Йәмғиәт
26 Июнь 2024, 08:00

Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ

Ишембай районында ямғырлы көндә лә бөтә ғаилә өсөн ҡыҙыҡлы ял ойошторорға мөмкин.

Торатауҙы яңы яҡтан астыҡТоратауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ

Тышта ямғыр яуа, тимәк, балалар урамға сығып велосипедта, самокатта йөрөй алмай. Иртәнге аш ваҡытында 8 һәм 10 йәшлек балаларыма бөгөн Торатауға барыуыбыҙ хаҡында хәбәр итәм.

Ишембайҙан Торатауға тиклем машина менән ярты сәғәт самаһы барырға кәрәк. Урындағы халыҡ өсөн ул – йылдар буйы һыналған маршрут. Беҙ ҙә элек Торатауға туҙанлы юлдан барып, машиналарҙы яланға ҡуйып, тау түбәһенә тиклем ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәргә йәбешә-йәбешә менгән саҡтарҙы яҡшы хәтерләйбеҙ.
Ә бөгөн туристарҙы “Торатау” геопаркы биләмәһенә инеүҙе белдергән күрһәткес ҡаршы ала. Юлға асфальт түшәлгән. Еңел автомобилде, хатта автобусты, парковкаға ҡуйырға мөмкин.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, белмәйем, әммә минең өсөн балалар менән иркенләп ял итеүҙең мөһим пункттарының береһе - территорияла йәмәғәт бәҙрәфтәренең булыуы. Геопарк туристары өсөн ул автомобиль туҡталҡаһы янында ғына урынлашҡан.

Улым менән ҡыҙым әйтеүенсә, беҙ Торатауҙа “йөҙ тапҡыр” булдыҡ. Әммә этнокомплекс асылғандан һуң беренсе мәртәбә килдек. Балалар ямғырлы көндә тәбиғәткә аҡ кроссовкалар кейеп барырға рөхсәт итеүемә аптыраған. Ә бында минең йәш туристарымды сюрприз көтә ине: визит-үҙәк тирәһендәге бөтә территорияны хәҙер ағас бағаналар берләштерә. Тимәк, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла аяҡ кейемен бысратыуҙан ҡурҡырға ярамай. Ағас һуҡмаҡ буйлап баҫҡыстар һәм яндауырҙар ҡуйылған, ә ҡараңғы ваҡытта яҡтыртҡыстар тоҡана. Әлбиттә, был бик уңайлы. Шулай ҙа, бағаналарҙың төп тәғәйенләнеше - уларҙа алты башҡорт тирмәләренең урынлашыуы.
Тирмәләрҙә кафе, тарихи-мәҙәни үҙәк, сувенирҙар кибете һәм лекторий урынлашҡан. Тағы ике тирмә - ҡунаҡтар өсөн, уларҙы бронләп, ял итергә мөмкин.

Был ерҙә фотоға төшкәндә кадрға тирмә лә, шихан да эләгә. Визит-үҙәктән беренсе тирмәгә тиклем барған арала беҙ ҙә был матурлыҡты төшөрөп алдыҡ.

“Сувенирҙар кибете”ндә урындағы фермерҙарҙан бал һәм сәй, башҡорт орнаменты менән эшләпә, футболка йәки сумка, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, “Торатау” һәм “Башҡортостан” һүҙҙәре яҙылған брендлы тауарҙар һатып алырға мөмкин. Милли тематикаға значоктар, открыткалар һәм наклейкалар балаларға бик оҡшаны. Сувенирҙар кибете тауарҙарын беҙ музей экспонаттары кеүек ҡараныҡ. Күп кенә эштәрҙе, дөрөҫөн әйткәндә, биҙәү-ҡулланма ижады ҡомартҡыһы итеп ҡабул итергә мөмкин.

Кибеттә йөрөгән арала һауа торошо тағы ла насарайҙы. Тарихи-мәҙәни үҙәккә барғанда ямғыр көсәйҙе. Беҙ аяҡ кейемдәребеҙҙе сисеп тирмәгә үтәбеҙ. Тарихи-мәҙәни үҙәк башҡорттарҙың традицион торлаҡ төрө буйынса ҡоролған. Уң яғында туҡыу станоктары, кейем һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ҡуйылған. Ул - ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы. Һул яҡта стенаға уҡтар һәм йәйәләр, ҡылыстар эленгән, был яҡ - ир-аттарҙыҡы. Тирмә иҙәнендә - ҡулдан эшләнгән келәмдәр һәм мендәрҙәр, ә уртала - самауыр һәм сәй кәрәк-яраҡтары. Балалар шунда уҡ “үҙҙәренең” яғына бүленә: улым урындыҡҡа менеп ултыра, ә ҡыҙым кәсә менән самауыр янынан урын ала. Экскурсовод һөйләүенсә, тирмәгә килеүселәрҙең барыһы ла тип әйтерлек юрматы ырыуының көнкүрешен “һынап ҡарау” мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмай. Үҙ сиратында, геопарк хеҙмәткәрҙәре ата-бабаларыбыҙ тормошо тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырыша.

Был тирмә көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем асыҡ. Уға инеү бушлай. Был осраҡта тирмәнең эске биҙәлешен генә ҡарап сығырға мөмкин һәм башҡорттарҙың тормошо тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, шихандар тураһында ғәҙәти булмаған факттар һеҙҙе урап үтәсәк. Тарихи-мәҙәни үҙәккә барыуҙы һәм экскурсовод оҙатыуында Торатауға күтәрелеүҙе үҙ эсенә алған ике сәғәтлек экскурсия 210 һум тора. Әйткәндәй, геопарк хеҙмәткәрҙәре уның территорияһы тураһында хатта интернетта булмаған мәғлүмәтте лә белә.

Был көндө беҙ Торатауға күтәрелеүҙе планлаштырманыҡ. Шуға күрә һуңғы тирмәнән һуң Ишембайға ҡайтыу өсөн машинабыҙ яғына юлландыҡ. Әммә беҙҙе тирмә-кафе кухняһынан килгән бик тәмле еҫ ебәрмәне. Тирмәгә меню ҡарарға индек: бында усаҡта былау һәм бишбармаҡ әҙерләйҙәр, өсбосмаҡ һәм ҡоймаҡ бешерәләр, сәй ҡайнаталар. Беҙ үлән сәйе, ҡоймаҡ, сәк-сәк менән һыйланып сыҡтыҡ.

Торатау күп туристар өсөн һәр ваҡыт бик популяр, хатта изге булған. Тау башынан кешеләр ҡырмыҫҡа кеүек кенә күренә. Һәм был ҡырмыҫҡа иләүе теләһә ниндәй һауа шарттарында - эҫелә лә, ямғырҙа ла, елдә лә мыжғып тора. Торатауҙа йөҙ тапҡыр булһаҡ та, йөҙ ҙә беренсе тапҡырында беҙ уны үҙебеҙ өсөн яңыса астыҡ.

 

Автор фотолары.

Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Торатауҙы яңы яҡтан астыҡ
Автор:Алёна Чернова
Читайте нас