Осрашыу йәнле әңгәмә рәүешендә барҙы. Уҡыусылар яҡташыбыҙҙың һөйләгәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, үҙҙәре лә һорауҙарын бирҙе. Улар илһөйәрлектең, яугирҙарға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмәләште. Сарала сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, шәхси сифаттарҙы үҫтереү һәм юғары маҡсаттарға ынтылыу кәрәклеге тураһында ла һүҙ барҙы. Армияла хеҙмәт итеү, Ватан алдындағы гражданлыҡ һәм хәрби бурысыңды намыҫлы үтәү, ил мәнфәғәттәрен яҡлау һәм уның милли именлеген тәьмин итеү кәрәклеге билдәләнде.
Егеттәр аныҡ миҫалда ысын геройҙарҙың арабыҙҙа йәшәүен, ҡыйыулыҡтың, Тыуған илгә һөйөүҙең ысын гражданы сифаттарын күрҙе. Осраҡ менән файҙаланып уҡыусылар яҡташыбыҙҙың хәрби дуҫтарына «Изгелек тылсымы»н тапшырҙы. Әңгәмә аҙағында уҡыусылар һәм педагогтар һалдатҡа ныҡлы һаулыҡ, имен хеҙмәт һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләне.