Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 11:00

Ҡалабыҙҙа шундай ғаилә йәшәй

Йәйҙең шау сәскәгә күмелгән иркә, саф сағы һәр кемде лә тормош матурлығы, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйландыралыр, моғайын. Тәбиғәттең шундай илаһи мәлдәре ер йөҙөнә яҡты яҙмышлы кешене тыуҙыра, әле генә бешкән ер еләге кеүек татлы ла, матур ҙа ғүмер һуҡмағы һуҙа. Ләкин һәр кем ошо бирелгән яҙмышын үҙенсә ҡора: кемдер уны уйһыҙ үткәреп ебәрә, ә кемдер үҙенә тәбиғәттән бирелгән был матурлыҡты тағы ла байытырға, уны тәрән мәғәнә менән уратып алырға, башҡаларға ла өлөш сығарырға өлгөрә. Тап бына шундай матур яҙмышлы, сәскәле йәйҙәр кеүек наҙлы ханым – яратҡан уҡытыусыбыҙ Ишҡолова Ләлә Нәжип ҡыҙы хаҡында һүҙебеҙ.

Ҡалабыҙҙа шундай ғаилә йәшәй
Ҡалабыҙҙа шундай ғаилә йәшәй

Беҙ - уның оҙайлы педагогик эш йылдарындағы тәүге сығарылыш уҡыусылары, ошо көндәрҙә айырыуса бер тулҡынланыу менән уны иҫкә төшөрәбеҙ, ғүмер байрамы – тыуған көнө менән ҡотларға ашығабыҙ. Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ, үҙенең тормошҡа ҡарашы, ысын физикматематиктарға ғына хас рациональ, аныҡ фекерләүе менән беҙҙең күңелдәргә яңылыҡ алып инде, тормош тураһында уйланып, киләсәккә ҡыйыу ҡарап йәшәргә өйрәтте. Уның тәбиғи матурлығымы, аҡыллы фекерләүеме беҙҙе әсир итте, мәктәптең һуңғы йылында йәш кенә уҡытыусыбыҙ менән ысын дуҫлыҡ тойғоһо, уртаҡ хыялдар, киләсәккә пландар араларҙы яҡынайтты. Бына инде беҙ мәктәпте тамамлауға ла ярты быуаттан артыҡ ваҡыт үтеп китте, ләкин мәктәп йылдары, яратҡан уҡытыусыларыбыҙ онотолмай, бала саҡ шатлығы булып күңелдәрҙә йәшәй.

Эйе, бала саҡ шатлығы! Тәүге уҡытыусыбыҙ Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙы - Ләлә Нәжип ҡыҙының әсәһе булыуы айырыуса ҡәҙерле беҙҙең өсөн. Мәктәп һуҡмағы уның исеме менән бәйле һәм яҡын, ә 5-се кластан математика уҡытыусыһы булып Нәжип Әбделхаҡ улы эшләне. Бына шулай бер педагогик династия – балалар уҡытыуға ғүмерҙәрен бағышлаған ғаилә ҡарамағында үҫеп кеше булдыҡ, бик күптәребеҙ уларҙың һөнәрен һайлап, уҡытыусы булып киттеләр. Класыбыҙҙа табиптар ҙа, төҙөүселәр ҙә, урмансылар, тегенселәр, хөкүмәт, банк эшмәкәрҙәре лә, завод-фабрика, ауыл хужалығы эшсәндәре лә булды. Улар һәр береһе үҙ урынында уҡытыусыларыбыҙ өмөтләнгәнсә эшләне, матур тормош ҡорҙо. Һәр береһе был ғаиләгә рәхмәтле хистәр менән йәшәй, баҡыйлыҡҡа күскән уҡытыусыларыбыҙҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.

Педагогик эше менән Ләлә Нәжип ҡыҙы районда ғына түгел, ул йылдарҙа эшләгән республика педагогтарына ла билдәле: район мәғариф бүлегендә эшләгән йылдарында төрлө предметтар буйынса олимпиадаға балалар әҙерләп ебәреү, алдынғы уҡытыусыларҙың педагогик эшен күтәреүсе гранттар әҙерләү, тиҫтәләгән уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен күтәреүсе аттестациялар, конкурстар ойоштороу эштәрен аныҡ, ойошҡан кимәлдә үткәреүгә бар көсөн һалып эшләгән методист була ул. Әле лә уның күрһәткән һөнәри оҫталығы телдән төшмәй, ә байрамдарҙа Ишҡоловтар ғаиләһе – хөрмәтле ҡунаҡ, кәңәшсе һәм остаз. Үткән “Педагогика һәм остаз” йылында уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының өс быуын осрашыу кисәһенең дә оло ҡунағы булды Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Ләлә Нәжип ҡыҙы Ишҡолова. Күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн тиҫтәләгән Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән уҡытыусыбыҙ бөгөн дә заман педагогикаһы менән ҡыҙыҡһынып, яңылыҡтарҙы әүҙем ҡабул итә, кәңәштәрен биреп тора.

Күңелдәре көр, тормоштары матур, ике улдарының, өс ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп ҡаршылай Ишҡоловтар бөгөнгө ғаилә байрамын да.

Ейән-ейәнсәрҙәре лә ғаилә традицияларына тартылып, талантлы, һөнәрле балалар булып үҫеп киләләр. Зарина еңел атлетикала, бейеүҙә уңыштар яулаһа, Динар бейеп, балалайкала уйнап, хатта Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Күрәһең, ҡарт өләсәһе Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙының мандолинала уйнауы, өләсәһе – Ләлә Нәжип ҡыҙының баянда һыҙҙырыуы уларға ла рух биргән.

Бына шулай ғаилә бәхетен татып, уҡыусылары менән аралашып, матур ғүмер йылдары үткәрә Рәжәп Хәсән улы менән Ләлә Нәжип ҡыҙы. Киләһе йылдарҙа ла ҙур юбилейҙар, ғаилә байрамдарын ҡаршылап, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итһендәр ине. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, ғүмерҙең татлы минуттарын тойоп, яңы осрашыуҙар көтөп, илһамланып, хас йырҙағы кеүек “йәшәргә лә әле йәшәргә” яҙһын уларға.

 

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Зимфира ҒИБӘҘУЛЛИНА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Читайте нас: