Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль , 19:00

Ауыл хәбәрҙәре

Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу — һәр беребеҙҙең изге бурысы. “Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. 

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
30 июнь көндө Иҫәкәй ауылы зыяратында өмә уҙҙы. Был изге эштә халыҡ берҙәм булып ҡатнашты.
 
Бында һәр кемдең вафат булған туғандары, яҡын кешеләре ерләнгән. Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең был донъялағы һуңғы урыны ул — зыярат.
 
- Таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән зыяратты күреү күңелдәргә яҡты нур өҫтәй, — тиҙәр өмәлә ҡатнашыусылар.

Күмәк кешегә эш сыҙаймы ни, ике сәғәт эсендә ауылыбыҙҙың берҙәм, татыу, эшсән ир-егеттәре эште еренә еткереп эшләп тә ҡуйҙы.

Ауылдың имам хатибы Инйәр хәҙрәт зыярат эйәләренең барыһының рухтарына бағышлап Ҡөръән аяттары уҡыны. Йыйыштырылған зыярат матурланып мәңгелек йортондағы яҡындары тереләргә рәхмәт әйткәндәй тойолдо.

Аҙаҡ өмәселәр ауыл мәсетендә Инйәр хәҙрәт әҙерләгән былау һәм сәй менән һыйланды.

Сәй табыны әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәт!

Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.
 
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә Алтынбаева.
Читайте нас: