Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль , 21:00

Ишембайҙа һәйкәл асылды

1 июль - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә ишембайҙар тарихи ваҡиғаға шаһит булды. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан Зәки Вәлиди скверында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды

Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, ишембайҙар митинг башланырҙан алда уҡ йыйылыша башланы. Күптәр тотош ғаиләләре менән килгән. Ҡулдарына раузалар, ҡәнәферҙәр, аҡ сәскәләр тотҡан балалы йәш парҙар, өлкәндәр, үҫмерҙәр һәм йәштәр күп ине. Ҡайһы берҙәре яуҙа һәләк булған яҡындарының портреттарын тотҡан.

Батырҙарса һәләк булған хәрбиҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштерергә хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа йыйылды. Мемориалды асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы
хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, Рәсәй Хәрби Көстәре Үҙәк хәрби округының хәрби инспекторы Тимофей Азаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов, Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Вил Тимербулатов, Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса «Махсус хәрби операция ветерандары» филиалы етәксеһе Александр Де ҡатнашты.

Мемориал өс таштан тора: урталағы таш өс метр ярым бейеклектә. Эргәләрендә шартлаған снарядтар урын алған - улар һуғыштың ысын шаһиттары. Иң ҙур ташҡа латинса «Z» хәрефе яҙылған - ул махсус хәрби операция билдәһе.

- Һәйкәлгә ҡарап мин Рәсәйҙе яҡлаусы һалдаттарҙы күрәм, - тип уртаҡлашты генерал-майор Тимофей Азаров. - Ниһайәт, беҙҙең илдең ысын батырҙары кем икәнлеген аңлай башланыҡ һәм был урында уларҙың бер ҡасан да онотолмаясағына ышанам.

- Был мемориал махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡарыласаҡ ҙур эштең башы ғына, - тип пландары менән уртаҡлашты муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов. - Артабан Көньяҡ биҫтәһендә махсус хәрби операцияға бағышланған сквер барлыҡҡа киләсәк.

- Бөгөнгө сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың туғандары ла бар. Үҙ Ватаны өсөн башын һалған яугирҙар алдында мәңге бурыслыбыҙ. Шундай ҡыйыу улдар, ирҙәр, атайҙарығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! - тип мөрәжәғәт итте ишембайҙарға Шамил Тимербулатов.

Ҡунаҡтар был һәйкәлде халыҡсан тип атаны. Бында махсус хәрби операция барышында яҡындарын юғалтҡан һәр кем килеп, үҙен йыуата аласаҡ. Һәйкәл йәмәғәт башланғысы ярҙамында эшләнеүе менән дә халыҡсан булып тора. Материал, техника, эшселәр менән муниципаль район предприятиелары, меценаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ярҙам итһә, хәтер ташы өҫтөндә эшләр өсөн Ишембайға махсус хәрби операция ветераны Ришат Исламшин килә. «Че Гевара» ҡушаматлы яугир 2014 йылда беренсе ополченецтар рәтендә Луганск һәм Горловка ҡалаһында була. Аҙаҡ МХО-ла контракт буйынса хеҙмәт итә. Бер ай буйы көнө-төнө нимә һәм кем өсөн тырышҡанын ул яҡшы аңлай.

- Беҙҙең аранан киткән хәрби дуҫтарыбыҙ һәйкәлде күңел һалып эшләгәнде күрер, тип ышанам, - тип һөйләй Ришат Исламшин. - Был юғары сәнғәт эше булмаһа ла, мемориал кешеләргә хәтер урынын булдырыу маҡсаты менән башҡарылды. Терәк-таяныс ҙур булғас эшләүе лә еңел бирелде: берҙәм эштә ябай кешеләрҙән алып етәкселәргә тиклем барыһы ла ҡатнашты. Нимә кәрәк - сөймө, цементмы, транспортмы - барыһын да алып килделәр. Ишембайҙа беҙ берҙәмлек һәм татыулыҡ күрҙек.

- Мин дуҫтарыма ант иткән вәғәҙәмде үтәнем. Берҙәм эштән ситтә ҡалмай, ярҙамлашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт, - тине махсус хәрби операция ветераны һәм һәйкәлде асыу идея авторы Александр Де.

Мемориалды эшләүгә үҙ өлөшөн индергәндәр Ишембай районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Һәйкәл асыуҙың рәсми өлөшө тамамланғас та халыҡ таралышырға ашыҡманы. Фотоға төштө, һәйкәлгә сәскәләр һалды, яугирҙар менән аралашты.

Был көндө шулай уҡ Ленин исемендәге майҙанда ла Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә бағышланған митинг уҙҙы. Локаль конфликттарҙа ҡатнашыусылар хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған ишембайҙар мемориалына сәскәләр һалып, иптәштәрен бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.


Автор фотолары.

Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Ишембайҙа һәйкәл асылды
Автор:Алёна Чернова
Читайте нас: