Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль , 21:00

Яҡташ яугирҙарҙан өлгө алып үҫәләр

Күптән түгел Этҡол ауылының моделле китапханаһында уҡыусылар өсөн «Мы вместе! – Беҙ бергә!» китабының исем туйы уҙҙы.

Яҡташ яугирҙарҙан өлгө алып үҫәләр
Яҡташ яугирҙарҙан өлгө алып үҫәләр

Балалар һәм уҡытыусылар комикс авторҙарының береһе Камил Буҙыҡаев менән 2023 йылдың йәйендә булған бер тарихты тыңланы. Китап Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында нәшер ителгән.

– Комикс хәрби-һауа көстәре яугирҙарына гуманитар йөк ташыған ирекмәндәр хаҡында бәйән итә. Китап ҡоралдың түгел, ә берҙәмлектең көсө хаҡында һөйләй, – тип белдерҙе китапхана етәксеһе Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.

Уҡыусылар менән осрашыуға шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштар “Гелик” ҡушаматлы яҡташыбыҙ менән Дамир Ниғмәтуллин саҡырылғайны. “Гелик”тың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағы ине. Ә Дамир МХО яугирҙарына ярҙам ойоштороу менән мәшғүл.

Уҡыусыларҙың яҡташтарға һорауҙары күп булды. Улар яугирҙарҙың йәшәү шарттары, һалдат дуҫлығы төшөнсәһе, Рәсәй армияһы яугирының сифаттары хаҡында һорашты. Шулай уҡ үҫмерҙәр үҙҙәренең окоп шәмдәре эшләүе һәм яугирҙарға хаттар яҙыуы хаҡында һөйләне.


Фото Этҡол моделле китапханаһы архивынан.

Яҡташ яугирҙарҙан өлгө алып үҫәләр
Яҡташ яугирҙарҙан өлгө алып үҫәләр
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: