Йәмғиәт
21 Июнь 2024, 10:00

Ышаныслы аҙымдар менән алға табан

«Торатау» гәзите редакцияһы «Алға» – сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты сиктәрендә гәзит уҡыусыларҙы Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары территорияларында урынлашҡан махсус иҡтисади зонала эшләп килгән предприятиелар менән таныштырыуҙы дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алға» – сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында БР Башлығы гранты иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.

Ышаныслы аҙымдар менән алға табанЫшаныслы аҙымдар менән алға табан
Ышаныслы аҙымдар менән алға табан

ӨҪТӘЛМӘ ПРОДУКТТАН

«АРОМАТИКА» «ZASPORT» фабрикаһы сафҡа индерелгәндән һуң – бер, ә «Аркада» производство берләшмәһенең эш башлауынан һуң өс йыл үтте. Яңыраҡ редакция журналистары тағы бер майҙансыҡта булды – Стәрлетамаҡ районында ароматик углеводородтар етештереү буйынса завод асыласаҡ. Уны Наумовка ауыл Советы территорияһында «Дога» финанс төркөмө төҙөй. Әлегә буласаҡ предприятие урынында ергә свайҙар беркетелгән, плиталар түшәлгән. Завод директоры урынбаҫары Иван Панкратов белдереүенсә, был башҡарылған ҙур эштең күҙгә салынып торған бер бәләкәй генә өлөшө.

- Беҙҙең аяҡ аҫтында – алты километрҙан ашыу һыу селтәре һәм канализация, фундаментҡа һалынған бер нисә мең куб бетон, - тип аңлатты Иван Панкратов экскурсия барышында. – Шулай уҡ һеҙҙең алда – буласаҡ эстакадаларҙың металл конструкциялары һәм монтажланған ҡорамалдың бер өлөшө.

Махсус иҡтисади зонала ерҙе арендаға алыу 49 йылға иҫәпләнгән. Заводтың һәр яҡлап ҙур эшмәкәрлеге бер нисә тиҫтә йылға алдан күҙалланған – предприятие учредителдәре киләсәктә производствоны киңәйтергә ниәтләй, шул саҡта әленән үк монтажланған коммуникацияларҙың кәрәге тейәсәк. Проекттың йөрәге булып мейес тора, унда төп процестар – углеводород газдарҙың ароматик углеводородтарға әйләнеүе барасаҡ. Оҙаҡламай төҙөлөш урынына мейесте монтажлаясаҡ подрядсы киләсәк.

Иван Панкратов «Дога» финанс төркөмө учредителдәренә нисек итеп производствоны асыу идеяһы килеүе тураһында һөйләне. Ароматик углеводородтар Сәнәғәт министрлығы һәм Рәсәй сауҙаһы тарафынан ойошторолған ил сәнәғәтенең мөһим продукциялары исемлегенә индерелгән.

- Беҙгә «Газпромнефтехим Салават» предприятиеһының өҫтәмә продуктты эшкәртеү идеяһын тәҡдим иттеләр, был бутан-бутиленлы фракция, - тип белдерҙе Панкратов. – Ул нефтехимиянан алып фармацевтикаға тиклем күп тармаҡтарға кәрәкле «ароматика»ны әҙерләү өсөн мөһим компонент булһа ла, предприятиеларҙа бик ҡулланылмай. Беҙ Новосибирск фән академияһының Катализ институты белгестәре ярҙамында тикшеренеүҙәр үткәрҙек, инжиниринг төркөмө ойошторҙоҡ, технологияларҙың перспективалылығын иҫбатланыҡ һәм эшкә тотондоҡ. Нефть продукттарын тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнгән компанияларҙың ил баҙарынан китеүе сәбәпле, беҙҙең производство бик кәрәкле һәм уникаль булып тора. Илебеҙҙә башҡа ундай заводтар юҡ, беҙ уны таҙа яланда төҙөйбөҙ, ә Совет осороноң ҡалдыҡтарында түгел.

БАРЫ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠОРАМАЛ ҒЫНА

Иван Панкратов иҫбатлауынса, предприятиела эшләйәсәк ҡорамалдар – бөтәһе лә үҙебеҙҙең илдә етештерелгән. Был – Сәнәғәт үҫеше фондынан ярҙам алыу өсөн төп шарт. Төп процесс барасаҡ (углеводородтарҙы эшкәртеү) катализаторҙы барлыҡҡа килтереүҙә Борисоглебск, Пермь, Санкт-Петербург, Мәскәү, Красноярск, Силәбе, Екатеринбург предприятиелары ҡатнашты.

- 2022-2023 йылдарҙа конструкторлыҡ документацияһы әҙерләнде, ҡайһы бер мейестәр һәм реакторҙар махсус рәүештә беҙҙең өсөн уйлап сығарылды. Компрессорҙар, насостар, һауыттар – сериялы, ләкин шәхси проект буйынса етештерелде, - тине Иван Панкратов. - «Ароматика» етештереү технологияһына патент алынған. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем етештереү технологияһын һынау буйынса ғилми эксперименттар, тикшеренеүҙәр барҙы. Проектты сафҡа индереү тулайым эске продукттың дөйөм кимәлендә бәләкәй һәм урта бизнестың өлөшөн арттыра. Шулай уҡ генераль директор урынбаҫары, предприятиела эш урындары юғары етештереүсәнлекле
буласаҡ, тип белдереп үтте. Барлығы 117 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, әлегә төҙөлөштә 86 кеше эшләй. Көнбайыштың санкциялары арҡаһында проекттың хаҡы күтәрелә, ләкин учредителдәр маҡсатҡа ирешәсәктәренә ышана.

- Әлеге мәлдә проект бюджеты 4,8 миллиард һум тәшкил итә. Дәүләт ярҙамы булғас, беҙ санкция баҫымдарын тоймайбыҙ һәм эштәрҙе үҙ ваҡытында тамамларбыҙ, тип уйлайбыҙ, - тине Иван Панкратов.

ЭКОЛОГИЯ ТУРАҺЫНДА

Предприятиены сафҡа индереү 2025 йылға планлаштырылған, шулай ҙа күп нимә «Алға» махсус иҡтисади зонаһының кураторы – Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһынан тора. Тап ул инфраструктураны тәьмин итә – әҙер продукцияны оҙатыу өсөн юлдар төҙөй.

Әлбиттә, беҙ Иван Панкратовҡа тирә-яҡ мөхиттең үҙгәреш кисереүе ихтималлығы тураһында һорау бирҙек, сөнки урындағы халыҡты эргәлә генә химия заводының төҙөлөүе борсой.

- Экспертизаһыҙ, һығымтаһыҙ, күп тапҡыр үткәрелгән эксперименттарһыҙ беҙ төҙөлөшкә рөхсәт тә, резидент статусын да алмаҫ инек. Шулай уҡ беҙ санитар зоналарҙы ойоштороу буйынса бөтә нормативтарҙы үтәйбеҙ, - тип аңлатты Панкратов. – Предприятие тирәяҡ мөхиткә зарар килтермәҫ, тип ышанабыҙ, сөнки экологик хәүефһеҙлек мәсьәләһе проектлау этабында уҡ хәл ителде. Бөтә документация Наумовка ауыл Советының сайтында ҡуйылған, уның менән теләгән
кеше таныша ала.

«ТАЙФУН» ҠУЛДАРҘЫ ҺАҠЛАР

Артабан журналистар Ишембай районында урынлашҡан предприятиеларға юлланды, улар «Аркада» һәм «ZASPORT» бирсәткәләр етештереү цехтары менән танышып сыҡты.

«Тайфун», «Сахара», «Биг Кросс» – был исемдәр һеҙгә танышмы? Конвейерҙан сыҡҡан йәки цехта ғына етештерелгән бирсәткәләр төрө шулай атала. Баҡһаң,
эш бирсәткәләренең өс тиҫтәнән ашыу төрө бар икән. Һәр береһенең – үҙ исеме. Фабрикала әлегә уларҙың 10-12 төрө етештерелә: латекс йәки гель япмалы, ялтырауыҡлы продукция бар – улар төрлө эш өсөн тәғәйенләнгән. Киләсәктә ассортиментты киңәйтеү планлаштырыла.

Етешһеҙлектәр ҙә осрамай түгел. Бындай өлгөләр стендта урынлаштырылған, уларҙың бөтәһенә лә яҙылған: «Энәнең һыныуы», «Бармаҡта тишек», «Йомшаҡ бәйләү»... Бындай етешһеҙлеккә иғтибар биреү фабрикала сифатты етди контролдә тотоу тураһында үҙе үк әйтеп тора. Шул уҡ ваҡытта бирсәткәләр етештерелгән цехта бер генә кеше эшләй – производство автоматлаштырылған.

- Минең бурысҡа ҡорамалдың эшен һәм продукцияның сифатын контролдә тотоу, машинаны ваҡытында еп менән тәьмин итеү ҡарай. Фабрикала бер йыл эшләйем, миңә бик оҡшай, - ти Елена Воронина. Бирсәткәләр машинала бәйләнә, артабан уларға япма эшләнә, биркалар тегелә. «Аҡыллы» машиналар артында кешеләр ултыра, автоматизация эште тиҙ һәм сифатлы башҡарырға ярҙам итә.

АССОРТИМЕНТ ЯРАЙҺЫ УҠ ҘУР

«ZASPORT» фабрикаһы - «Алға» махсус иҡтисади зонаһында иң йәш предприятие, ул бер йыл элек эшләй башланы.

– Беҙ үҙебеҙҙең илдең сеймалын ҡулланырға тырышабыҙ, әммә ҡайһы бер параметрҙар буйынса ул һәр ваҡыт тап килмәй, - тип белдерҙе журналистарға фабриканың башҡарма директоры Александр Жернов. - Әлегә импорт сеймалының үҙебеҙҙең сеймалға ҡарата нисбәте яҡынса 60 процентҡа 30 процент тәшкил итә. Ассортиментыбыҙ ярайһы уҡ ҙур, профессиональ спорт командалары өсөн экипировка тегәбеҙ, махсус заказдар үтәйбеҙ, ваҡлап һатыу магазиндары өсөн продукция сығарабыҙ.

Александр Жернов предприятие буйлап экскурсия үткәрҙе. Ул спорт кейеме моделдәренең, тәжрибә өлгөләренең нисек эшләнеүе һәм туҡымаға баҫылыуы тураһында һөйләне. 4552 квадрат метр майҙанда төрлө цехтар һәм административ-көнкүреш биналар урынлашҡан. Бынан тыш, предприятиела тәжрибә-эксперименталь бүлек бар, уның хеҙмәткәрҙәре моделдәр, продукция өлгөләре һәм техник документация булдырыу менән шөғөлләнә. Жернов аңлатыуынса, эшселәр менән тулыһынса комплектланған осраҡта предприятиеның ҡеүәте йылына 500-ҙән ашыу изделие тәшкил итә. Фабрикалағы цехтар «еңел» изделиелар өсөн тегеү машиналарын ҡышҡы спорт кейемдәрен етештереүгә тәғәйенләнгән «ауыр» машиналарға алмаштырырлыҡ итеп йыһазландырылған.

ДӘҮЛӘТ КОРПОРАЦИЯЛАРЫ ЗАКАЗЫ БУЙЫНСА

«Аркада» фабрикаһы өсөнсө йыл эшләй. Производство начальнигы Марина Дратова һүҙҙәренсә, предприятие заказдар менән тәьмин ителгән. Бер ай эсендә бында 4000 ҡышҡы, 6000 йәйге костюм һәм 5000 жилет тегәләр. Даими заказсылар араһында – Рәсәй тимер юлдары, «Газпром», «Россети», Мәскәү метрополитены. Бөгөн фабрикала 400-гә яҡын кеше эшләй. Заманса ҡорамалдарҙа махсус кейем етештерелә.

Производство процесының тулы циклы төрлө цехтарҙа үтә. Беҙ «аҡыллы» станоктарҙың һәм уларға идара итеүсе кешеләрҙең эшен ҡараныҡ. Бына ҙур плоттерҙа алдан
төҙөлгән лекалдар буйынса туҡыма киҫелә. Киләһе этапта кейем элементтары тегелә. Махсус станоктарҙа төймәләр, ҡаптырмалар ҡуйыла, компанияларҙың логотиптары
төшөрөлә.

Тегенселәрҙең оҫта ҡулдарына, ышаныслы хәрәкәттәренә күҙ эйәрмәй, ә сигеү машиналарындағы энәләрҙең эшен күҙәтеү бик мауыҡтырғыс. Фабрика ҙур ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, унда һәр кемдең үҙ бурысы бар. Эш бер минутҡа ла тынмай, тик төшкө ашҡа ғына туҡтала. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр өсөн предприятие иҫәбенә йылы туҡланыу ҡаралған.

– Мин бында фабрикаға нигеҙ һалғандан алып эшләйем, оператор булып башлағайным, - ти бесеү цехы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ольга Шарикова. - Минең бурыс - кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү һәм процесты контролдә тотоу. Еңел сәнәғәттә мин 2005 йылдан алып хеҙмәт итәм, трикотаж фабрикаһында эшләнем. “Аркада”ла сменаһына 150-нән 400-гә тиклем берәмек әйберҙе, уларҙың ҡатмарлылығына ҡарап, киҫәбеҙ. Иң ҡатмарлы модель – “Сигнал”, уның яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтары бар. Бер сменала 100-гә яҡын ошондай моделдәрҙе бесәбеҙ.

ЭШСЕЛӘР ТАЛАП ИТЕЛӘ

Төп проблема – хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүе. «Аркада»ла цехтар яртылаш, «ZASPORT» фабрикаһында өстән бер өлөшкә комплектланған. Проблеманы хәл итеү өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәге нигеҙендә уҡыу үҙәктәре ойошторола, унда потенциаль хеҙмәткәрҙәр әҙерләнә, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн предприятиеларға экскурсиялар ойошторола. Фабрикаларҙа Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ишембай районы халҡы эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙе предприятиеларға автобустар бушлай йөрөтә, шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 250 урынлыҡ ятаҡ бар.

ZASPORT фабрикаһының башҡарма директоры Александр Жернов әйтеүенсә, эш процесын ойоштороуҙа хеҙмәткәрҙәрҙең теләктәре иҫәпкә алына. Эш хаҡы 28 мең һумдан башлап һәм унан юғарыраҡ. «Аркада»ла ла уңайлы шарттар булдырылған, хеҙмәткәрҙәр заманса станоктарҙа, яҡты цехтарҙа эшләй. Эш хаҡы - 30 мең һумдан башлап.

- Һынау ваҡыты өс ай самаһы тәшкил итә. Был ваҡыт эсендә кеше беҙҙә эшләргә теләүтеләмәүен аңлай ала, беҙ ҙә уның предприятиеға яраҡлымы-юҡмы икәнен беләсәкбеҙ. Беҙҙә эшләү ҙур иғтибар, ныҡышмалылыҡ талап итә, – ти Марина Дратова.

Фабрикаларҙың потенциалы бар, үҫешергә теләге лә ҙур. Артабан «Алға» махсус иҡтисади зонаһының Ишембай участкаһы биләмәһендә тағы бер нисә предприятие - светодиодлы ҡорамалдар, дизель яғыулығы өсөн өҫтәмәләр, үтә юғары молекуляр полиэтилен, синтетик юғары майлы спирттар, тротуар плиткалары етештереү буйынса заводтар барлыҡҡа киләсәк. Ә беҙ уҡыусыларҙы гәзитебеҙ биттәрендә махсус иҡтисади зона резиденттарының эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.


Гөлнур АРТЫҠАЕВА фотолары.

Ышаныслы аҙымдар менән алға табан
Ышаныслы аҙымдар менән алға табан
Ышаныслы аҙымдар менән алға табан
Ышаныслы аҙымдар менән алға табан
Ышаныслы аҙымдар менән алға табан
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас