23 июндә таңғы бишенсе яртыла Эльвира һаташа башлай, ул «Пожар, пожар» тип ҡысҡыра. Игеҙәге Эльвина уның ҡысҡырыуына уянып китә. Хәлдең нимәлә икәнен аңлаған ҡыҙ шунда уҡ 102 телефонына шылтырата.
- Төтөн сыҡҡан, йортта еҫ бар ине, - ти Эльвина. – Йоҡлап ятҡан башҡа балаларҙы уята башланым, уларҙы иҙәнгә һалдым. Артабан тәҙрәләрҙе астым. Балаларҙы Эльвира менән тәҙрә аша тышҡа алып сыҡтыҡ.
Был йортта электр үткәргестәре янып киткән булған. - Ҡыҙҙарға рәхмәт, иң мөһиме, балалар иҫән-һау. Игеҙәктәр ваҡытында уянып, кәрәк сараларҙы ҡулланғандар,- ти ҡыҙҙарҙың әсәһе Фаягөл апай.
Автор фотоһы.