Йәмғиәт
17 Июль 2024, 06:00

Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды

Кисә, 16 июль, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылау водителдәренә генерал Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы.

Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булдыЯҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды
Яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды

- Рәсәй Президенты һәм ил етәкселеге, республикабыҙ халҡы исеменән һеҙгә рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, хәрби ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙҙе ихтирам итәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең һәм яуҙаштарығыҙ алдында баш эйергә теләйем. Мин һәр ваҡыт әйтә киләм: беҙҙең иң ҡыйыу яугирҙәр унда, алғы һыҙыҡта. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итербеҙ. Һәләк булған геройҙарға, уларҙың батырлығына, сыҙамлығына, антына тоғролоғона түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Улар мәңге беҙҙең йөрәктә. Геройҙар тураһында хәтер мәңге йәшәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Тантанала 28 кеше наградаланды. Улар араһында Ишембайҙың Перегонный биҫтәһенән яҡташыбыҙ Вячеслав Васильевич Асеев та бар. Ул махсус хәрби операция зонаһына 74 рейс яһаған! 

Радий Хәбиров яугирҙәрҙе өйҙә ышаныс һәм өмөт менән көткән ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына рәхмәт белдерҙе.

 

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас