Йәмғиәт
5 Июль 2024, 05:00

Картуф сәскәһен ҡоро көндә йыйырға кәрәк

Унан әҙерләнгән төнәтмә менән apтpит, ocтeoxoндpoз, paдикулитты еңергә була.

Картуфтың сәскәһен яңы сәскә атҡан ваҡытта ҡоро, ямғырһыҙ көндө йыйып алығыҙ.

Уны күләгәлә киптерегеҙ. 1 аш ҡалағы картуф сәскәһен 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста 3 сәғәт төнәтегеҙ. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр яртышар стаканлап ашарҙан 30 минут алдан эсегеҙ.

Дауаланыу курсы 21 көн. Шулай уҡ картуфтың кипкән сәскәләрен шешәгә бушатып, өҫтөнә тpoйной oдeкoлoн ҡойорға була.

Бындай төнәтмәне ҡараңғы урында 2-3 аҙна тотор кәрәк.

Был төнәтмә менән apтpит, ocтeoxoндpoз, paдикулит булған урынды ыуырға мөмкин. Тубыҡ һыҙлауын да баҫа.

Тик табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

 

Сығанаҡ: "Ауыл утттары" гәзитенән

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас