Себер барғыһы килмәй, унда ҡыш һыуыҡ. Ауылда аҡса булмаһа ла, ашарға етә, өмә- ниҙә ҡатнашһа, тамаҡ та һыйлы...
Бөгөн дә саҡырғайнылар теге урамда ҡыйыҡ ябырға ярҙам итешергә, кисә лә унда булғайны, әммә бажаға ла бармай булмай шул, тағы ҡатын
- һин рулдә бараһың, эсмә, ҡунаҡтан ҡайтҡас эсерһең бер ярты бирермен, - тине...
Төшкә өйҙәге эштәрен теуәлләп ҡуҙғалдылар былар. Салауат ни ҡырҡ саҡрым, юлдар таҡыр,килеп тә еттеләр һә тигәнсе. Автовокзалдан йыраҡ тугел квартираһы бажаның, тик дурт ҡатлы йорттоң урамы тулы машина, урын табырмын тимә туҡтарға! Автовокзал эргәһендәге тукталсаға барып ҡуйҙы аптырағас, Фаил машинаһын. Ҡатындар баҙар курһә үлә бит инде, бисә китте эргәләге баҙарға, кустәнәс алам, кәрәк-яраҡ ти, ә һин бара тор, машинаһын курә тор, беҙҙә алырбыҙ, бәлки, эскеңде ҡыҫҡартҡас, тип төрттөрә Фаилға, телен кесерткән саҡҡыры бисә.
Барҙы ла бажаһына йөҙ грамм һалдырып эсте бит йәне көйгән ир, (бисәһенә үс итеп инде, тегенең праваһы бар, уҙе ҡайтһын рулдә, тип). Баҙар буйлап йөрөп куңелен булдырған ҡатын апаһына килеп кергәндә, уның хәләл ефете, бажаһы менән бер “яртыны” төпләп “егет” формаһын алғайны инде. Ҡайҙа йөрөйһөң, беҙ көтә көтә көтөк булдыҡ, ҡайтырға ла кәрәк һин йөрөрһөң инде һемтәңләп, тигән булып бажаһы алдында үҙен күрһәтергә теләпме, бутән сәбәп менәнме, бисәһенең маҙаһына тейә башланы. Ҡотланылар, машинаға буләк бирҙеләр, табынға ултырҙылар. Табын буйы тағы шул хәл дауам итте бит, бисәне битәрләу... Теге бисә лә бирешеп торғандарҙан тугел, һоғондорҙо олоһонан алып аптырағас... Шөйлә ауа-тунә ҡатынына һуғырға килгән ирҙе, бер ауырлыҡ категорияһына ауырыраҡ бажаһы ҡолаҡ төбөн еңелсә генә “ҡашып” алғайны, беҙҙең эсеүе лә хаттин ашҡан “герой” упҡынға ҡолаған кеуек булды...
Нисек булғандыр, куҙҙәре асылып киткәндә, Фаил автовокзал эсендә эскәмйәлә ултыра ине. Башы ла ауыртмаған кеуек, туҡта, нисек килеп сыҡты һуң ул бында? Моғайын, бисә менән һүҙгә килешкәндән һуң, ҡайтам тип сығып киткән инде, холоҡ бар ундай Фаилда... Стеналағы сәғәт алты туланы курһәтә, әһә, етелә беҙҙең ауылға автобус була! Кеҫәһен ҡараһа - бәй, билет та алған да баһа! Тынысланып, тирә-яҡты куҙәтә башланы, ауылдаштар куренмәйме, берәй таныш йөҙ? Эргәһһенә бер йәш ҡатын утырҙы, биләүле йәш бала менән, ул да ҡарана тирә яҡҡа, берәйһен көтә, ахыры. Бер нисә минут ултырҙы ла: "Ағай, баланы ҡарап тороғоҙ әле, зинһар, мин тышҡа ғына сығып киләм", - ти бит, нисек кире һуғаһың инде, риза булды Фаил, бәҙрәфкә бараһы киләлер кешенең, ә бәҙрәф ишеге тышта.
Ярай ултыра был, бала эргәлә ята, бисә юҡ та юҡ бит! Тороп ҡарайым әле тиһә, бала ҡысҡырып илай башланы. Башҡа сара юҡ, биләүҙе кутәреп бәүетә-бәүетә тышҡа сыҡты, урап сыҡты автовокзалды... Етмәһә, биләүе сиселә башланы, битен өшөтмәһен бала тип битен ҡаплап ҡарай, тағы сиселә, малай! Автобус килергә саҡ ҡына ваҡыт ҡалды, ни эшләргә? Милицияға барһа, еҫ сығып тора уҙенән, хәҙер, теге киднеппинг тип ябып ҡуйырҙар, ауылға курәләтә бала кутәреп ҡайтһаң - нимә булыуын куҙ алдына килтереуе ҡурҡыныс, уҙенең уйнаш балаһын ҡулына тотороп ҡайтарғандар тип, бисә өйҙән ҡыуыр, әстәғәфирулла тәүбә!!!
Ҡапыл бер уйға килеп, ир эргәләге паркка атланы, ағастар араһына кергәс, тағы ла сиселгән биләүҙән уҙенә ҡараған таныш куҙҙәрҙән терт итеп ҡалды. Тағы биләуҙе урап, битте ҡапланы, өшөмәһен тип инде, шунан ышаныслы аҙымдар менән трамвай туҡталышына табан атланы. Трамвай әле генә киткән, ошонда, кеше курмәгәндә ҡалдырырға лә һыҙырга был тирәнән! Тыңлауһыҙ биләүҙе аҙаҡҡы тапҡыр ныҡ итеп урарға ла бәпес өшөмәһен тип һуҙылғайны ғына, нәмә менәндер башына һуғыуҙан ауып китте...
Иҫенә килгәндә үҙҙәренең йоҡо булмәһендә иҙән уртаһында ята ине, карауатта гөл көршәге ватылып ята, эргәһендә ҡатыны, илай:
- Ике тапҡыр битемде юрған менән баҫтың, хәшәрәт, өсөнсөһөндә туҙмәнем, ҡулға ни эләкте шуның менән бирҙем бит башыңа, ни эшләйһең һин?
Әҙерәк тынысланғас кәләшенән һорашып, куңелен тынысландырып ҡуйҙы Фаил. Бажаһы һуҡҡас йығылған килеш йоҡлап та киткән икән , арыуы ла эсеуе лә еткән бахырға.. Шуның менән табын тамам булған, бажа кутәреп тигәндәй машинаға ултыртып ебәргән, ҡатын рулдә ҡайтҡан. Оло малайҙар өйгә индереп карауатҡа һалғандар имгәкте. Теге төштәге биләу – эргәгә йоҡларға ятҡан ҡатындың юрғаны булған.
Ошо хәлдән һуң Фаил эсеуен ташланы, Себергә эшкә китеп, ярты йыл тигәндә бажаһын уҙенең иномаркаһын йыуырға саҡырҙы... Ләкин был инде икенсе тарих...
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.