Бөтәбеҙҙең дә йөҙөндә шатлыҡ, ҡыуаныс хистәре, шул уҡ ваҡытта тулҡынланыу, борсолоу миҙгелдәре булғандыр. Беҙ мәктәпте 31 уҡыусы тамамланыҡ. Ышанырлыҡ та түгел, күпме йылдар үтһә лә бер беребеҙҙе таныныҡ. Алыҫ араны яҡын итеп килеп еткәндәрҙә булды. Күтәренке кәйефтә, һығылып торған өҫтәлдәр артында дауам итте беҙҙең осрашыу. Шул тиклем һағынышҡанбыз икән, хатта бер миҙгелдә бала саҡҡа, бергә уҡығандағы мәктәп йылдарына ҡайтып урағандай булдыҡ.
Йәшлек йырҙарын йырлап, төрлө уйындар уйнап, бейешеп, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрөп ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ.
Беҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлаусы кафе хужаһына, шулай уҡ беҙҙе осраштырырға күп көс һалған ирле-ҡатынлы Әхмәр ауылында йәшәгән класташтарым Ғәфүр менән Гөлнур Солтанморатовтарға, шулай уҡ класташым Рәмилә Заһиҙуллинаға бик ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Осрашыу тағын да 5 йылдан һуң ҡабатланһын, тип таралыштыҡ.
Донъя мәшәҡәтен ситкә ҡуйып
Осрашайыҡ әле тағын бер.
Бер ултырыу үҙе бер ғүмер бит,
Ә бит ғүмер ҡысҡа, белегеҙ.
Ултырайыҡ әле йыйылышып
Күпме йылдар инде үтһә лә
Йырлашайыҡ йәшлек уҙҙы тейеп
Таң атҡансы йәйге кистәрҙә.
Осрашайыҡ әле тағын, дуҫтар
Ҡартлыҡ ҡалһын өйҙә яңғыҙы.
Онотмайыҡ әле бер беребеҙҙе
Осрашайыҡ әле тағын бер
бит ғүмер үтә бик тиҙ белегеҙ.