Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль , 10:00

Ябай борсаҡ - етди ауырыуҙарҙан дауа

Ул ниндәй сирҙәргә ҡаршы тәҡдим ителә? Борсаҡты ҡайһы осраҡта ғына ҡулланырға ярамай?  

Ябай борсаҡ - етди ауырыуҙарҙан дауа
Ябай борсаҡ - етди ауырыуҙарҙан дауа

Ҡайһы саҡта сит-ят ризыҡтарға өҫтөнлөк биреп, үҙебеҙҙә үҫкән, һатылған йәшелсә, еләк-емешкә тейешле иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Бына шуларҙың береһе – борсаҡ.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, йәшел борсаҡ - файҙалы микроэлементтар һәм витаминдар сығанағы. Уның организм өсөн бер ниндәй ҙә зарары юҡ, ти диетологтар. Айырыуса йәш борсаҡ антиоксидант матдәләргә бай, ә улар организмдағы төрлө ялҡынһыныу күрһәткестәрен кәметеүгә һәләтле. Ундағы аҡһым, аҙыҡ епсәләре, фолий кислотаһы, флавоноидтар ҡартайыу процесын аҡрынайта.

Шуныһы ҡыҙыҡ, ул таш быуатта ла бик билдәле боронғо үҫемлек иҫәпләнгән. Боронғо Грецияла ярлы халыҡ аҙығы иҫәпләнһә, бер быуат үткәс, Европа халҡы уны деликатес булараҡ ҡабул иткән, унан төрлө блюдолар әҙерләргә өйрәнгән. Беҙҙең илгә борсаҡ ХVIII быуатта ғына индерелә. Ә хәҙер Рәсәй сортлы борсаҡ етештереү буйынса алдынғы илдәрҙең береһе һанала.

Аҡһым миҡдары буйынса был йәшелсәне хатта ит менән сағыштырырға мөмкин. Ә унда витаминдар ифрат күп: йәрәхәттәрҙе тиҙ уңалтыусы ретинол (А витамины), һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытыусы, күҙ күреүен яҡшыртыусы А-провитамины, иммунитетты нығытыусы, нервы системаһына яҡшы тәьҫир итеүсе, туҡымаларҙы ирекле радикалдарҙан һаҡлаусы аскорбин кислотаһы, матдәләр алмашыуын яҡшыртыусы, күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын аҡрынайтыусы В төркөмө витаминдары. Ул – бик һирәк микроэлементтар хазинаһы ла: йод, фтор, цинк, селен, никель, кобальт, молибден, хром, кремний, титан, ҡурғаш, цирконий... Тап ошо файҙалы микроэлементтар организмды энергия менән байытырға, физик көсөргәнеште еңелерәк үткәрергә, мейене нығыраҡ эшләтергә ярҙам итә. Бауыр,бөйөр, йөрәк сирҙәренә дусар кешеләр өсөн ул бик файҙалы, организмдағы артыҡ шыйыҡлыҡты ҡыуып сығарыу һәләтенә эйә. Калий йөрәк мускулы эшмәкәрлегенә ярҙам итә, магний һәм кальций менән бергә артериаль баҫымды көйләй. Борсаҡты даими ҡулланыу майҙар алмашыныуын яҡшырта һәм майҙың бауырҙа тупланыуын кәметә, ҡанда зарарлы холестерин барлыҡҡа килеүенә кәртә булып тора. Үҙәк көйөүенән яфаланған кешеләргә лә йәшелсә ярҙам итә. Унда епсәләрҙең күп тупланыуы арҡаһында эсте таштырыу үҙенсәлеге булыуы ла билдәле, шуға күрә ауырлы ҡатындарға борсаҡты ҡулланырға ярамай, ти белгестәр.

 

 

 
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.
 
Автор:
Читайте нас: