Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь , 16:00

«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш

«Алға» махсус иҡтисади зонаһы Башҡортостан биләмәһендә дүртенсе йыл эшләй. Ул биш айырым участкала урынлашҡан, был предприятиеларҙы тармаҡҡа ҡарауы, технологиялар һәм сеймал базаһы оҡшашлығы буйынса төркөмләп, кластер тибы буйынса урынлаштырырға мөмкинлек бирә.

«Алға» Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондары араһында урынлашҡан, уның дөйөм майҙаны 763 гектар тәшкил итә, шуларҙың 387 гектары - ҡуртымға бирергә яраҡлы, 137 гектары яңы производстволар урынлаштырыу өсөн ирекле.   Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә дүрт майҙансыҡ урынлашҡан, һәр береһендә икәү. Ишембайҙа «ПО Аркада», «Заспорт фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре эшләй, йыл аҙағына «Зур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сафҡа индерелеүе көтөлә. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының идара итеүсе компанияһы - Үҫеш корпорацияһы.

Инвесторҙарҙы йәлеп итә

“Алға” – сәскә атҡан Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Махсус иҡтисади зона булдырыу тураһында документтарға ҡул ҡуйылғандан һуң дүрт йыл үтте. Был ҡыҫҡа ваҡыт, әммә эштең тәүге йомғаҡтары ҡыуандыра. Дөйөм алғанда, махсус иҡтисади зона резиденттарының һаны - биштән 22-гә, ә инвестициялар күләме 15,7-нән 61,8 миллиард һумға тиклем артҡан. Бөгөн махсус иҡтисади зонала химия, нефтехимия производстволары, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт, фармацевтика кеүек төрлө йүнәлештәге предприятиелар эшләй. Махсус иҡтисади зонаның эш
ваҡыты 49 йылға иҫәпләнгән, әммә бөгөн үк майҙансыҡтарҙы тултырыу 53,5 процент тәшкил итә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса «Алға» махсус иҡтисади биләмәләренең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингы сиктәрендә «Импортты алмаштырыу» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының дөйөм рейтингында - һигеҙенсе, инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында дүртенсе урынды биләй, - тип һөйләй махсус иҡтисади зонаның идара итеүсе компанияһы директоры Артём Пензин.

Барыһына ла файҙалы

Махсус иҡтисади зона булдырыу тураһындағы ҡарарҙы республика халҡы аныҡ ҡына ҡабул итмәне - кемдер химия предприятиеларының тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһонан ҡурҡа, кемдер яңы эш урындары булдырыуға, бюджетҡа көтөлгән аҡса керемдәренә шатлана. Инвесторҙарҙы проекттарҙың тиҙ арала сығымдарын ҡаплау мөмкинлеге йәлеп итә, махсус иҡтисади зона резиденттары өсөн ул бар. Ҙур предприятиеларға һәм федераль трассаларға яҡын булыу, юлдарҙың, коммуникацияларҙың булыубулмауы инфраструктура булдырыуға ваҡытты һәм аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирә. Эшҡыуарҙар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу - объекттар төҙөү, технологиялар булдырыу, ҡорамалдар һатып алыу менән шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ районында илдә углеводород газдарын ароматик углеводородтарға эшкәртеү идеяһын тормошҡа ашырыусы берҙән-бер «Дога» финанс төркөмө ароматик углеводородтар етештереү заводын төҙөү сағыу миҫал булып тора. Ул нефть эшкәртеүҙең өҫтәмә продукты - сеймал оҙатыласаҡ комбинат эргәһендә урынлашҡан. Ароматик углеводородтар химияла, нефтехимияла, фармацевтикала һәм башҡаларҙа ҡулланыла. Әммә химия производстволары «Алға» махсус иҡтисади зонаһында  урынлашыуҙан тыш, Ишембай биләмәһендә «Заспорт» һәм «Аркада» тегеү фабрикалары эшләй ҙә инде. Беренсеһендә Олимпия йыйылма командаһы өсөн экипировка, шулай уҡ көндәлек спорт кейеме әҙерләнә. «Аркада»ла эш кейеме тегәләр һәм бирсәткәләр эшләйҙәр. Еңел сәнәғәт предприятиеларын булдырыу 800 эш урынын йыһазландырырға мөмкинлек биргән. Предприятиеларҙа Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәүселәр, шулай уҡ тотҡондар эшләй. Фабрикаларҙа заманса импорт ҡорамалдар файҙаланыла, бөтә процесс автоматлаштырылған, эшселәр яҡты, иркен бүлмәләрҙә эшләй, улар өсөн эш урынына тиклем трансфер, туҡланыу ойошторолған, уңайлы ятаҡ төҙөлгән.

Махсус иҡтисади зона резиденттарының бер төркөм ташламалары бар. Резиденттар импортҡа оҙатылған материалдар һәм сеймал буйынса НДС-тан һәм индергән пошлинанан, сит ил ҡорамалдарына, Таможня союзынан сит ил тауарҙарын һатҡанда һалымдан азат ителә һәм башҡа бик күп льготалар бирелә.

Бынан тыш, предприятиелар идара итеүсе компания хеҙмәттәре менән файҙалана - Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға «берҙәм тәҙрә» режимында ярҙам күрһәтә, резидент статусын алырға, дәүләт ярҙамы сараларын тәьмин итергә ярҙам итә. Республика өсөн беҙ яңы, йәш предприятие, әммә бөтә еңел сәнәғәт кластерын булдыра алдыҡ, - тип иҫәпләй «Аркада»ның генераль директоры Евгений Романов. - Инвесторҙар һәм төбәк властары өсөн файҙа тураһында һөйләгәндә, ул ике яҡлы. Беҙҙең өсөн дәүләт яғынан был билдәле ташламалар - ер, тиҙләтелгән амортизация, табышҡа һалым, бизнес алып барыу һәм уны киңәйтеү өсөн уңайлы шарттар. Дәүләт өсөн - эш урындарын ойоштороу, инфраструктураны үҫтереү, һалымдар. Һалым һәм башҡа ташламалар резиденттарға төбәк бюджеты иҫәбенә биреләсәк, әммә көтөлгән иҡтисади файҙа был сығымдарҙы күп тапҡырға арттырырға тейеш. Мәҫәлән, ташламаларға 600 миллион һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла, шул уҡ ваҡытта инвестициялар күләме 20,3 миллиард һум тәшкил итәсәк, өҫтәлгән хаҡҡа һалымды иҫәпкә алмағанда керем - 25,1 миллиард һум, был республика бюджетына өҫтәмә табыш килтерәсәк.

Экология яҡлау аҫтында

Төбәк халҡын борсоған төп мәсьәлә экологияға ҡағыла - улар химия производствоһы тирә-яҡ мөхит торошона кире йоғонто яһар тип хәүефләнә. Күп һанлы экспертизалар, тикшереүҙәр, һығымталарһыҙ производство төҙөүгә һәм уны сафҡа индереүгә рөхсәт ала алмаясаҡбыҙ, - ти «Дога» финанс төркөмө корпорацияһы предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары Иван Панкратов. - Предприятие район экологияһын һаҡлау йәһәтенән хәүефһеҙ буласаҡ, тип әйтергә мөмкинлек биргән бөтә документация, нигеҙләүҙәр, һығымталар Наумовка ауыл Советы хакимиәте сайтында
урынлаштырылған.

Республикала йәшәгән һәр кем ошо мәғлүмәт менән таныша ала. Ошондай эшмәкәрлек алып барыуға рөхсәт алыу һәм махсус иҡтисади зонаның резиденты статусын алыу еңелдән түгел, производствоның кешеләр һәм тәбиғәт өсөн хәүефһеҙ буласағын ысынлап та иҫбатларға кәрәк, тип әйтә алам.

Ә артабан?

Киләһе ике йылда ИшембайСтәрлетамаҡ кластерында яҡтылыҡдиодлы ҡорамалдар, дизель яғыулығы өсөн присадкалар, юғарыла телгә алынған ароматик углеводородтар етештереү заводтарын сафҡа индереү көтөлә. Шулай уҡ юғары молекуляр полиэтилен, синтетик юғары май спирттары, тротуар плиткалары етештереү буйынса предприятиелар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Был производстволар 600-ҙән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 30 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. «Алға» махсус иҡтисади зонаһында эшләү шарттары менән Ҡытай һәм Төркиә инвесторҙары ҡыҙыҡһынды, Үзбәкстан биләмәһендә Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһы филиалы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы составына Ағиҙел ҡалаһы биләмәһен индереү планлаштырыла.


Автор фотолары.

«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
«Алға» - тотороҡлоҡ һәм үҫеш
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: