1941 йылдың 22 июне – ҡото осҡос хәбәр килтергән көн. Илдә миллионлаған кешеләрҙең хыялдары, маҡсаттары селпәрәмә килә – каникулдар, имтихандар, туйҙар... Тормош ҡапыл икенсе төҫ ала.
Ошо иҫтәлекле датаға арналған сарала муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, сик һағы, Афған һуғышы һәм МХО ветерандары, «Юнармия» хәрәкәте ағзалары ҡатнашты.
Митингыла «Фаза» ҡушаматлы МХО яугиры менән танышырға тура килде. Отпускыла булған яугир, иғланда күреү менән, сараға килеп етә.
- Был сараға килмәйенсә, ситтә ҡалып булмай ине, - тине яугир. – Ата-бабаларыбыҙ нисек көрәшкән, бөгөн беҙ ҙә шулай Ватан һағында торабыҙ. Фашистар беҙҙе еңергә түгел, ә ер йөҙөнән юҡ итергә теләй, ләкин беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Автор фотолары һәм видеоһы.