Эйе, тағы ярты йыл үтә. Һәм, ысынын да күптә үтмәй баһадир кәүҙәле егетебеҙ,дөм ҡара сәсле,зәңгәр күҙле,биле тал сыбығындай ғына бер сибәркәйҙе етәкләп алып ҡайтып,нисә йылдар хужаһыҙ торған йортто һылап, ағартып ҡурсаҡ кеүек тәбиәләп,гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. Оҙон толомдарын күкрәп өҫтөнә һалып,кәүҙәһен тура ғына тотоп йылғанан көйәнтәләп һыу ташыған йәш киленсәкте,ҡарт ҡоролар тел шартлатып, күҙҙәре ҡыҙып, "Эх,ҡайҙа ҡалды икән,минең йәшлек саҡтарым?"-тип уфтанып ҡалыр булғандар. Таяҡҡа таянғандары ла йыраҡтан булһа ла күреп ҡалырға тип, урам яҡ ширлеккә сығып,оҙон көн буйы көтөп ултырғандар.Ҡайһы берҙәре йомош тапҡан кеше булып өйгә киләләр. Миннәғим барыһын да күреп,һиҙеп йөрөй ҡарт алашаларҙың ҡатынына күҙҙәре ҡыҙыуҙарын. Ауылда бигерәк тә иң әрһеҙе,шырмый 83 йәшлек Ғәли бабай була. Йәш килен алай, былай үтһә лә һәр ваҡыт һүҙен ҡушып,күҙен ҡыҫып маташа икән. Йылда дауаханаларға барып һаулығын нығыта.Ҡарт ҡороларҙан иң теремеге ошо бабай ғына.Әбейе үҙенән ике йәшкә өлкән. Тулы кәүҙәле,буйға бейек Нәғимәнән шырмыйлығы арҡаһында,мәжлистәрҙән һуң өйгә ҡайтҡас,элккән генә.Гел сибәр ҡатындар күрһә башын юғалтыр булған. Әбейе үҙенән бер башҡа бейегерәк булғас һәр ваҡыт туҡмаҡ башына эләккән. Үҙе һөйләүенсә; "Ғүмер буйы,аждаһалай ҡатындың,йоҙроғо түбә ҡапҡас ҡа эләккәс,тағы ла баш һулаҡай яҡҡа кәкрәйеп ҡалды", тип, тиңдәштәрен көлдөрөр булған.Бер көн шулай Миннәғим кәләше менән кис ҡапҡа төбөндә торһалар,тимер атына атланған Ғәли бабай үтеп барышлай; "Килен, минән һиңә воздушный поцелуй!"-тип ике бармаҡтарын күрһәтә икән.Миннәғим асыуы килеп, бабайға; "Ах,ҡороғор,ҡартлас бармағың өҙөлгөрө", - тип йоҙроҡ төйнәп ҡысҡырып ҡала. Күптә үтмәй быларға бабайҙың ейәне йүгереп килеп; "Ағай,тиҙ генә ҡартатайымды дауаханаға алып барыр кәрәк ине,урта бармағын, станокка өҙҙөрҙө", - тип килгән еренән йүгереп сығып та китә.Бер аҙ шаңҡып ултырған ир йүгереп күршеләренә барһа ҡанға батҡан бабай,иламһырап;"Ҡустым,ғәфү ит! Һинең генә ҡарғышың төштө миңә. Ғүмер буйы күпме бисә-сәсәләр артынан йүгереп,әбейемде эшкә һанаманым.Хоҙай Тәғәлә әйткәндер;"Ҡартлас ошо йәшеңә етеп тә аҡыл инмәһә, аҡылды үҙем бирермен,тигәндер!"-ти.
Миннәғим нишләһен инде, тиҙ генә еңел машинаһын тоҡандырып ҡартты дауаханаға алып барып, өҙөлгән ике бармағын тектертеп алып ҡайта. Ғәли бабайҙың ҡазаға тарыуы башҡаларға ла өлгө булды шикелле.Хәҙер урам ширлегенә сығып ултырыусы бер ир-атта юҡ.