәй тотҡанда папканың эсе менән таныштырмаҡ булғайны, тегеһе, анауында ырғыт тип, шкаф яғын ғына күрһәтте. Ырғытманы Сәғит, һаҡ ҡына итеп һалып ҡуйҙы.
Икенсе көнөнә кис башлыҡ идаралыҡҡа үҙе килеп инде. Тәүҙә гаражды, идаралыҡты ҡарап сыҡты. Бик ҡәнәғәт ҡалды. Аҙаҡ күҙҙәренә йәүкәләп ҡарап:
– Һин мине бигерәк шаштырып ебәргәнһең бит, Сәғит Шәкир улы, – тине шатлығын йәшермәйенсә.
– Нисек шаштырғанмын? – тине начальник, башлыҡтың күҙенә ҡарап.
– Теге папкаңды әйтәм, байтаҡ һалғанһың бит.
– Күпме тейеш – шул хәтле һалдым, – тине Сәғит.
– Рәхмәт, Сәғит Шәкир улы, – тине башлыҡ. – Рәхмәт, ғүмерҙә онотмам.
Аҙаҡ хушлашыр адынан былай тине:
– Һиндә эш хаҡы ла һәйбәт икән, минең балдыҙ кейәүҙән айырылып ҡайтты, шуға бер эш тапмаҫһыңмы? Экономист та, бухгалтер ҙа булып эшләй ала.
Башлыҡ һорағанды нисек үтәмәйһең инде. Сәғит Шакир улы бухгалтерияның исемлеген ҡараны ла пенсионер апайҙы еңел генә эштән ебәрҙе. Өнөн тығыр өсөн бер-ике айлыҡ премия ла тотторҙо.
Килде башлыҡтың балдыҙы. Ғәзизә Самат ҡыҙы икән. Төҫкә-башҡа матур ғына, йыуаш ҡына тойола. Баҙнатһыҙ ғына тотондо. Бер аҙҙан үҙен һынар өсөн форсат та табылды.
Район юл өҫтөндә урынлашҡас, ҡунаҡ-төшөм булғылап тора. Ҙур ҡунаҡтар тегеләй үтһәләр ҙә, былай үтһәләр ҙә бында туҡталып китеүҙе мәртәбә һанай. Ҡышын, идаралыҡ эргәһендә ҡунаҡхана бар, шунда ойошторалар, ә йәй Дим буйында бик матур ғына ултыралар. Сәғит, аш-һыу ойоштороуҙың кимәле юғары булһа, ҡатынын йәлеп итә торғайны. Гөлсинә тәүҙәрәк бик теләп бара ине, һуңыраҡ баш тарта башланы. “Йәштәрҙе өйрәт, ауырыйым, билем һыҙлай, башым әйләнә”, – тип ебәрҙе.
Министр урынбаҫары, һуғылып, ҡунып китәм, тигән. Бер үҙе түгел икән. Күптән төшкәне юҡ ине был яҡҡа, Дим буйын күрһәтергә булдылар.
– Кемгә ҡушабыҙ? – тине Сәғит Шәкир улы урынбаҫарына. Тегеһе начальниктың күҙенә туп-тура ҡарап:
– Анауы Ғәзизә Самат ҡыҙы кисә беренсе эш хаҡын йыуҙырғайны. Бик матур әҙерләнгән, шуға өндәшеп ҡарайыҡ.
Сәғит уйға ҡалды, әлбиттә, идаралыҡта Ғәзизәнең башлыҡтың балдыҙы икәнен берәү ҙә белмәй. Үткәнендә Таһир Муса улы үҙе лә:
– Нисек башланы Ғәзизәкәй балдыҙ? – тип һорашып торҙо.
Маҡтаны Сәғит ҡатынды. Башлығы, уның күҙенә ҡарап:
– Ҡара уны, башын әйләндереп ҡуйма, – тип уйынлы-ысынлы киҫәтеп тә ҡуйҙы.
Дим буйында ултырыуҙың йәмен күргәндәр генә белә. Министр урынбаҫары башлыҡ менән бер осор уҡыған икән. Дуҫтарҙы ҡаршылай ҙа, оҙата ла белергә кәрәк. Дим буйына ике тирмә, ҙур сатыр ҡорҙолар. Мәҙәниәт һарайынан йырларға ике әртис тә килгәйне, уларын тыңлап та торманылар. Ғәзизә йырлай икән. “Ашҡаҙар”ҙы һуҙып ебәргәйне, бөтәһе лә тын ҡалды. Сәғит үҙе йырлай белмәгәс, моңло кешеләргә һәр ваҡыт һоҡланып йәшәй – кешегә шул тиклем моң нисек һыя икән? Ғәзизә йыры менән барыһын да арбаны. Башлыҡ, ҡыҙып алғас, әйтеп ҡуйҙы:
– Апаһы ла ошолай йырлай, – тине ғорурланып.
***
Ҡараңғы төшкәс тә байтаҡ ултырҙылар, усаҡ яҡтылар. Ара-тирә йөрөп килделәр. Өфө ҡунағы ла яңғыҙ түгел. Һуңынан, ҡунаҡтарҙы урынлаштырып, өҫтәлдәрҙе йыйыштырып, тирмәләрҙе һүтеп, таңға ҡарай ғына таралыштылар. Сәғит, өйөнә ҡайтып, йыуынып, ҡырынып, бер сәғәттәй генә ойоп алды ла эшкә китте. Ҡунаҡтарын да ҡарарға, ваҡ-төйәк йомоштарҙы ла үтәргә кәрәк бит әле. Барып, күп тә үтмәне, башлыҡ килеп етте. Өфө ҡунағы аптыраны быларға, бик иртә йөрөйһөгөҙ икән, тине. Ни хәл итәһең, был ҡала түгел, ауыл, иртәләмәйенсә булмай.
– Ә иртәнге аш нисек, булмаймы ни? – Сәғит, өмөтләнеп, Ғәзизәгә ҡараны. Ә ул ҡатындың бөтәһе лә әҙер. Төпкө бүлмәгә кереп ултырҙылар. Республика, донъя хәлдәрен һөйләштеләр. Министр урынбаҫары байтаҡ ҡына мәсьәләләрен хәл итте. Үҙенең дә ваҡ-төйәк йомошо бар икән. Улы атаһы менән һөйләшмәйенсә ике КамАЗ һатып алған да хәҙер шуларға һалым түләрлек тә эш таба алмай.
– Бәй, ниңә уны тартынып торорға, килтер бында, беҙҙекеләр өлгөрә алмай.
Ҡыуанып ҡайтып китте тегеһе. Ярай, ун КамАЗ эргәһенә тағы икәү һыйыр әле.
Сәғит Шәкир улы бөгөн тағы ла һуңлап ҡайтты. Тегендә барам, бында барам, кәңәшмәгә саҡырҙылар тип, икенсе көнөнә кис ҡайтҡан саҡтары ла булды. Сәғит Шәкир улының күңелен Ғәзизә тамам арбағайны. Аҡрынлап өйҙөң дә йәме китте. Сәғит менән Гөлсинә ултырып һөйләштеләр, аңлаштылар.
– Мине бында йөрөтмә, Сәғит, – тине Гөлсинә. – Үҙемдең артыҡ икәнемде беләм. Һин мине ауылға алып ҡайт. Шундағы өйөбөҙҙө һағынам.
Ҡаршылашманы Сәғит, ҡатынын ауылға илтеп ҡуйҙы. Өйө, әлбиттә, ҡарауһыҙ торғас, иҫкергән, таҡта ҡоймалары ҡарайған, шифер ҡыйығы туҙған, ҡарағура баҫҡан. Әлбиттә, ҡырҡ йыллап ғүмер иткәндән һуң өр-яңынан тормош башлауы ҡыйын. Ләкин Сәғит үҙенә-үҙе хужа түгел ине. Ҡатынының күҙенә ҡарарға ла уңайһыҙланды. Өйгә инеп тә торманы. Шулай итеп, өйрәнелгән тормошто юҡҡа сығарып, өр-яңынан йәшәп алып китте Сәғит Шәкир улы.
Әллә кисерештәрен эскә йомоп йөрөгәнгәме, Сәғит бер мәл ауырып та китте. Ике аҙна дауаханала ятып сығырға тура килде. Элек аҙна һайын шылтыратып, хәлен белеп торған балалары, донъялар үҙгәргәс, аталарын бөтөнләй онотто. Берҙән-бер улы табип бит әле.
– Атай, хәлең нисек? – тип шылтыратһа, ни була. Юҡ, бар тип тә белмәнеләр. Әллә береһенә әйтмәне микән тиһә, әсәләре менән һөйләшеп торалар. Былай Гөлсинәһенә үпкә юҡ, уныһы, үҙе килеп күрмәһә лә, көн аша ашарға ебәреп торҙо.
Дауахананан сыҡҡас, Сәғит бер аҙ арыуланғандай тойҙо үҙен. Ләкин күпме генә дауаланма, йәшәреп булмай инде. Ғәзизә менән йәш айырмаһы үҙен һиҙҙерә башланы. Сәғиттең дәрте бар ине әле, ләкин бер тапҡыр башлыҡ менән ошо хаҡта һөйләшеү булды.
– Эх, Сәғит Шәкир улы, – тине Таһир Муса улы. – Мин һине еңелсә генә киҫәткәйнем шикелле. Үрелмә, буйың етмәҫ, тип әйтергә теләгәйнем. Ә беләһеңме, тыңламаҫыңды мин алдан һиҙҙем.
– Һуң инде, мин үҙемде, бәлки, йәшәрермен, тип көткәнмендер, – тип шаяртып ҡуйҙы Сәғит. – Нишләйем икән? – тине ул, башлыҡҡа ҡарап.
– Үҙең ҡара. Ә ниңә ҡатыныңа ҡайтмайһың? Ҡырҡ йыл йәшәгәс, ҡыуып сығарыр, тиһеңме? Һөйләнер-һөйләнер ҙә тыныр.
Ошо һөйләшеүҙән һуң да Сәғит элеккесә йәшәп ҡарарға ынтылды, ләкин булманы. Килеп сыҡманы. Хатаһын аңлар өсөн бер йылдан ашыу ваҡыт үтте лә ҡуйҙы. Үҙе ябығып китте, эшендә ауырлыҡтар килеп сыҡты. Бына бөгөн тыуған көнө. Башлыҡ үҙе шылтыратып ҡотланы. Ә балалары, ҡатыны бер һүҙ, бер сәләм ебәрһәсе. Гүйә улар Сәғиттең барлығын инҡар итә ине.
Эйелгән башты ҡылыс сапмай, тиҙәр. Әллә ҡайтып, ғәйебемде таныйһы микән, тип өҙгөләнде ир. Боронғо ата-бабалар өсәр-дүртәр ҡатын тотҡан, тип аптыранды һәм үҙенә яуап таба алманы. Әллә ошо эш бигерәк бөтөрҙө микән? Бер ҡараһаң, әллә ни ауырлығы ла булманы шикелле, еңел эшләне, еңел йәшәне, аҡсаһы ла мул булды.
Бөгөн көнө буйы объекттар буйлап йөрөнө, эштәрҙе геүләтеп ебәрҙе, ана, көҙ ҙә етә, ямғырҙар башланыр, ҡорола планды үтәп ҡалырға кәрәк.
Бер заман машинаһы менән ҡайҙа килеп сыҡҡанын абайлаһа, аптырап китте. Үҙенең ауылына ҡайтып бара лабаһа. Кире боролорға итеп туҡтағайны, көсө етмәне. Яңылыш килеп сыҡтым, тигән һылтау менән ҡатынын барып күрергә булды. Ауыл урамын бер үткәйне, иҫке ҡоймалы, туҙған шиферлы йортто тапманы ла ҡуйҙы. Эргәһенән бер үтеп китте, икенсегә ураны, халыҡ матурҙан төҙөй шул хәҙер. Берәйһенән һорар ине, урамда һис кем күренмәй. Ҡуй инде, үҙ өйөңдө таба алмай йөрө әле.
Барыбер тапты Сәғит үҙенең өйөн. Кеше күреп ҡалмаһын, ояты ни тора? Үҙең төҙөп кер ҙә, эҙләп йөрө, имеш. Тапмаҫ ине, күрше Ғибәҙулла бабайҙың йортона ҡарап сырамытты. Бабайҙыҡы бәләкәйерәк, ә уның өйө ҙурыраҡ. Йәшел ҡойма, ҡыйыҡ та йәшел. Өйҙө ҡыҙыл тимер менән көпләгәндәр. Тәҙрәләр, әлбиттә, пластиктан. Былтыр килеп киткәндән бирле, юл төшкәне юҡ ине, урам яҡҡа тултырып сәскә ултыртҡандар. Ҡатынының яратҡан сәскәләрен Сәғит таный. Килеп бәләкәй ҡапҡаны шаҡып ҡараны. Әллә бик баҙнатһын булды инде, эстән асырға йыйынғандары тойолманы. Балаларҙың күңелле тауыштары ишетелә. Сәғит аптырап торманы, ҡапҡа эргәһендәге эскәмйәгә менеп, тимер ҡойма аша үрелеп, эскә күҙ һалды. Ихата уртаһында ҙур бассейн, эргәһендә – береһе ҙур, икенсеһе бәләкәй сатыр. Ҡом өйөмө өҫтө тулы уйынсыҡтар. Ә ике малай күңелле итеп һыу инә. Бәй, улы менән ҡыҙының малайҙары – ейәндәре – түгелме һуң? Исемдәре нисек булды әле? Сәғит аптыранды. Йә инде, үҙ ейәндәреңдең дә исемен белмәй торсо әле? Оятмы? Бигерәк оят! Һуң, былтыр ғына ҡайтып киттеләр ҙә инде малайҙары? Үҙҙәренә уйынсыҡтар алып бирҙе. Икеһенә – бер самокат.
– Улым, улым! Малайҙар! – тип өндәшеп ҡараны ул, ҡойма аша башын мөмкин тиклем нығыраҡ һоноп.
Бына хәҙер күреп ҡалырҙар, йүгерешеп килерҙәр, ҡапҡаны ла асырҙар. Танынылар, ти, көтөп тор. Күңелле итеп һыу инәләр.
***
Сәғит нығыраҡ ҡысҡырырға мәжбүр булды. Әһә, малайҙарҙың береһе иғтибар итте. Икәүләшеп ҡойма эргәһенә килделәр.
– Малайҙар! Мине таныйһығыҙмы? Мин – һеҙҙең олатайығыҙ! – тине.
Малайҙар, аптырашып, бер-береһенә ҡараны. Береһе хатта яурынын һикертеп ҡуйҙы: "танымайым”, йәнәһе. Бәләкәйерәге ҡыйыу икән:
– Һин кем? Һиңә кем кәрәк? – тип һораны.
– Мин – һеҙҙең олатайығыҙ, – тине Сәғит, мөмкин тиклем мөләйемерәк өндәшергә тырышты.
Өлкәнерәге:
– Юҡ. Беҙ һине танымайбыҙ. Һин – сит кеше, – тине.
– Ни эшләп, сит кеше булһын? – тип ныҡышты олаталары. – Һеҙ былтыр, унан алдағы йылда миндә ҡунаҡта булдығыҙ!
Ҡара әле, танымайҙар. Әллә шулай ныҡ үҙгәрҙеме никән?
– Юҡ, беҙ танымайбыҙ һине.
– Ә өләсәйегеҙ ҡайҙа? – тип ныҡышты олатай кеше.
– Өләсәйҙәр мунсала, – тине өлкәне, – хәҙер йыуынып сығалар.
Сәғиттең күңеле шомланды. Бәлки мунсала берәй ейәнсәре менәндер?
– Өләсәй мунсала кем менән? – тип һорарға батырсылыҡ итте.
– Олатай менән, – тине малайҙарҙың кесеһе.
– Ниндәй олатай менән? – тине Сәғит, тыны ҡыҫылды. – Мин – һеҙҙең олатайығыҙ!
– Юҡ. Һин – сит кеше! – тине малайҙарҙың кесеһе. – Өләсәй сит кешене керетмәҫкә ҡушты.
– Ә өләсәй мунсала кем менән? – тип тағы ла ныҡышты.
– Йәмил олатай менән, – тине малайҙарҙың береһе, – ул хәҙер сыға. Унан һуң мунсаға беҙ керәбеҙ.
Эҫе, һыуһатты. Асығыуы ла бар, шикелле. Сәғит ағас күләгәһе эргәһенә килеп баҫты. Оҙаҡламай шатыр-шотор килеп ҡапҡа асылды һәм унан мыҡты кәүҙәле, бәләкәйерәк буйлы, мунсала йыуынғандан һуң, ҡып-ҡыҙыл, ҡәнәғәт йөҙлө, ябай халат кейгән ҡарт күренде.
– Әссәләмү ғәләйкүм! Кем, Сәғит килгән икән, – тип йылы ғына өндәште, – ниндәй елдәр бында ташланы?
– Бына, ошо яҡтарға сыҡтым да, мин әйтәм, ауылға кереп, өйҙө, Гөлсинәне күреп сығайым, тигәйнем, – тине Сәғит, аҡланған һымаҡ.
– Әйҙә, үтәйек. Өйгә керәйек, сәй эсербеҙ. Аш бешерә ине Гөлсинә.
Сәғит урамға керҙе. Ҡайҙа ҡарама – сәскәләр. Ҡатыны ярата ине шул сәскә үҫтерергә. Бында ла ташламаған икән донъяға йәм биреүсе ғәҙәтен.
– Малайҙар мунсаға инде лә, “сит кеше, сит кеше”, тиҙәр. Ҡайҙан сит кеше булһын? Үҙҙәренең олатаһы бит.
– Ә беҙ һеҙҙең менән электән танышмы? – тип һораны Сәғит.
Һорауҙың мәғәнәһе шунда – кем икәнлеген белергә теләй, үҙенең, элекке булһа ла, хужа икәнлеген күрһәтергә лә теләге юҡ түгел.
– Ҡушҡайындан мин. Йәштән ҡалаға сығып киткәйнем. Яңғыҙ ҡалғас, ауылға ҡайттым. Былтыр оло улығыҙ, Урал, эҙләп килде. Өйҙө йүнәтергә оҫта кәрәк, ти. Ошоларҙы вис мин эшләнем инде. Эшләп бөттөм дә, торҙом да ҡалдым, – тип тартынып ҡына йылмайып ҡуйҙы ҡарт, – Гөлсинәгә әйткеләнем инде, кеше урынын алған һымаҡмын, тинем. Хәҙер яңғыҙ донъя көтөүе ҡыйын бит. Һеҙ үҙегеҙҙе сит кеше, тип уйламағыҙ инде. Һәр кемдең үҙ тормошо бар. Тормошо ла, хаталары ла, киләсәге лә – үҙенеке.
Сәғит өндәшмәне. Уның әйтер һүҙе юҡ ине. Нимә тип әйтһен? Бына мин ҡайттым. Урынымды азат итегеҙ, тип өндәшһенме? Бер ҡараһаң, ҡарт дөрөҫ әйтә. Ҡылған хаталары барыһы ла үҙенеке генә.
Ул арала булмай, мунсанан, йүгерешеп, малайҙар килеп сыҡты. Өлкәне: “Олатай, олатай, ҡара әле, мин сума беләм”, – тип бассейнға һикерҙе.
Сәғит, олатай, тип үҙенә өндәшәләрҙер, тип өмөт итә ине әле. Малайға ҡараны. Ә малайҙың ҡарашы арыраҡ ултырған Йәмил ҡартҡа йүнәлтелгән. Сәғит аптыранды. Әллә, ысынлап та, уның был йортҡа, анауы күңелле итеп уйнап йөрөгән ике малайға бөтөнләй мөнәсәбәте юҡмы? Туҡта әле, ни эшләп мөнәсәбәте булмаһын? Ҡыҙҙарын да, улын да ул үҫтерҙе, уҡытты, кеше итте. Хәҙер, хаталандым, тип барыһын да бынауы ҡартҡа тапшырып ҡуйырғамы? Уның ни хоҡуғы бар? Бында килеп, уның урынына олатай исемен алып, бынауы малайҙарҙы әүрәтеп йөрөргә? Сәғит мөләйем йылмайып, малайҙарға ҡараны. Уларҙы ҡосаҡлап алғыһы, арҡаларынан яратҡыһы, йылы һүҙҙәр әйткеһе килде. Ә малайҙар уны бар тип тә белмәй. Бассейндан күңелдәре булып, йүгерешеп килеп сыҡтылар ҙа, шәрә кәүҙәләрен ҙур таҫтамалға төрөп, ҡарттың ике тубығына икеһе менеп тә ултырҙы һәм ҡосағына һыйынды.
Сәғиттә көнләшеү тойғоһо тоҡанды. Ҡара әле, ҡойма йүнәтәм, тип кил дә, кешенең донъяһына хужа булып, уның ейәндәрен тартып алып йөрөһөн әле!
– Гөлсинәне әйтәм, һине иҫкә төшөрөп торҙо. Һеҙ больницала ятҡан саҡта ашарға мин ташыным. Ә үҙе хатта тәмле бешерә, ашап туйғыһыҙ!
– Рәхмәт, белмәй инем, һинең ташығаныңды, – тип кенә әйтә алды Сәғит.
– Ә был өй кем исемендә икән? – тип ҡыҙыҡһынды Йәмил ҡарт. – Һатыр булһаң, йыйынтыҡ аҡсам бар. Һатмаһаң, үҙемдең ауылда өйөм бар, бәлки шуны оҡшатырһың.
Һөйләшеп бөтөп өлгөрмәнеләр, мунсанан, шат йылмайып, Гөлсинә килеп сыҡты.
– Сәғит килгән икән! – тип иҫәнләште лә, тартынған төҫ менән тиҙ генә өйгә инеп китте. Ҡара әле, үҙ иренән уңайһыҙланып тормаһа.
Шунда Сәғит төшөндө: үҙ ҡатыны уны ят итеп ҡабул итте. Ят итмәне, бөтөнләй сит кешегә ҡараған һымаҡ булды. Ейәндәре йүгерешеп барып, өләсәләренә эйәреп, өйгә инеп китте. Йәмил ҡарт нимәлер һораны, нимәләрҙер һөйләне, һауа торошон маҡтаны, юлдар һәйбәтләнгән, тип Сәғиттең эшен белеүен дә күрһәтте.
Сәғит шым ҡалды, өндәшерлеге юҡ ине. Үҙенең, ысынлап та, сит кеше икәнлегенә төшөндө. Ҡайҙа барырға белмәй байтаҡ ултырҙы Сәғит. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡарттың бер һүҙен дә ҡалдырмай, йөпләне. Тик нимә хаҡында һөйләгәнен генә ҡолағына элмәне.
Ул арала өйҙән, йүгерешеп, малайҙар сыҡты. “Олатай, сәйгә! Өләсәй һине сәйгә саҡыра!” – тип ҡысҡырышты улар.
Ҡарт торҙо, Сәғиткә өндәште, өй яғына күрһәтте.
Бер нәмә лә ишетмәй, урынынан да ҡуҙғала алмай ултырған Сәғиттең ҡолағына бары тик “ят кеше, ят кеше, һин – ят кеше”, тип өндәшкәндәре генә ишетелә ине.

 

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: