Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 21:00

Махсус хәрби операция зонаһына ишембайҙарҙан сираттағы гуманитар ылау алып барылды

Яугирҙар Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡы ебәргән посылкаларҙы алып ҡыуанды. Был турала муниципаль район хакимиәте хәбәр итә. 

Ватан һаҡсылары гуманитар ылау туплауҙа ярҙам күрһәткән барлыҡ яҡташтарға рәхмәттәрен белдерә. 

"Бергә беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!" - тиҙәр яугирҙар.


Автор:
Читайте нас: