Йәмғиәт
19 Июль 2024, 07:00

Наркомандар ғына сирләй тип уйламағыҙ

Киң мәғлүмәт сараларында социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙе яҡтыртыуға бәйле мәсьәләләр буйынса семинар үтте. 

Наркомандар ғына сирләй тип уйламағыҙНаркомандар ғына сирләй тип уйламағыҙ
Наркомандар ғына сирләй тип уйламағыҙ

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмегән. Һуңғы өс йылда был һан 16 процент тәшкил иткән. Бындай ыңғай хәлгә халыҡтың медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә ирешелгән.

Уҙған йыл аҙағында республикала диспансер иҫәбендә 20190 ВИЧинфекциялы кеше бар ине, тип хәбәр итте Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге баш табибының эпидемиология буйынса урынбаҫары Зөлфиә Иҙрисова.

Медицина хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, халыҡҡа был инфекцияның барлығы һәм ВИЧ-ҡа даими анализ тапшырыу кәрәклеге тураһында хәбәр итеп торорға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был сир менән ауырыуын осраҡлы ғына белеп ҡала: сөнки ул проблема уларға ҡағылмай, тип уйлай. Өҫтәүенә, йәмғиәттә лә, СПИД менән наркомандар ғына сирләй, тип уйлаусылар бар. Ә ысынбарлыҡта сир бөгөн 30 – 40 йәшлек өлкәндәр араһында йыш теркәлә. Башта был ауырыуҙың билдәләре артыҡ күренмәй – герпес, баш ауыртыуы, ашҡаҙандың ялһыныуы һәм башҡа билдәләр хәүефкә һалмай. Был билдәләр көсәйһә генә, кеше үҙенең етди ауырыуға тарығанын аңлай башлай. Ә ул үҙ ваҡытында асыҡланһа, тейешле терапия күрелһә, сир ремиссия стадияһында булыр ине.

Шулай ҙа, сирҙе дауалап булмаһа ла, ул үлемесле түгел. Зөлфиә Иҙрисова әйтеүенсә, уларҙың 30 йылдан ашыу иҫәптә торған пациенттары бар. ВИЧинфекциялы кешегә заманса дауалау ысулдары тулы ҡеүәтле тормош алып барырға булышлыҡ итә.

Быны семинарҙа ҡатнашырға ризалашҡан Станислав та раҫланы. Ул да, башҡалар кеүек, ВИЧ-инфекция менән сирләүен медицина тикшереүе ваҡытында белеп ҡалған. Әлбиттә, тәүҙә уның ғүмере туҡтап ҡалған кеүек тойола, артабан ир үҙен ҡулға ала, медицина хеҙмәткәрҙәре талаптарын үтәй. Уларҙың ҡатыны менән һау улы тыуған. Пациент та, медицина хеҙмәткәрҙәре лә семинарҙа ВИЧ-ты һәм башҡа социаль йәһәттән әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙе популярлаштырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе, үҙҙәренең, был бәлә урап үтмәгәндәрҙең, уңышлы ғына йәшәүе хаҡында һөйләне.

- Бөгөн ата-әсәләр балаларға прививка, мәҫәлән, В гепатитынан прививка эшләтмәй, улар был наркомандарҙың сире тип уйлай. Ысынбарлыҡта ауырыуҙы йоҡтороуҙың башҡа ысулдары барлығын да иҫтән сығарырға ярамай, - тине “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Елена Шакирова. Спикер шулай уҡ ярты йылға бер тапҡырға флюрография эшләү кәрәклеге тураһында ла әйтте.

ВИЧ менән СПИД-ты бутарға ярамай. Беренсеһе – вирус, икенсеһе унан килеп сыҡҡан ауырыу. Йәки ВИЧ иммунитет системаһына һөжүм итә һәм СПИД-ты булдыра.

- Шуға күрә, был проблемалар тураһында СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөндә генә түгел, ә даими рәүештә иҫкә төшөрөп торорға кәрәк. Башҡа социаль әһәмиәтле ауырыуҙар хаҡында ла шуны уҡ әйтеп була», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Ошо өлкә белгестәре һәм журналистары был теманы киң мәғлүмәт сараларында нисек дөрөҫ һәм һөҙөмтәле яҡтыртыу буйынса тәҡдимдәр менән уртаҡлашты.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас