Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 15:00

Ҡандағы шәкәр кимәлен тәбиғи юл менән төшөрәм тиһәң...

Был эсемлекте эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә эсергә була.

Күптәр ҡандағы юғары шәкәр кимәле менән йонсой. Әлбиттә, дарыуханала уға яраҡлы дауаланыу сараларының күп төрлөһө лә бар. Ә шулай ҙа өй шарттарында ла организмға зыян килтермәҫлек итеп шәкәр кимәлен тотороҡландырырға була.

Ташҡабаҡ орлоғо –ҡандағы шәкәр күләмен төшөрөргә булышлыҡ итеүсе аҙыҡтарҙың береһе. Ул файҙалы матдәләр сығанағы. Орлоҡта тимер күп, ул үҙ сиратында ҡан тамырҙарын нығыта, уның составын яҡшырта, үҙенә кәрәкле матдәләрҙе алғанлыҡтан йөрәк тибеше лә яҡшыра, яйға һалына. Ташҡабаҡ орлоғо тирегә лә ыңғай тәьҫир итә.

Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 150 грамм таҙартылған ташҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ дәрсен/корица/,4-5 финик.

Орлоҡто һигеҙ сәғәт ебетәбеҙ ҙә, һыуын түгеп, дүрт стакан таҙа һыу ҡушып блендерҙа иҙәбеҙ. Марля аша һөҙөп алғас, дәрсен, финикты ҡушып, тағы блендерҙа ваҡлайбыҙ. Әҙер эсемлекте быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көн дә иртән ас ҡарынға, ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр грамлап эсәбеҙ. Дүрт көн шулай дауаланырға, артабанғы дүрт көн – ял.

Эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә эсергә була.

Табип менән кәңәшләшеү мөһим!

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: