А.Матросов исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының тарихына күҙ һалғанда, ул 1946 йылдың 1 майында асыла. Тәүҙә объект Йәштәр ҡала паркы исемен йөрөткән була. 1958 йылда уға Советтар Союзы геройы Александр Матросовтың исеме бирелә.
Әлбиттә, һәр быуын вәкиле был урынды үҙенсә хәтерҙә ҡалдырған. 60-70-се йылдар йәштәре уны аттракцион паркы булараҡ иҫләй. 80-90-сы йылдарҙа паркта концерт, дискотека кеүек мәҙәни саралар йыш ойошторолған була.
- Үҙәк парк һәр саҡ кешеләрҙе йәлеп итте, Совет осоронда ла шул уҡ хәл күҙәтелде, - тип белдерә муниципаль районы хакимиәтенең баш архитекторы Светлана Забелина. – Әммә ошоғаса паркты реконструкциялау буйынса бер ниндәй ҙә эштәр башҡарылманы. Был – төҙөкләндереү буйынса тәүге аҙым. Ошо проектты ғәмәлгә индереү сиктәрендә паркка яҡын йәшәүселәр, ял итергә килгән йәштәр һәм балалар менән йыйылыштар ойошторолдо, әңгәмәләр ҡоролдо. Һөр кем үҙ фекерен белдерҙе, уй-фекерен әйтте.
Светлана Сергеевна әйтеүенсә, парк зоналарға бүленгән – кемдер тынлыҡта китап уҡыясаҡ, кемдер күләгәлә һүрәт төшөрәсәк. Ә теремек, әүҙем балалар өсөн скейт-майҙансыҡтар, бәүелсәктәр, каруселдәр тәғәйенләнгән. Шулай уҡ киләсәктә паркта стационар булмаған сауҙа объекттары идлереләсәк. Лимонад, туңдырма һатып алырға теләһәгеҙ – рәхим итегеҙ.
Шул уҡ ваҡытта Яңы өйләнешеүселәр скверы ла ҡыҙыҡһындырыу тыуҙыра.
- Ошоғаса ЗАГС бинаһы эргәһендә фотоға төшөргә урын да юҡ ине, - тип белдерә Светлана Забелина. – Сквер төҙөкләндерелгәндән алып өйләнеүселәргә фотозоналар янында төшөргө мөмкинлек барлыҡҡа килде. Фотзоналарҙың береһе - «балдаҡ», икенсеһе «йөрәк» формаһында ойошторолған.
А.Матросов исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында ремонт эштәре тамамланмауға ҡарамаҫтан, кеселәр ҙә, ололар ҙа ошо урынға килергә ашыҡты. Мин дә был урында бер нисә танышымды осраттым, улар парктың үҙгәрешенә бик шат инеләр.
- Беҙ яҡын да ғына йәшәйбеҙ, улым ошо паркта уйнап үҫте тиһәң дә була,- тип уртаҡлашты Эльвира Әхмәтйәнова, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. – Балаларға эҫе көндәрҙә фонтан кәрәк, яңы парктта был проблема булмаясаҡ, тип уйлайым. Ғаиләләр менән күңелле ял итергә булһын. Һағындым һине, парк! Оҙаҡламай килермен, берәй скәмйәңә ҡунып, рәхәтләнеп ял итермен.
Әйтергә кәрәк, паркта төп эштәр үтәлгән. Әлегә үлән сәсеү, бордюрҙар ҡуйыу, һуҡмаҡтар эшләү, плиткалар түшәү кеүек эштәр башҡарыла.
Автор фотолары.