Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль , 21:00

Һәр берегеҙҙе көтәбеҙ!

Махсус хәрби операция үҙенсәлектәренең береһе булып унда ирекмәндәрҙең күпләп ҡатнашыуы тора. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре иңгә-иң ҡуйып алыша, азат ителгән территорияларҙа тыныслыҡты тергеҙә һәм халыҡҡа ярҙам итә.

Һәр берегеҙҙе көтәбеҙ!
Һәр берегеҙҙе көтәбеҙ!

Махсус хәрби операция геройҙарының береһенең тарихы айырым иғтибарға лайыҡ. Яҡташыбыҙ, “Тәйрүк” ҡушаматлы яугир, Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт итә. 2023 йылдың сентябрь башында ул контрактҡа ҡул ҡуя.

Яугирҙың ҡатыны Ләйсән һөйләүенсә, “Тәйрүк” бала саҡтан уҡ хәрби булырға хыялланған. Яҡташыбыҙ Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы пенсионеры. Ул Салауат ҡалаһының 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында оператив дежурный булып, хаҡлы ялға сыға. Һәм шунда уҡ производствоға уҡытыу мастеры булып эшләүен дауам итә.

- Бронь булһа ла, ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды, сөнки башҡа яҡташтарыбыҙ кеүек: “Беҙ булмаһаҡ, Ватаныбыҙҙы кем яҡлар?” - тип һөйләргә ярата. Мин ҡайһы саҡта уға: “Беҙҙә барыһы ла һәйбәт, тыныс йәшәйбеҙ”, - тип әйтеп ҡуям, ә ул миңә: “Бөтәһе лә шулай фекер йөрөтә, беҙ тыныслыҡта йәшәйбеҙ ҙә, ә башҡаларҙы кем яҡларға тейеш?” - тип яуаплай.

Ул - тыуған иленең ысын патриоты. Уның бындай юлды һайлауына тәүҙә ҡаршы булдым, ләкин ирем үҙ һүҙендә торғас, миңә уны тыңларға һәм ярҙам итергә генә ҡалды.
Балалар ҙа ҡайғырҙы, шулай ҙа атайҙарының тыуған илен яҡлауын хупланы. Беҙ уны көтәбеҙ һәм барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанабыҙ, - тип һөйләй Ләйсән Зөфәр ҡыҙы.

“Тәйрүк” махсус тәғәйенләнештәге батальонда хеҙмәт итә, ул сикте һаҡлай. Бындай батальон дошман тылында разведка һәм махсус бурыстарҙы үтәү, уның иң мөһим объекттарында махсус саралар үткәреү һәм башҡа бурыстарҙы үтәү өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың көн тәртибе ҡаты.

Ире махсус хәрби операцияһына киткәс, Ләйсән Зөфәр ҡыҙының да тормошо үҙгәрә. Балалар баҡсаһында 20 йыл тәрбиәсе булып эшләгәндән һуң, уны Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы вазифаһына эшкә саҡыралар.

Яугирҙың ғаиләһе ауылда йәшәй. Ишембай районында янына Тәйрүк йылғаһы аҡҡанға күрә, яҡташыбыҙ үҙенә ошо ҡушаматты алған.

- Беҙ йәштән өйләнештек, берберебеҙгә бер күреүҙән ғашиҡ булдыҡ. Тәүге осрашыуҙа уҡ ул миңә кейәүгә сыҡ, тип тәҡдим яһаны. Мин шунда уҡ риза булдым. Техникумды тамамлағас, иремде армияға алдылар. Мин уны әрмегә оҙаттым, ике йыл көттөм. Барыһы ла бергә үтте, хәҙер тағы бер һынауҙы үтәбеҙ. Алла бирһә, быйыл көҙ көмөш туйыбыҙ көтөлә, 25 йыл бергә йәшәйбеҙ. Ирем бер тапҡыр отпускыға ҡайтты, быйыл ғаиләбеҙ менән шифаханала ял итеп өлгөрҙөк. Өлкән ҡыҙыбыҙ Русалина 8-се класты тамамланы, ул бейеү түңәрәгенә йөрөй. Сафия 4-се класҡа күсте. Мин ирем менән бик ғорурланам һәм түҙемһеҙләнеп көтәм. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ине, - ти яугирҙың ҡатыны.

Ир-егеттәребеҙгә көс һәм сабырлыҡ теләйбеҙ, улар өсөн доға ҡылабыҙ. Яҡташтарыбыҙ хаҡ эш өсөн алышҡа китте. Уларҙы өйҙәренә еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ.


Фото шәхси архивтан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: