Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 17:00

Һуңлап табылған бәхет

Һуңғы арала үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй болоҡһоп йөрөгән Сәрбиназ бөгөн таң атыуға ҡояш кеүек балҡып уянды. Өләсәһе Ғәйшә әбей шул тиклем матур итеп төшөнә инде. Имеш, һаман да улар үҙҙәренең ике яҡлы бәләкәй генә өйҙәрендә йәшәп яталар. Йәйҙең бер көнө.

Һуңлап табылған бәхет
Һуңлап табылған бәхет

Урам эсен күгүлән ҡаплаған. Ары-бире йәй көнөнә ярарлыҡ ҡына итеп үҙе таҡтанан әүәләп алған аласығында өләсәһе һөт айыра. Ҡаймағы шул тиклем дә ҡуйы, матур булып сеүәтәгә ҡойола. Иң ҡыҙығы: Сәрбиназ шул ҡаймаҡҡа йүнләп ағырға хут бирмәй. Бармағын ҡуйы шыйыҡсаға манып ала ла, шуны ялай ҙа ялай. Өләсәһе бер һүҙ әйтһәсе, башына ҡунаҡҡа ғына ябына торған кизе яулығын ябынып алған да, күреп туйып ҡалайым тигәндәй, үҙе Сәрбиназдан күҙен алмай. Ә өҫтөндә Майшәкәр инәйҙән бер йомғаҡ майға тектереп алған балитәкле сатин күлмәк. Ней ғәжәптер, сабыр, һөйкөмлө, түңәрәк кенә күҙе менән Сәрбиназға оялып ҡына ҡараған төҫлө. Ошо бәхетле минуттан Сәрбиназды ваҡытһыҙ шылтыраған телефоны уятты. Тертләп уянып, татлы минуттың өҙөлөүенә йәне көйгәнгәме, өҫтәлдә ятҡан телефонға теләр-теләмәҫ кенә үрелгәйне, һүнеп тә ҡуйҙы. Иртә менән кем шылтырата икән, берәй нәмә булдымы икән, тип йөрәге жеүелдәп ҡараһа, күрше Вәсилдең ҡатыны икән. Ярай, бик кәрәкһә, тағы шылтыратыр әле, юғиһә, хәҙер кире шылтыратһаң, сәғәт буйы уның тәтелдәүен тыңлар кәрәк, тип теге төш менән һаташыуын дауам итте. Их, кисә һүндереп һалаһы булған икән дә бит телефонды, төшөндә туйғансы ҡарап ҡалыр ине өләсәһенә. Йә, ярай, ошо татлы минуттар йылға етерлек көс бирә лә баһа. Бына уяныу менән бушты юҡҡа борһаланып йөрөгән күңеле тынысланды, кәйефе күтәрелде. Рәхмәт инде өләсәһенә, үлеүенә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, йылына бер-ике булһа ла төшөнә инеп, Сәрбиназды йә нимәнендер ҡурсалай, йә тиҙҙән шатлыҡ булырын иҫкәртә. Өләсәһе әйтмешләй, төштө нимәгә юраһаң, шул була, шуға Сәрбиназ төшөн яҡшыға юраны, ышанды, ни тиһәң дә аҡ һөт менән ҡаймаҡ насарға булмаҫ инде. Өләсәһен күҙ алдына баҫтырып, ҡәнәғәт кенә йомшаҡ диванда ята бирҙе Сәрбиназ.
Бөгөн ял көнө, ҡабаланаһы юҡ. Ире эштә, көндөҙгө дежурға киткәйне, кисһеҙ ҙә ҡайтмаҫ. Улы Мирас менән ҡыҙы Гөлһыуҙы кисә ҡартаталары ялға килеп алдылар. Ашығаһы юҡ. Ҡалай һәйбәт булды әле төштөң ялға тура килеүе. Эшкә булһа, Сәрбиназ күптән аяғөҫтө булып, төш онотолоп, көндәлек мәшәҡәткә сумыр ине. Балаларҙың береһен балалар баҡсаһына, икенсеһен мәктәпкә әҙерләргә, иртәнге аш-һыу йүнәтеү тигәндәй, һәр хәлдә бөгөнгө кеүек һағышлы, йылы хәтирәләргә ҡайтыу өсөн ваҡыт табылмай, төшө онотолоп та ҡуйыр ине, бәлки.
Сәрбиназды уйҙары үткәндәргә алып ҡайтты... Иң ҡәҙерле кешеһе - өләсәһе Ғәйшә әбейҙең һыны күҙ алдына баҫты.
Ҡайһы берәүҙәр, әсәйҙәре үлеү сәбәпле, әсә һөйөүенә, йылыһына мәхрүм булһа, Сәрбиназ ғәзизе тере көйөнә әсә наҙына талсыҡты. Уның әсәһе Мәстүрә Ғәйшә әбейҙең бер бөртөк кенә ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙы ине. Олатаһы Әкрәм бабай фажиғәле үлеп ҡалғанда Мәстүрә ун йәштәрҙә булғандыр. Мәстүрәгә тиклем Ғәйшә әбейҙең бер улы тыуып үлгән, ҡыҙынан һуң тыуған улы ла алты ғына ай йәшәп, ҡапыл ғына ауырып үлеп киткән. Балалар ҡайғыһынан арынып, әллә киләсәктә тағы ла әсә булыу бәхетенә өмөт өҙмәй генә йәшәп ятҡанда Ғәйшәгә ҡайғы икенсе яҡтан ишек асты. Иртән имен генә эшкә сығып киткән ирен кискә үле килеш тейәп ҡайттылар. Тракторҙа эшләгән Әкрәм үҙ тракторының аҫтында ҡалып, аңына ла килмәй шунда уҡ йән биргән. Ғәйшә бөртөк кенә Мәстүрәһен ҡосаҡлап:
- Йә, Хоҙайым, сабырлыҡтар бирһәңсе, әле йәшәй генә торған сағы ине. Әкрәмһеҙ мин нисек йәшәрмен? Ни эшләп ҡәҙерлемде аяманың, Аллаҡайым, балам бар бит, атайһыҙ ҡалдырҙың да баһа, - тип һыҡтаны йәш ҡатын. Эй, донъя һин тигәнсә генә барһа икән. Әкрәменең ҡырҡы үткәс кенә саҡ ипкә-һапҡа килде Ғәйшә.
- Балам, Мәстүрәм бар бит, үҙемә, Хоҙайым, ғүмер бир инде, минән башҡа уның бер кеме лә юҡ, баламды кеше итәйем, - тип Хоҙайҙан ғүмер һораны. Балаһын кеше итеү теләге уны артабан йәшәргә көс табырға ярҙам итте. Өйҙә иламаны Ғәйшә, төн етһә, кәртәгә сығып иланы, Мәстүрәһенә күрһәтмәне күҙ йәшен. Уйланып, ҡайғырып ултырырға ваҡыт ҡалмаһын өсөн, башкөллө эшкә сумды. Ал-ял белмәй фермала быҙауҙар ҡараны. Әкрәме ҙур итеп өй һалырға хыяллана ине. Юҡ шул, хыялы тормошҡа ашманы - өй бурала килеш ултырып ҡалды. Ахырҙа, йыл тирәһе ултырғас, сереп ҡуйыр тип бураны Нуғай ауылына һатып ебәрҙе. Күрше Исмәғил:
- Миңә һат әле, еңгәй, ҡырға ебәрмә бураны, үҙем алам, - тип ҡарағайны ла, риза булманы. Күргән һайын бура Әкрәмен иҫкә төшөрөп тик торор тип уйланы. Йәшәгән өйҙәре ҡайныһынан ҡалған йорт. Үтәтмалы, бәләкәй генә өй ныҡ булып сыҡты. Шунда Мәстүрә үҫеп буй еткерҙе, аҙаҡ ейәнсәре Сәрбиназға ла шунда үҫергә насип булды. Ҡара эшкә шәп булды Ғәйшә. Бәғзеләр һымаҡ ҡайғы, ауырыу һөйләп кеше йонсотоп йөрөмәне. Балҡып торған матурлығы булмаһа ла, һөйкөмлө ине. Сабырлығы, аҡыллы булыуы, эшкә күндәмлеге, тилберлеге менән абруй ҡаҙанды. Тәүҙәрәк, Әкрәм үлгәс, ҡыҙғанып:
- Яңғыҙ үҙеңә ҡыйын булыр, килен, ҡыҙ ни ҙурайып үҫер ҙә китер, сәпсим яңғыҙ ҡалырың, урыны тура килһә, кейәүгә сығырың ул, - тигәйне ҡайнағаһы.
- Булмай, ҡайнаға, асыуланма, баламды тилмертеп кеше күҙенә ҡаратып ултыртып ҡуяһым юҡ, ни күрһәк тә күрербеҙ, - тигәс, башҡаса һүҙ ҡуйыртып торманы Ғәлләм ҡарт. Үлгән артынан үлеп булмай шул, башты ташҡа ярып та булмай. Һоратыусылар булманы түгел, булды. Шығай Ғәлимйәне әллә биш килде ҡулын һорап. Нисә килһә лә Ғәйшә юҡтан башҡаны әйтмәне.
Бар наҙын, бар йылыһын ҡыҙына бирҙе, Мәстүрә тип йәшәне. Ҡайҙа яҡшы, ҡайҙа матур - Мәстүрәнеке булды. Берәүҙән дә кәм-хур итмәҫкә тырышты әсә Мәстүрәһен. Өҫтәүенә төҫкә-башҡа ла бик матур ине ҡыҙ. Ҡыйылып киткән ҡуйы ҡара ҡаш тиһеңме, шоморт ҡара ҡуйы оҙон толом, килешле генә буй- һын. Көлөп ебәрһә инде сикәһендә уйылған бәләкәй генә соҡор, ҡыҫҡаһы, торғаны менән кәртинкә инде. Ҡашыҡҡа һалып йотмалы тейҙәр ундай һылыу ҡыҙҙарҙы. Әкрәме төҫкә шулай таҙа, аҡ йөҙлө, ҡуйы ҡара ҡашлы, һыу һөлөгө һымаҡ ине. Кәүҙәгә лә оҙон ғына булды. Ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Ғәйшә, иҫенә төшкән һайын:
- Әкрәм ни эшләр ине икән ҡыҙын күрһә, һоҡланып туймаҫ ине микән? - тип уйлап эскенәләре ҡайышып китә.
Мәстүрә үҙенең һылыу, матур икәнен бала саҡтан белеп үҫте. Кем күрһә лә:
- Уй, ҡалай матур ҡыҙыҡай, сәстәрең бигерәк матур, был тиклем дә ҡыйғас ҡара ҡаш! - тип күргән береһе уға һоҡланыуын йәшермәне. Ошо һоҡланыуҙар бала ғына көйө унда мин-минлек тәрбиәләне. Һауалы, тәкәббер, үҙен генә яратып үҫте Мәстүрә. Шулай булмай, мәктәптә лә Мәстүрәгә егеттәр тарафынан иғтибар күп булды. Класында ғына түгел мәктәптә, бәлки, уға һылыулыҡ менән тиңләшкәндәр булдымы икән? Матур, өҫтәүенә сынъяһау кейенгән Мәстүрәне берәй дәрәжәле генә кешенең ҡыҙы тип тә уйларға булыр ине. Холҡо, үҙен тотошо менән дә айырылды Мәстүрә башҡа ҡыҙҙарҙан. Класташ егеттәрен бөтөнләй һанға һуҡманы, ҡыҙҙарға ла эйәләшеп барманы. Үҙенән ҙур класта уҡыған ҡыҙҙар, малайҙар менән генә аралашты. Ҡыҙҙың уҡыуға бәләкәй кластан барымы булманы, математиканы бөтөнләй үҙ итмәне. Әсәһе Ғәйшә лә, ҡыҙының уҡыуҙа аҡһағанын белеп, күпме генә тырыштырып ҡараһа ла, Мәстүрә алдыра алманы. Ҡыҙ уҡыуға издиһат һалманы. Урта кластарҙа инде күңелен егет-елән биләне. Ғәйшә ҡыҙын бик эшкә йомшаманы. Уға ҡыйын булмаһын тип, бөтә нәмәне үҙе эшләргә тырышты. Эштән арып ҡайтҡан сағында инде буй еткән Мәстүрә уны диванда һуҙылып ятып ҡаршыланы. Әсәһенең тамаҡ йүнәтеп, ашарға саҡырыуын шулай булырға тейеш, тип уйланы, күрәһең. Арғы остан Маһира әллә нисә Ғәйшәгә:
-Ҡыҙыңды һуймаға аҫырайыңмы, эшкә өйрәт! Бик булмаһа фермаға килһен, һиңә ярҙам итешһен. Анһат, һаман ни инде. Исмаһам, ашарға бешерһен ҡайтыуыңа. Ни эшләп эштән ҡайтҡан әсәһен көтөп ята ул, тамаҡ та йүнәтмәй, бынағайыш, - тип асыуланып ҡараны. Нисә йыл бергә быҙау ҡарап, ҡатышып йөрөгән Мәрфүға ла:
- Мәстүрәне йомшамайһың бит, әй. Хәҙер, ошо ваҡытта ауыҙын йырып йомшамағас. Бөтәһенә лә үҙең. Улай булмай ҙа инде, Ғәйшә, ярай ҙа ул ҡәҙереңде белһә. Ана, уның йәшендәге ҡыҙҙар, һыйырына тиклем һауа, - тип үпкәләп әйтеп ҡараны. Бәләкәйерәк саҡта бәләкәй тип йәлләп эш ҡушманы, үҫә төшкәс, ҡушһа ла эшләмәне Мәстүрә. Аҙаҡ инде, башына төшһә эшләр әле, мин үҙем дә Әкрәмгә кейәүгә сыҡҡас ҡына эшкә өйрәндем бит, тип үҙен йыуатты.
Эйе, бәхете бар Ғәйшәнең - аҡыллы ҡәйнәгә тура килде. Ун туғыҙы яңы тулған Ғәйшәне ажғырмай, екермәй, ипле генә итеп эшкә өйрәтте ҡәйнәһе. Атайһыҙ үҫкән Әкрәм үҙе лә эшкә йәштән өйрәнгән ине. Бесән сабыу, утын әҙерләү кеүек ирҙәр эшенә: “Бер үҙемә күңелһеҙ, әйҙә, һин дә минең менән”, - тип бисәһен эйәртеп алып йөрөп, өйрәткәйне ваҡ-төйәк эшкә. Ғәйшә үҙе лә әсәһе мәрхүмәгә оҡшап күндәм ине шул. Әсәһе, ике балаһын ҡалдырып, йәшләй генә үлеп китте. Ике бала менән тол ҡалған атаһы күп тә тормай өйгә үгәй әсәй алып ҡайтты. Үгәй әсәй ҡаҡманы ла, үҙенеке итеп йән дә атманы. Йыл үтеүгә ҡустыһы тыуғас, бала ҡарау Ғәйшәнең елкәһенә ятты. Унды бөткәнсе тағы ике ҡустыһын ҙурайтты әле. Үҙенең өҫ-башын йүнәтеп, шунан берәй ергә уҡырға барырмын әле тип уйлап һуңғы имтихандан һуң тура ферма мөдире Азат ағайға эш һорап килде. Завферма Ғәйшәне әйҙүкләп ҡаршыланы, йәй көнө һауынсы, быҙау ҡараусыларға алмаш бик кәрәк.
- Иртәгә үк эшкә сыҡһаң да була, Сәлимә еңгәң туйға көн һорай ине. Урыныңа кеше табып кит тигәйнем, бик һәйбәт булды. Әле ул быҙауҙары янында, барып эш рәтен белешеп ҡайт та, әйҙә, иртәгәнән эшкә. Көндө иртәгәнән ҡуйырмын.
Бына шулай ваҡытлыса, өҫтөн бөтәйем тип кенә эшкә барған Ғәйшә пенсия йәшен уҙып киткәнсе ошо фермала быҙау ҡараусы булып ҡалды.
Ул эш башлағас та фермаға һыу һөлөгө кеүек сибәр, йәш, өҫтәүенә аҡыллы егет Әкрәм әрме хеҙмәтенән һуң һөт машинаһына шофер булып эшкә килде. Күрше өс саҡрым ятҡан Аҡҡолай ауылы егете ине ул. Буй етмәҫлек булып күренгән егеткә бик иғтибар итмәҫкә тырышты Ғәйшә. Әкрәм үҙе лә башта ҡыҙҙы иғтибарға алманы. Шулай ҙа һуңғараҡ:
- Сәләм ҡыҙҙарҙың уңғанына! - тип үтеп киткеләне. Һуңғараҡ, ара-тирә, күреп ҡалһа, Ғәйшәнең ботлоҡ биҙрәһен күтәрешеп китте. Артыҡ һүҙ әйтеп маҙаһыҙламаны үҙе, шулай ҙа серле генә итеп йылмайып ҡуйғыланы.
Ғәйшә быҙауҙарына, ферма коллективына ла яйлап өйрәнә төштө. Эш, әйтәһе түгел, ауыр ине, бөтә эш ҡул менән башҡарыла, быҙауҙар йәш бала менән бер, саҡ ҡына артыҡ һөт эсһәләр эстәре китеп ауырыйҙар. Тәүге көндәрҙә:
- Юҡ, бында оҙаҡ эшләп булмаҫ, бер-ике-өс ай эшләп өҫ-башымды ғына бөтәп алайым да, ҡалаға эшкә булһа ла китермен, - тип үҙен йыуатты.
Өйгә ял итергә ҡайтһа ла тыныслыҡ юҡ, үгәй әсә үгәй инде, ҡайтыуыңды көтөп кенә тора ул-был ҡушып йүгертергә. Эш менән көндөң үткәне лә һиҙелмәй. Быйыл көҙ иртә килде. Баштараҡ яуынлап торҙо ла, ҡапыл ғына туңдырып, ноябрь баштарына ҡар ятты.
Яңы йылға ла күп ҡалманы. Йәшлек ғәләмәте үҙенекен итә, арып ҡайтһа ла үгәй әсәһен һөйләндереп, бер нисә тапҡыр киноға сыҡҡыланы күршеләге Әсмә еңгәһе менән. Әсмәнең ире үлгәненә биш-алты йыл булалыр, ике бала менән йәшләй генә тол ҡалды. Шул эскелек ғәләмәте инде. Эсеп ҡайтып йоҡлап ятҡанда үҙ ҡоҫҡолоғона үҙе сәсәп үлгән. Ярай Әсмә, йәш балаһы ауырып, балниста булып ҡалған, атыу ҡәйнәһе айғыр Яңыл:
- Ҡарамай үлтергәнең, хайырсы! - тип өҫтөнән өйҙәй булыр ине. Ире үлер алдынан ғына колхоздың буш торған өйөн йүнәтеп күскәйнеләр. Ғәйшәләргә ҡаршы ғына. Балаһының береһе быйыл уҡыуға барҙы, икенсеһенә алты йәш тирәһе. Әсмә үҙе кәнсәнең иҙәнен йыуа. Шардауай, төҫкә-башҡа ла арыу ғына ҡатынды Ғәйшәнең үгәй әсәһе Фариза ни эшләптер өнәп етмәй. Уның менән йөрөгәнен күрһә:
- Тиңең бөткәнме, иҫаҡай, ике балалы бисә менән йөрөмәһәң, йөрө үҙеңдең тиңең менән, һәптән Әсмә лә булғанмы кеше? - тип сағырға ғына тора. Ғәйшәнең тиңдәштәре ни ауылда юҡ тиерлек, Алмагөлдән башҡа. Ул, институтҡа һынау биреп, инә алмай ҡайтҡас, өйөнән дә сыҡмай, икенсе йылға әҙерләнә. Етмәһә, арғы оста. Етеш ғаиләлә, ата-әсәһенән иркәләнеп кенә үҫкән Алмагөл, мәктәптә уҡыған да уҡ, Ғәйшәгә танау өҫтөнән генә ҡараны. Бер класта уҡыһалар ҙа сит ине улар бер-береһенә. Әсмә менән рәхәт, ул Ғәйшәне аңлаған һымаҡ, сере лә һыя уға. Асыҡ-ярыҡ, эсендәге тышында. Уты-һыуы ла бергә булып китә. Әле кисә лә эштән ҡайтҡанда осраны ла:
- Бикәс, Яңы йылға костюм әҙерләйек. Кейенеп сығайыҡ, бер ҡыҙыҡ булһын, ибет? Кеше ҡарап ултырғансы, кейенеп, кеше араһында йөрөйөк. Гөлъямал да кейенә. Быйыл елканың бүләктәре лә арыу ти бит, - тип теңкәһенә тейҙе Ғәйшәнең.
- Белмәйем, әйтә алмайым шул, еңгәй. Хәҙер Фариза апай һөйләнә ул шул ғына ҡалғайны тип. Мин кейенмәһәм ни, Гөлъямал менән сығырһың, - тип ҡарағайны ла, ай-вайына ҡуйманы Әсмә.
- Икәүләп тигәс икәүләп, һинең ваҡытың булмаһа, үҙем тегәм костюмды, һиңә лә, үҙемә лә. Һөйләнһен, Фаризаның һөйләнеүе бөтәме? Уға мәңге ярап булмаҫ. Барыбер икебеҙгә лә әҙерләйем, сығабыҙ елкаға, - тип тороп ҡалды.
- Ярай һуң атыу, - тиеүҙән сара ҡалманы уға. Өйҙә уға ирек юҡ шул тегенеп ултырырға. Әле бына шул һөйләшеп торғанды күргән Фариза:
- Тағы бер аҙ торһаң ней була шул быйтандаҡ Әсмәң менән. Ҡуйсәле, был хәтлем дә булырһың икән. Күп йөрө әле әйткәнде тыңламай шуның менән, исемең сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырың. Күҙе-башы уйнап, ир көҫәп йөрөгән бисә. Күпме әйтәм, тыңламай. Ана, мунсаның һыуыҡ һыуын ташы, умывальник биҙрәһен түк тә, һыйырҙы һауып ин, - тип йөҙләгән эшен ҡушып төпкө өйгә инеп китте Фариза. Ғәйшә Фаризаның йөҙ фарманына күнеп бөткән инде, уға иҫе китмәне, төпкө өйҙә күҙлеген танауына һалып гәзит ҡарап ултырған атаһына хәтере ҡалды. Ярай, Фаризаға үгәй булһа ла, уға бит үҙ балаһы. Ник әйтһә икән, исмаһам, тамаҡ ашап алһын, йә әҙерәк тын алһын тип. Юҡ шул, әсәң үлһә, атаң еҙнә тигәнде белмәй әйтмәгәндәрҙер. Инеп, өҫтөн алыштырып, силос еҫе аңҡып торған кейемен соланға элде лә, биҙрә алып өнһөҙ генә тышҡа сығып китте Ғәйшә.

Бер көндө, ғәҙәттәгесә, йәш быҙауҙар менән айҡашып, арманһыҙ арып саҡ ҡайтып килгән Ғәйшә ҡолаҡ төбөндә бипелдәгән тауышҡа ҡото осоп ситкә һикерҙе. Әллә ниндәй уйға батып, арттан Әкрәмдең молоковозын да абайламаған. Машина ҡыҙҙың тапҡырына килеп туҡтаны. Мөләйем генә йылмайған егет:
- Әйҙәгеҙ, ауылда төшөрөп ҡалдырырмын, ара йыраҡ ҡына, ултырығыҙ машинаға, – тине яғымлы ғына. Ғәйшә ҡойолоп төштө, берҙән эш кейеменән оялды, алыштырырға уйлағайны ла бит, арығас, йә ярар, тип быҙау араһында йөрөгән әрһеҙ кейемен дә сисмәйенсә ҡайтырға сыҡҡайны. Тағы, етмәһә, кофтаһының еңе лә һүтек, тегергә ҡулы теймәй йөрөй. Ҡаушауынан ҡыҙ, бурҙаттай ҡыҙарып:
- Юҡ, юҡ, йәйәү ҡайтам, - ти башлағайны, егет ныҡыш булып сыҡты. Кабинаһының ишеген асып, серле генә йылмайып Ғәйшәгә:
- Йә, ярай, инәлтмә, ултыртҡан өсөн аҡса алмайым, ҡурҡмағыҙ, - тигәс, ирекһеҙҙән Әкрәмдең йәнәшәһенә инеп ултырҙы. Үҙе оялғанын бер нисек тә йәшерә алмай йонсоно.
- Ҡурҡма, ҡурҡма, мин кеше ашамайым ,- тигәс кенә әҙерәк тынысланды ла, бер нөктәгә төбәлеп ултыра бирҙе. Ауыл менән ферма араһы арыу ғына ара, ике-өс саҡрым булыр. Егет ҡыҙҙы ҡурҡытмайым тинеме, тағы бер күҙ һирпеп ҡараны ла, ауылға еткәнсе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ауылға инмәй, оло юлдан тура маслауайға йөрөгән Әкрәм был юлы ҡыҙҙы ауыл эсенә индереп, Әсмәләр тапҡырында ҡалдырып китте. Бына шулай башланып китте уларҙың уртаҡ яҙмышы.
Өҫтөн бөтәрлек кенә аҡса эшләрмен дә берәй ергә уҡырға барырмын, тип йөрөгән ҡыҙ, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Ни эшләптер гел генә Әкрәмде күргеһе килеп тик торҙо. Ферма уның өсөн көндән-көн яҡынайҙы, эштең ауырлығы ла тойолмай хатта. Ҡыҙыҡ инде, Әкрәмде күрергә йән атып килә фермаға, ә үҙе уның күҙенә салынырға ла ояла. Һуңғы арала егет үҙе лә иртә йөрөй башланы фермаға. Баштараҡ Ғәйшә эшләгән быҙау һарайына уңайһыҙланып ҡына инә торғайны. Аҙаҡ бында үҙ кешегә әйләнә башланы. Ғәйшә менән эшләгән Фатима апай, көлөмһөрәп:
- Их, егеттең бына тигәне һиңә ҡороҡ һалырға уйлай түгелме, ҡыҙый? Ике күҙен һинән алмай, бына бәхет, - тип шаярта башланы. Шулай үҙенән-үҙе ике йәш йөрәк бер-береһенә яҡынайҙы. Ипле, мөләйем егет ҡыҙҙы башкөллө ғашиҡ итте үҙенә. Әкрәм артыҡ мөхәббәт һүҙҙәре һөйләп Ғәйшәнең башын ҡатырманы, Ҡаф тауҙарын да вәғәҙә итмәне. Әммә һөйөү тулы наҙ менән бер ҡарашы Ғәйшәне был донъяла иң бәхетле кеше итте.
Егет ярты йыл тирәһе ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөнө лә, 8 март байрамына әйттереп тә ҡуйҙы. Сәсеүгә төшкәнсе биш-алты дуғалы итеп туй үткәрҙеләр. Ғәйшә Аҡҡолай ауылы Ғәрифә әбейҙең килене булып китте. Үҙҙәренең ауылы менән ара өс-дүрт саҡрым тирәһе генә булғанға, эшен дә ташламаны, тап килһә Әкрәменә ултырып, тап килмәһә йәйәү тигәндәй фермала эшләүен дауам итте. Ғәрифә әбей уны тәү күреүҙән “ҡыҙым” тип өндәште, мәрхүм булғансы ла “ҡыҙым” тип үлеп китте. Яратты ул Ғәйшәне, эшенә киткәндә самауыры менән оҙатты, эшенән ҡайтҡанда ла боҫорап ултырған самауыр, йылы ашы менән ҡаршыланы. Үгәй әсәйҙең әр-битәренән арығанғамы, аҡыллы Ғәрифә әбейгә Ғәйшә үҙе лә бейемем тип өҙөлөп торҙо. Бер йыл үтеүгә малай тапты Ғәйшә. Әкрәм атлап түгел, осоп йөрөнө малайы тыуғас. Мазһар тип исем ҡуштылар. Хас Әкрәмдең үҙе ине. Алты ай тигәндә, өс-дүрт көн генә ауырып, өйҙәгеләрҙе ҡара ҡайғыға һалып мәрхүм булды Мазһар. Ир кеше ир кеше инде, тешен ҡыҫып түҙҙе Әкрәм. Хис-тойғоһон бик тышҡа сығарманы. Ғәйшә бик ауыр кисерҙе был ҡайғыны.
Ғәрифә әбей, эстән үҙәге өҙөлһә лә, киленен:
- Йә, ярай, ни хәл итәһең килен, Хоҙай ҡушҡан эш, Аллаһтан уҙып бер нәмә лә эшләп булмай, - тип йыуатты. - Булыр әле, йәшһегеҙ, үҙеңде һаҡла, артыҡ көйәләнмә, - тип үҙе лә ҡушылып илап ебәргеләне.
Ғәйшә арыуыҡ ауырға ҡала алмай йонсоно. Бер нисә тапҡыр, әллә эсең түбәнләнеме икән тип, Ғәрифә әбей һылап та ҡараны. Әкрәменә рәхмәт, мыжыманы. “Балаң юҡ”, - тип йәненә теймәне. Шулай ҙа бала яратҡанлығын әллә ҡайҙан белеп була ине. Ғәлләм ағаһының, Мәрүәр апаһының балалары килһә, шулар менән мәж була: шаяра, уйнай. Йәшәүҙәренә биш йыл тигәндә бөтәһен дә ҡыуандырып Ғәйшә Мәстүрәһен тапты. Исемде Ғәрифә әбей үҙе ҡушты.
Шатлыҡ менән ҡайғы бергә йөрөй тигәндәре дөрөҫтөр инде. Мәстүрә атлай ғына башлағайны, Ғәрифә әбей ауырып китте. Дауаханаға барғайны, врачтар Өфөгә яҙып ҡайтарҙы. Әкрәм көн һорап, әсәһен Өфөгә алып китте. Врачтар тикшереп, Ғәрифәлә яман ауырыу таптылар. Акрамдың үҙен генә врач бүлмәһенә саҡырып:
- Эш үткән, һуңлап килгәнһегеҙ, - тип аңлатты. Әкрәмде ток һуҡҡандай булды. Башы әйләнеп китте.
- Ағай, операция эшләп булһа ла ярҙам итегеҙ инде, - тип үтенде ул аҙарынып.
- Булмай шул, ҡустым, йөрәге лә насар, операция өҫтәлендә үлеүе бар. Иң яҡшыһы - үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, мөмкин тиклем ҡәҙер итегеҙ, аҙаҡ үкенерлек булмаһын, уҙа барһа ярты йыл йәшәр, - тине. - Кәрәкле дарыуҙарҙы яҙып бирербеҙ, үҙегеҙҙең районда учетҡа алырҙар, дарыуҙар бушлай булыр.
Врач бүлмәһенән нисек сыҡҡанын, ҡайҙа барғанын да аңламаны Әкрәм. Яп-яҡты коридорҙа үҙен сабыр ғына көтөп ултырған әсәһен тапмай ыҙаланы. Күҙҙәре менән осрашҡас, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды. Әкрен генә әсәһенең янына ултырып ҡосаҡлап алғас та әсә йөрәге һиҙҙе. Эштәр яҡшынан түгел, улының шул тиклем дә ҡобараһы осҡанын күргәне юҡ ине әле. Шуға уны артыҡ һорауҙар биреп яфаламаны:
- Бөгөн ҡайтабыҙмы, улым? - тип һораны. Әсәһенең һорауына саҡ айнып үҙен ҡулға алды Әкрәм:
- Эйе, әсәй, хәҙер берәй ергә инеп тамаҡ ялғап алабыҙ ҙа, поезға төшөрбөҙ, -тине.
Ғәйшә улар киткән көндө яман төш күреп борһаланып, йоҡлай алмай аҙапланды. Урам аша аҡҡан йылға шул тиклем ташҡан, һыуы болғансыҡ, бысраҡ. Бысраҡ һыу уларҙың тупһаһына килеп еткән. Ҡапыл ишек асып сығып килгән Ғәрифә тупһаны аша атлауы булды, бысраҡ һыуға төшөп аҡты ла китте. Тәҙрәнән ҡарап торған Ғәйшә ҡысҡырайым тиһә - тауышы сыҡмай, йүгерәйем тиһә - аяғы атламай, шулай ҡәйнәһенең ағып киткәнен тәҙрәнән ҡарап торҙо ла ҡалды. Баҫлығып, ҡурҡып килеп уянды ла башҡаса күҙенә йоҡо эленмәне.
Киткәндәренә өсөнсө көн тигәндә Әкрәм әсәһе менән ҡайтып етте. Ҡайтып ингәс тә иренең төҫөнән ҡыуаныслы хәбәр көтмәне. Ҡәйнәһе, бахыр, йылмайып килеп инеү менән йоҡлап ятҡан Мәстүрәгә йәбеште. Әллә нисек быға тиклем иғтибар ҙа итмәгәнме ҡәйнәһенә, өс көн эсендә яҡыны һурығып, бәләкәсәйеп киткән һымаҡ күренде Ғәйшәгә. Ире Мәстүрәһен иркәләп, ашап-эсте лә эшенә сығып китте. Ғәйшә, улар Өфөгә сығырға булғас, бер аҙнаға көн алғайны. Мунса яҡҡайны. Сәй эскәс, Ғәрифә ятып торҙо. Ғәйшә Мәстүрәне яҡты күҙҙә мунса индереп ҡалайым, тип мунсаһын барып тәрбиәләне, ҡыҙының мыжыуына ҡарамай, мунсаға алып китте.
Әкрәм бөтәһен дә бисәһенә мунсала һөйләп бирҙе, Ғәйшә өнһөҙ ҡалды. Шул саҡ иренең күҙендә йәштәр ағыуын күрҙе. Атаһы йәшләй үлеп, әсә ҡулында үҫкән ир баланы нисек йыуатырға ла белмәне бисәһе.
Врач ярты йыл тиһә лә һигеҙ ай йәшәне Ғәрифә әбей. Мәстүрәгә ике йәш тулған көндө баҡыйлыҡҡа күсте. Һуңғы ике айында Ғәйшә эшкә сыҡманы, матур итеп тәрбиәләргә тырышты ҡәйнәһен. Янынан китмәне, аҡтан-аҡ кейемдәр кейҙерҙе, йылы һүҙен ҡыҙғанманы. Әкрәме ла эшкә көндән-көн шиңгән әсәһенең арҡаһынан ҡағып, маңлайынан үбеп сығып китер булды. Теле яңы асыла башлаған, үҙенсә тәтелдәп маташҡан Мәстүрә генә ҡәртәсәһенең гел генә ятаҡлап тороуына ризалашмай, унда-бында тартҡылап маташты.
Донъялыҡта нисек сабыр, тыныс булған Ғәрифә әхирәткә лә шым, тыныс ҡына күсте. Ғәйшә түгелеп иланы, ҡара йәшенән етем ҡалып, бер наҙ күрмәй, инде ҡәйнәһен әсә урынына күреп йәшәйем тигәндә, тағы ярты етем ҡалды.
Ҡәйнәһенең ҡырҡын уҙғарғас та эшкә сыға алманы Ғәйшә. Бәләкәс, ҡураныс ҡына Ғәрифә әбей өйҙөң ҡото булған икән. Өй бушап, төҫһөҙләнеп ҡалған кеүек булды. Нимәгә тотонһа, шул иҫкә төшөрҙө ҡәйнәһен. Урҙалағы ҡәҙерле кейем-һалымын яҡын күргән кешеләренә таратты. Түшелдереген, сәсүрмесен, үҙе алып биргән һары йылы кофтаһын, Әкрәмдең алып биргән быймаһын үҙенә алып ҡалды. Ҡалғанын бикәме менән Ғәлләм ҡайнағаһының бисәһе Ғәрифә әбейҙең төҫө итеп алдылар. Бер килке ҡәйнәһенең үлеменә ышана алмай ҡаңғырҙы. Бына-бына тыштан инеүгә сәй әҙерләп, көтөп торор һымаҡ, ялтыр самауырын тотҡан һайын Ғәйшәнең йөрәге сәнсте. Ул үҙе лә һурығып, ябығып китте. Әкрәм эше менән үҙен алдарға тырышты, мөмкин тиклем бисәһенә иғтибарлы булды. Әлдә ярай йыуаныстары - тәтелдәп һөйләшеп маташҡан Мәстүрәләре бар. Әкрәме эштән ҡайтҡан һайын Мәстүрә тип үлә. Ғәйшәнең атаһы, ҡоҙағыйы үлгәс, бер-ике тапҡыр хәл белешеп китте. Ғәрифә иҫән саҡта ла һирәк йөрөштөләр. Ғәйшә, ауыл аша эшкә йөрөһә лә, ата йортона бик тартылып торманы. Ҡустыларын күргеһе килгән дә лә Әкрәм менән генә һуғылырға тырышты. Фариза ингәндән зар менән ҡаршылай, сыҡҡансы зар менән оҙатып ҡала. Әле атаһын, әле бер әсәнән тыуған Ғәйшәнең ҡустыһы Ғәфүрҙе бушты-юҡҡа әрләп алып китә. Ҡустыһы унды бөткән йыл уҡ көҙөнә һалдатҡа китте лә, шунда торҙо ла ҡалды бер мәрйәгә өйләнеп. Ике балаһы бар, Орел ҡалаһында хеҙмәт итә. Бик һирәк ҡайта, мәрйә килен ҡайтып күренгәне лә юҡ. Хәҙер бер ике-өс йыл Ғәфүр үҙе лә ҡайтҡаны юҡ. Һуңғы ҡайтҡанында Ғәйшә Әкрәме менән, һарыҡ һуйып матур, итеп ҡунаҡ итеп ҡалғайнылар. Ғәрифә әбей үҙе йүгергеләп йөрөп китеүенә күстәнәстәр әҙерләне алып китеүенә. Ҡаҡланған ҡаҙ, һары эремсек, тарта һалып талҡанына тиклем һалды. Юлына булыр тип мурт ҡына итеп сөсикмәген дә бешерҙе. Бахыр, әллә һуңғы күрешеүен белдеме, хатта ихлас йөрөгәйне. Элегерәк анда-һаяҡ хат яҙып һала торғайны Ғәфүр, әле хат яҙыуҙы ла онотто. Ғәйшә кеүек кешегә йылымыс түгел шул Ғәфүр, күберәк атаһына оҡшап һалҡын, туң. Теңкәһенә тейеп мыжыған Фаризаны ла өндәшмәй еңә торғайны. Төҫө башы менән дә атаһына оҡшап нәҙек оҙон, ҡуңыр йөҙлө.
Ваҡыт дауа тигәндәре шул микән, Ғәйшә, ҡәйнәһе үлеп өс-дүрт ай үтеүгә, тынысланды. Күрше урамда йәшәгән Әкрәмдең апаһы Мәрүәргә Мәстүрәһен ҡалдырып эшенә барҙы. Әкрәме:
- Әллә ҡыш сыҡҡансы өйҙә ултыраңмы? Бала ла бәләкәй. Эш тип үләһең дә тораһың, ял ит өйҙә, - тип ҡараһа ла, эшен һағынғайны.
Шул йылды көҙ колхозға ике яңы ДТ тракторы алдылар ҙа, береһен Аҡҡолай бригадаһына бүлделәр. Колхоз рәйесе Әкрәмде саҡырып алып:
- Ҡустым, һинән дә ышаныслы кеше тапманым, әйҙә, тракторға ултыр! Мин молоковозға шофер табырмын, - тине.
- Әхәт ағайға бирегеҙ, уның стажы ла бар, мин үҙемдең эшемдә ҡалайым, –тип ҡарағайны ла колхоз рәйесе:
- Өр-яңы трактор туҡтамай эшләргә тейеш, Әхәт ағайың бер көн ҡыйыш тейәһә, аҙна буйына һуҙыла. Шул ҡарауылында ғына йөрөп торһа ла ярар Әхәт. Һин алаһың, - тип, ай-вайына ҡуймай тракторҙы барып алырға ҡушты.
- Армияға тиклем тракторҙа эшләнең, һинән дә ҡулай кеше юҡ, һүҙемде йыҡма инде, ҡустым, - тип торғас, ризалашты. Холҡо менән йомшаҡ, кешегә ҡаршы тороп өйрәнмәгән шул, шуға колхоз рәйесенең дә һүҙен кире ҡаға алманы. Әкрәм ике көндән тракторҙы барып алды ла, молоковозын үрге ос Ғәли малайы Таһирға тапшырҙы.
Тракторҙа эшләгәне булһа ла, ҡапылғара өр-яңы тимер атҡа өйрәнә алмай аҙапланды бер талай. Шулай ҙа туңға һөрөүҙәр башланғансы тракторҙың бик күп серҙәренә төшөнөп өлгөрҙө. Эшләһәң - эш ҡарышмай тигәндәй, икенсе йылына уҡ ер һөрөү буйынса колхозда беренселекте алды. Колхоз рәйесе йыйылышта ҡулын ҡыҫып, премия тапшырҙы. Өс йыл рәттән районда алдынғылар рәтендә йөрөнө. Ярыш алдынғыһы, тип әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, премиялар алды. Бер йылы колхоз хатта тана менән бүләкләне. Ғәйшәнең исеме лә гел алдынғылар сафында йөрөнө. Ферма мөдире Азат ағаһы уның эшенән ҡәнәғәт булды. Эшкә әүрәп йөрөһә лә, Ғәйшәнең бала табыу теләге уйынан сыҡманы. Әллә, иренә бер баһадир ул табып бирһә, ҡана ла һуң. Әсмә еңгәһе уны ике тапҡыр Илсеғолдағы Артыҡ әбейгә эсен һылата алып барҙы. Моғайын, шул ярҙам иткәндер - Мәстүрә уҡырға бара торған йылы Ғәйшә тағы ауырға ҡалды.
Баштараҡ үҙе лә ышанмай йөрөнө. Бер көн эштән ҡайтышлай шатлығын уртаҡлашырға Әсмә еңгәһенә һуғылды. Ғәйшәнән бигерәк Әсмә үрле-ҡырлы һикерҙе, әйтерһең, үҙе ауырға ҡалған.
- Бикәскәйем, имен-аман ғына табырға яҙһын, бер үк ауыр нәмә күтәрмә, һаҡла үҙеңде, кемде тапһаң да тап, алты ағзаһы һау булһын. Бына ҡалай һәйбәт булған. Әкрәм кейәүем үрле-ҡырлы һикерер инде, - тип үҙе белгән ваҡ-төйәген өйрәтеп, Әкрәмгә әйтергә ҡушып ҡайтарып ебәрҙе. Эй, шатланды ла һуң был яңылыҡҡа ире! Бисәһен наҙлап ҡосағына алды, тәү күргәндәй һөйөп күҙҙәренә баҡты.
- Бисәкәй, үҙеңде һаҡла, бер аҙыраҡ эшләрһең дә, ялға китерһең. Бөтмәҫ колхоз эше. Мин тапҡан да етер, - тип ҡырҡа һуҡты. Дүрт айҙан улы тыуҙы. Тыуҙы ла өс сәғәт кенә йәшәп, баҡый донъяға күсте. Врач менән шәфҡәт туташы инеп:
- Улығыҙ ҡарында саҡта уҡ бер бөйөрө үҫешеп етмәгән, шуға күрә йөрәгенә лә зыян килгән, - тип аңлата башлағас та, Ғәйшә түҙемлеген юйып ҡысҡырып ебәрҙе:
- Һуҙмағыҙ, дөрөҫөн әйтегеҙ, әллә үлдеме? - тип врачҡа текәлде. Врачҡа башын түбән эйеүҙән башҡа сара ҡалманы. Башҡаһын йүнләп хәтерләмәй ҙә. Медсестра укол ҡаҙаны. Иҫенә килгәндә, бүлмәләш ҡатын баш осонда ултыра ине. Сабыр, аҡыллы Ғәйшә үҙен-үҙе тыя алмай һөйләнеп-һөйләнеп иланы:
- Эй, Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн? Нисә ай буйына йөрәк аҫтымда йөрөтөп тапҡан баламды ҡулыма тотоп та ҡараманым бит. Балаҡайымды тартып алырға булғас, ниңә бирҙең һуң, Хоҙайым? - тип үкһене ул.
Ире килгәс:
- Әкрәм, мин бит малай булыуын теләнем, ни эшләп балабыҙға ғүмер ҙә һораманым икән? Шул тиклем ҙур өмөттәр бағлап, өс сәғәт ғүмер өсөн генә таптыммы ни, исмаһам, ҡулыма ла ала алманым бит, һине мәхрүм иттем, ғәфү ит мине, Әкрәм! - тип күкрәгенә башын һалып иланы. Әкрәм еүешләнгән күҙҙәрен бисәһенән йәшереп ситкә ҡараны. Ҡәҙерлеһен ҡосағына ҡыҫып:
- Йә, Ғәйшә, илама әле, тәҡдире шулай булғандыр, илау менән терелмәҫ, өмөттө өҙмәйек, һаулыҡ булһын, - тип йыуатҡан булды.
Ни эшләһен, башты ташҡа һуғып булмай, Әкрәм улын алып ҡайтып, Булат тип исем ҡуштырып, ҡәртәсәһенең янына ҡуйҙы.
Малайының үлеменән һуң бөтөрөнөп, ябығып китте Ғәйшә. Ир кеше ир кеше инде, эстән ниҙәр кисергәндер, әммә тышҡа сығарманы, эстән бөтөрҙө. Ғәйшәне Әсмә еңгәһе тәрбиәләне, йыуатты.
- Ярай, йәшең уҙмаған, насибы булһа табырһың, бик үк бөтөрөнмә, бикәс, - тип ураған һайын килде, хәлен белде. Малай насип булманы шул Әкрәм менән Ғәйшәгә, бер йыл тирәһе йөрөгәс, тағы ауырға ҡалды, әммә өс-дүрт айлыҡ сағында ауыры төшөп, арыуыҡ ҡына больницала ятып сыҡты.
Әл дә арала күңел йыуатырлыҡ Мәстүрәләре бар. Бар ҡайғыларын шуға баҫып йыуаныс таптылар. Уҡыуға оҙатып, ҡаршы алып ваҡыт үтә торҙо. Икеһе лә эштә лә ал-ял белмәй баш баҫып эшләне. Шулай барына ҡәнәғәт булып, юғына сабыр итеп өй яңыртырға хыялланып ҡына йөрөгәндә Әкрәм фажиғәле үлеп ҡуйҙы. Өй ҡайғыһы ла китте. Ғәйшә үҙе лә саҡ арынырға көс тапты был ҙур фажиғәнән. Бала ҡайғыларынан саҡ арынып яңы күҙен асып килгән ҡатын шаңҡыны, ҡатты ла ҡалды. Хатта илай ҙа алманы. Әкрәмдең ҡырҡын үткәргәс, хатта ятып ауырыны. Бикәме, уның балаларының хәстәре менән саҡ аяҡҡа баҫып нығынып китте. Кире фермаға барҙы. Башкөллө эшкә сумды. Көндөҙ эш менән, ҡайтҡас Мәстүрәһе менән ваҡыты үтә. Төндәрен үткәреүе ауыр булды, йә йоҡлай алмай, йоҡлап китһә, Әкрәм менән һаташты. Бер-ике йыл шулай туҡтауһыҙ төшөнә инде ире. Уйҙарынан уйылған саҡтарында донъянан ваз кискән саҡтары ла әҙ булманы. Тик Мәстүрә өсөн йәшәү кәрәклеге уны артабан йәшәргә әйҙәне.

Бар уйы, бар хыялы - Мәстүрәне кәм-хур итмәй, кеше итеү булды. Аҡҡан-тамғаны,тәмле-татлы тик Мәстүрәнеке булды. Үҙе алама менән йөрөнө, иллә-мәгәр Мәстүрә атайлылар кеймәгәнде кейеп, улар ашамағанды ашап үҫте.
Ҡурҡты Ғәйшә, быныһын да юғалтырмын, тип ҡурҡты. Бөтәһенә лә үҙе тырышты, барыһына ла риза ине, тик ҡыҙына ҡыйын булмаһын, ҡыҙы ғына йәшәһен донъяла. Хәҙер был бөртөгөнән дә яҙһа - ул кемгә кәрәк? Бына тиҙҙән уҡыуын бөтөр, теләһә эшкә төшөр, берәй матур урыны тура килһә, кейәүгә лә сығып китер. Эй, хыялдар, хыялдар, татлы хыялдар!.. Әсә кеше шулай бит инде, йөрәк өҙөп сыҡҡан балаһына матур киләсәк кенә теләй. Ҡайһы бер атайлы балаларҙан да бәхетле баласаҡ тәтене Мәстүрәгә. Нимә кейәйем, нимә ашайым тип йонсоманы. Әсәһенең ҡайҙан алып, нисек тапҡанын белмәне, белергә теләмәне. Унынсы класта уҡығанда Яңы йыл байрамына күлдәк таптырҙы. Ғәйшәнең утынға тигән генә аҡсаһы ята ине.
- Балам, һиңә күлдәк алһаҡ, утынға аҡса ҡалмаҫ бит әле...
- Аҡсаң булмағас тапмаҫ кәрәк ине, бер балаңды ла көтә алмайһың, ярай әле тегеләрең үлеп бөткән, юғиһә, көтә алмайым, тип детдомға тапшырып бөтөр инең, - тип әйткәс, ҡолап китә яҙҙы әсәһе. Ҡулындағы аҡсаһын һуҙыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Мәктәптән һуң ГПТУ-ға теген һөнәренә уҡырға китте. Тәүҙәрәк ялдарға ҡайтҡыланы.Тора-бара өйрәндеме - һирәкләне, ҡайҙан тапһа тапты Ғәйшә, ҡайтмай оҙаҡлай башлаһа, таныштар аша аҡсаһын, тамағын ебәрергә тырышты. Ҡала үтә алыҫ ара ла түгел, таныш-тоноштар аша ҡыҙының насар тәртибе тураһында имеш-мимештәр ишетелә башланы. Беренсе тапҡыр үҙенең ғүмер буйына ҡатышып, серләшеп йәшәгән Әсмә еңгәһенә үпкәләне. Эйе, Әсмә еңгәһе:
- Бикәс, Мәстүрәне ҡулында пиво шешәһе менән тәмәке тотоп торғанын Маһинур күргән. Юлдан яҙып йөрөмәйме икән ул бала? Ни эшләп кеше балалары ялға ҡайта, ә ул ҡайтмай йөрөй ул? Ебәрмә ашарына, ҡайтып алһын. Анһат уға. Ҡайтмаһа, табып ашаһын. Асыҡһа, бик яман ҡайтып килер. Һаман Мәстүрә тип ултыраһың, үҙеңде ҡара, етәр, - тип Ғәйшәне пыр туҙҙырҙы. Ғәйшәнең күңеле ҡалды еңгәһенә:
- Кем-кем, шул атаҡлы ләститсе Маһи һүҙен һөйләмәһә лә була бит. Маһи ни ғүмер буйы ләстит менән тамаҡ туйҙыра, - тип көйөндө.
Яңы йылға етәрәк Мәстүрәнең уҡыған еренән хат килеп төштө. Унда ҡыцҙҙың айға яҡын инде уҡырға йөрөмәүе, дөйөм ятаҡтан сығып китеүе тураһында бәйән ителгән. Аҙағында уҡыуҙан ҡыуылыу ҡурҡынысы янай, тиелгән. Бәғере телгеләнде, күҙ алдары ҡараңғыланды, башы әйләнде Ғәйшәнең. Тотона-тотона ултырғысҡа ултырҙы. Нисә төн йоҡлағаны, нисә көн йүнле-башлы ашағаны ла юҡ имеш-мимеш хәбәрҙәрҙән, тимәк, барыһы ла ысын икән.
Ысын икән. Бушҡа үпкәләгән Әсмә еңгәһенә. Йөҙ төрлө уй үтте башынан. Ул Мәстүрәне, хәҙер, ошо минутта, тотоп үсе ҡанғансы туҡмағыһы килде. Эйе, үҙ ҡулдары менән үлтерергә лә риза ине ул был минутта. Алмалай йәш сағын, һаулығын шул бала өсөн фиҙа ҡылды. Ә ул? Уйға батты, сикәләре тартышты, йөрәге әрнеп һулҡылданы.
- Тағы ни күрәһеләрем бар икән? Был тиклем хурлыҡтарға нисек түҙәйем, эй, Хоҙайым ал да ҡуй йәнемде, хурлыҡ өсөн үҫтерҙемме ни мин уны? Ҡайҙа яңылыштым һуң, Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн? Мин бит шул баланы кеше итәм тип тырыштым.
Әҙ генә булһа ла бала бәхетенә минең хаҡым юҡмы ней? - тип һыҡтаны әсә.
Йома көнө бер йомарлам май, һөт тотоп килененең хәлен белергә Мәрүәр бикәме килде. Бик йөрөй алмай Мәрүәр, аяғына операция яһатҡайны, күберәк Ғәйшә үҙе килеп хәл белеп китә ине. Һуңғы арала һирәкләне. Килгән һайын ихлас ҡаршылаған килененең йөҙө һурышып, күҙҙәре төпкә батып киткәнен күргәс йәлләп:
- Ауырыйһыңмы әллә, килен, өйөң һалҡынса, әллә һыуыҡ тейҙеме? - тип түргә үтте. Икенсе көн эсендәген кемгә бушатырға белмәй йөрөгән Ғәйшә урындыҡҡа ултырып өлгөргән бикәменең алдына йығылып буҫығып илап ебәрҙе. Аптырауға ҡалды Мәрүәр:
- Ҡуйсәле, килен, кеше ҡурҡытма, дәвленйәм күтәрелер, былай ҙа дарыу эсеп кенә сыҡҡайным. Әллә Мәстүрәгә бер нәмә булдымы?
Мәстүрәнең исемен ишетеү менән Ғәйшә тағы нығыраҡ һулҡылданы.
Мәрүәр эстәгеһен тышҡа сығарһын, шеше шартлаһа, үҙенә лә еңелерәк булыр тип, үҙе лә йәшкәҙәп, киленең тынысланыуын көттө.
Имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе бикәме лә анда-һаяҡ ишеткәләне. Тик килененең ауыҙынан бер нәмә лә сыҡмағас, буштыр тип уйлағайны. Әле бына кисә түбәнге ос Өммөкәйҙең ҡыҙынан Мәстүрәнең күптән инде уҡыуҙы ташлап, баҙарҙа эшләгән үҙенән күпкә оло бер ир менән йәшәп ятҡанын ишеткәйне. Түҙмәне, йома һылтауынан килененең хәлен белеп ҡайтырға уйланы.
Ғәйшә тынысланып, бикәменә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, Мәрүәр:
- Килен, үпкәләмә, ярты ғәйеп үҙеңдә. Күпме әйттем останлатма, тый тип. Хан ҡыҙынан былайыраҡ үҫтерҙең, май эсендәге бөйөр һымаҡ. Тәүбә, оят, тоҡомда юҡ ундай хәл. Мансур ҡәйнешеңә әйтеп барып килерһегеҙ. Үҙен күр, асығын бел. Тәртипһеҙ кешене нимә итеп тотһондар, ҡыуылғандыр ҙа әле. Бик булмаһа алып ҡайтып ҡуш ана фермаға, ғүмер буйы шул фермала Мәстүрәне кеше итәм тип, һин тир түктең, хәҙер ана ул һине ҡараһын.
Ғәйшә бикәменең бер һүҙенә лә асыуланманы. Үҙен ни тиклем аҡыллы тиһәләр ҙә, юҡ, ул аҡыллы булмаған, бына хәҙер генә аңланы ул ҡыҙын нисек тәрбиәләргә кәрәклеген. Үгәй әсә Фариза кәрәк булған Мәстүрәгә. Үҙендә яңылышлыҡ, бала үҫтерәм тип бәлә үҫтергәне яңы башына барып етте.
Мансур ҡәйнеше менән дә, үҙе генә лә әллә нисә барҙы ҡалаға Ғәйшә. Һыу һөлөгө шикелле балҡып торған матурлыҡҡа ғашиҡ булыусылар күп була шул, шуның менән маһая Мәстүрә. Һуңғы осрашыуҙан һуң тамам өмөтөн өҙөп мәсхәрәләнеп ҡайтты ҡыҙы янынан. Ҡара халыҡ ҡосағында тәмәке борлатып торған Мәстүрә, әсәһен күргәс, танымамышҡа һалышты. Ғәйшә, янына барып, ҡулындағы күстәнәсен булһа ла ҡалдырып китәйем тигәйне:
-Эй, дура, отстань старуха, ты кто такая, ненормальная? - тип үҙен ҡосаҡлаған ирҙе һөйрәп тигәндәй алып китеп барҙы. Битенә йыуынты һыу ҡойҙолармы ни - Ғәйшә сайҡалып китте, йығылмаҫ өсөн ауыр сумкаһын ергә ҡуйып, өҫтөнә ултырҙы.
Бер талай иҫәңгерәп ултырҙы әсә. Күҙ йәшенә лә ҡойонманы, янынан үтеп-һүтеп торған кешегә лә иғтибар итмәне. Ҡәҙерле кешеһенең мәсхәрәһе уны тереләй үлтерҙе. Ул хәҙер Мәстүрәне уйламаны, “Артабан йәшәүҙең мәғәнәһе бармы?” - тип баш ватты. Ҡышҡы селләнең һалҡынынанмы, балаһының оятһыҙлығынанмы - йөрәге өшөгәнен тойоп ҡалтырана башланы. Әллә бөтөнләй өшөп ҡуйырынан ҡурҡтымы, ҡайтыуын иҫенә төшөрҙөмө, әкрен генә тороп баҫып вокзал яғына ыңғайланы.
Ошонан һуң аҙна ятып ауырыны Ғәйшә. Әсмә еңгәһе килде ике көн янына, ауыл фельдшерын саҡыртып укол һалдыртты. Арҡаһын майланы, тәрбиәләне. Шөкөр, ауырығанын ишетеү менән Мәрүәр бикәме лә килеп етте, ауылдағы ике ҡәйнеше ураған һайын хәл белде, күрше Ҡафыя әбей ҙә ҡоротон тотоп килеп инде.
- Өс көн укол һалам да, температураң төшмәһә, больницаға яҙырға тура килер, - тигәйне фельдшер. Өсөнсө көнгә ҡәҙимге булды. Эҫеһе үтте, башы ауыртыуы баҫылды. Һуңғы арала йүнле-башлы тамаҡ та ашамаған Ғәйшә, Әсмә еңгәһенең ыумасын ҡоротлап эскәс, йөрәгенә йылы төшкәндәй булды. Шулай ҙа аҙнаға һуҙылды ята-тора йөрөүе.
Кешегә насарлығы тейеп, яман һүҙ һөйләп, кеше рәнйетеп, һүҙ ташып йөрөмәне Ғәйшә. Шуға ла йәшләй генә иренән ҡалып, бер ҙә исемен сығармаған Ғәйшәне ауылда кеше ихтирам итә. Ауырып ятҡанын ишеткәс тә уйламаған кешеләр хәл белергә килде. Араһында йәлләгәндәре лә, ”Бирешмә еңгәй”, - тип йыуатҡандары ла бар. Бала хәсрәте менән һуңғы ваҡытта бөтөнләй ҡулынан эш киткәйне. Әле бына бер аҙ баш ҡалҡытып, әҙерәк тыныслана төшкәс, мейес ҡашағаһының ҡарайып, анда-һаяҡ саң ултырғанын абайланы. Эшкә сымыры, бөтмөр Ғәйшә ҡайғыһын эш менән баҫыу уйы менән ҡаҙанына һыу ташып йылытып алды ла көн оҙоно өйөн баҡты. Урҙаһының саңын һөртөп алды, урындығындағы ҡаралдыларын ҡағып элде, мейесен ағартып алғас, иҙәнен дә һөрттө. Өйө яҡтырып, иркенәйеп киткән һымаҡ булды.
Һәүетемсә шулай көн артынан көн үтеп, йәшәү дауам итте. Әсмә еңгәһе менән Мәрүәр бикәме:
- Башҡаса Мәстүрәне эҙләп барып йөрөмәйһең, әсәй кәрәк булһа, үҙе ҡайтыр, ҡайтмаһа йөрөһөн, үҙенә шулай оҡшағас. Күпме йөрөр тейһең, күрерһең, ҡайтып килер әле танымамышҡа һалышҡан әсәһен эҙләп. Нисек үҫтергәнеңде, һинең кем икәнеңде бөтәһе лә белә, үҙеңде ғәйепләп, бөтөрөнмә, - тинеләр.
- Белмәйем, бала сағында әллә артыҡ яраттыҡ, әллә күҙ тигеҙҙек, шул хәтле боҙоҡлоҡҡа ҡайҙан өйрәнгәндер, - тип әсенде Мәрүәр бикәме. Исмаһам, беҙҙең балаларға ла ылыҡманы бит, бер ҙә генә апай, ағай тип өҙөлмәне. Ярай, ҡалайтаһың, мал түгел тотоп салып ташларға. Йышыраҡ кил беҙгә лә, эшкә әйтһәләр ҙә йөрө, өйөңдә генә бикләнеп ултырма. Минең улай ураған һайын йөрөй алмағанды беләһең, - тип ҡайтып китте теге килгәнендә.
Көндәр яҙға тартылды. Ҡояш бейеккә күтәрелеп, ҡыйыҡтан тамсылар тама. Көндөң оҙонлоғо ла арыу ғына булып китте. Быйыл яҙ иртәләргә уйлаймы, ҡар ҙа шәп ирей. Хәҙер мартың бөтһә, апрель башында йылғалар ҙа ҡуҙғалыр. Ғәйшә инде фермаға бармаҫмын тип йөрөгәйне лә:
- Ял бир инде, еңгәй, - тип килгәндәргә, кемеһенә өс көн, кемеһенә аҙналап тигәндәй ял биреп, эшкә йөрөнө. Эш менән көнө үтһә лә, төнө ҡыйын. Йыш ҡына төшөндә Әкрәмен күрә, уянып китеп ғүмеренең иң бәхетле миҙгеле иҫенә төшһә, үҙәктәре өҙөлә. Өс айға яҡын иҫәнлеген дә, барлығын да белгертмәгән Мәстүрәһенең бала сағын төшөндә күреп йәне әрней.
“Иманына ҡайтмаҫмы, әллә берәй көндө әсәкәйем, һағындым, ғәфү ит мине, - тип ҡайтып килмәҫ микән ни?” - тигән өмөт йөрөтә күңелендә. Киләсәктә үҙемә терәк-таяныс булыр тип йәнендәй күргән бөртөгөн башҡаса бер ҡасан да күрмәҫмен микән ни тигән ҡурҡыныс уйҙар йөрәген телгеләй.
Мәсхәрәләнгән сағында:
- Ни эшләп һине лә Хоҙайым тартып алманы икән? Исмаһам, үлделәр, тип бер илар инем дә, - тип рәнйегәйнем, әллә рәнйешем төштө микән, бушҡа рәнйегәнмен, - тип үҙен үҙе битәрләгән сағы ла аҙ булманы.
Бөгөн дә Мәстүрәһе инде төшөнә. Башына ал яулыҡ бәйләгән, яулығы тишек, ябыҡҡан, үҙе бойоҡ, гел ситкә ҡарай. Нимәгә юрарға ла белмәне. Шулай ҙа, ҡайҙа йөрөһә лә имен йөрөһөн, тип изгегә юраны төшөн.
Яҙ ысынлап та иртә килде. Апрелдең егермеләренә һыу ташып, ярҙарына ҡайта ла башланы. Ағастарҙа бөрөләр тиртте.
Кесаҙна көнө Ғәйшә, эштән туҡтап торған арала, әруахтарына аят бағышлатып алырға уйланы. Донъяһын баҡты, тупһаһын ҡырып йыуҙы, бауырһаҡ бешерҙе. Атаһының баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә өс йыл булып киткән.
- Аҡса ваҡлатайым, өҫтәлгә ултыртыуға кәнфит-бишинйәһен алайым, - тип аҡсаһын алып магазинға китте. Бер сәғәттәй йөрөп, ваҡ төйәген алып ҡайтып килһә, ҡапҡаһы асыҡ тора.
- Ҡапҡаны япҡан һымаҡ инем, япмаған икәнмен, алай ҙа оҙаҡламаным, юғиһә, күршенең малы инеп яңы шытып сығып килгән үләнде тапап бөтөр ине, - тип уйлап, ҡапҡаһын бәйләп, тупһаға килгән Ғәйшә саҡ аҡылдан яҙып ҡоламаны. Тупһала ҡорһағы моронона етеп Мәстүрә баҫып тора ине.
Йәненән артыҡ күреп, балаһынан әүмәт күрмәҫменме тип, ғүмерен ҡыҙына бағышлаған әсә балаһын ошо хәлдә күреп аңы боларҙы. Ҡайтыр тип торһа ла ятһа ла өмөт итте, әммә ләкин ошо хәлдә ҡайтып инер тип ике ятып бер төшөнә лә инмәне. Тәүбә, тәүбә! Оятыңдан ер тишегенә инерһең. Йә, Хоҙай, ғазаптарын биргәс, сабырлығын да бир инде. Аптыраған әсә балаһын йәлләп тә, ҡыҙғанып та бер килке текләп торҙо. Шул саҡ балаһының ни тиклем ҡанлы йәш түктереп, үҙен мәсхәрәләүе Ғәйшәнең мейеһен ярып үтте. Нимә эшләргә? Сумкаһын ҡуйып, сәсенә барып йәбешергәме? Йығып алып, көсөнән килгәнсе типкесләргә кәрәктер, бәлки. Был кешене бит хатта туҡмап үҙ ҡулдары менән үлтергеһе килгән сағы ла булды.
“Йә, Ғәйшә, нимәһен булдыра алаһың, булдыр. Күрмәйһеңме ни үҙе ҡайтып килгән бит, күҙен йәшереп илап торған була, йәлләтеп. Кем ғәйепле ошо хәлгә ҡалыуында? Ни өсөн йүгереп килеп ғәфү һорап әсәһенең ҡосағына ташланмай? Бәлки, тағы ла әсәһе ғәйеплелер?..”
Эйе, ошо мәлдә әсә башынан мең төрлө уй үтте. Йүгереп барып һуғып ебәрергә теләне - аяғы атламаны, ҡысҡырырға уйланы - тауышы сыҡманы, үҙе һымаҡ танымамышҡа һалышырғамы әллә? Нисек кенә күрһәткәндең ҡонон ҡайтарырға уйлаһа ла йөрәге кире ҡаҡты. Эске бер тауыш:
- Ул бит һинең йөрәк ярып сыҡҡан балаң. Уның кеме бар һинән башҡа? Ҡайҙа барыр был хәлендә? Аңла, Ғәйшә, үҙе йәл булмаһа, ҡорһағындағын йәллә. Бына-бына донъяға тыуырға торған баланың ни ғәйебе бар? Өйөңә индермәй, ҡыуып та ебәрерһең, ләкин был һиңә еңеллек бирерме, төндәрен тыныс йоҡларһыңмы? Был хәлдә күргәс балаңды, һин бит хәҙер берәү түгел, икәү өсөн өҙгөләнәсәкһең. Был ғазаптар һине бит аҡылыңдан яҙҙырасаҡ. Күпте күрҙең, күпте үткәрҙең йөрәк аша, быныһы ла үтер, онотолор. Бәлки, Мәстүрә тәүбәгә килгәндер. Тыуыр балаһын үҙе баҡһын, - тип өндәште. Эске тауыш еңде.
- Һаумы, ҡайттыңмы, ни эшләп инмәй тораһың, асҡыс элекке урынында, - тип ҡорораҡ ҡына өндәште Ғәйшә. Шул саҡ илауынан туҡтап, Мәстүрә ҡара муйыл күҙҙәре менән әсәһенә ҡалҡып ҡараны. Ҡорһаҡлы көйгә ҡосаҡларға уңайһыҙландымы, әсәһенә яҡын килде, әммә ҡосағына алманы.
- Әсәй, теге ваҡыт өсөн ғәфү ит йәме, яңылышҡанмын. Ғәфү ит, - тип йыуашланып, башын аҫҡа эйҙе.
Эй, әсә меҫкен, бисара. Шул ерҙә күпме ғазаплы көндәр, ут йотоп аттырған таңдар онотолдомо, һағыныуы сиктән ашҡан инеме - үҙе ҡосаҡлап иланы Мәстүрәһен.
Бына шулай аятҡа әҙерләнеп йөрөгән Ғәйшә, әруәхтарына мәсеткә барып аят уҡытып, хәйерен биреп ҡайтырға мәжбүр булды.
Хәбәр тиҙ йөрөй. Кисә Әсмә еңгәһе килде хәл белергә. Мәстүрәне күргәс:
- Ғәйшә, һинән дә ошолай бала тыуыр икән? Ҡуйсы, ҡуйсы, нимә етмәгән икән, өлгөрә алмай ҡалырмын тип ҡурҡтыңмы, нишана? Йә, ҡайһы хәлдә ҡайтып ултырған була! Таныныңмы хәҙер әпсәңде, кәрәк булдымы, әсәй? Ҡайҙа балаңдың атаһы, нишләп үҙең генә ҡайтып ултыраһың? Нимә, эшләп аҡса алып ҡайттыңмы, күстәнәскә әсәйеңә баланан башҡа тағы нимә алып ҡайттың? Битһеҙ! Оятһыҙ! Әсә һөтө ебәрмәй ул, әсәйеңдең фатихаһын алмай әҙәм булырмын тип уйлағаныңдыр, - тип теҙеп алып китте.
- Фельдшер Зарифаға барһын, учетҡа торамы, нимә эшләй үҙе әйтер, инде был хәлгә еткәс, балнисҡа ла ебәрер әле. Бараһың, иртәгәнән дә ҡалмай. Әсәйеңдең өйөндә табып ятмаҡ булаңмы? Егеттәр менән йоҡларға белгәс, уныһын да белергә тейешһең. Бар, ыштубы, - тип йән асыуы менән Мәстүрәнең саңын ҡағып алды. Ғәйшә өндәшмәне, элек кем нимә әйтһә лә яҡлап, аралашырға төшә торғайны. Яҡшыны, ҡәҙерҙе белмәгән кешегә, бәлки, шулай кәрәктер, тип уйланы бөгөн. Әсмә нисек төтәп килеп инде, шулай төтәп сығып китте. Ғәйшә үҙе ҡаты бәрелмәҫкә тырышты, бына-бына бала тыуырға тора тип уйланы. Шуға барынса бешерҙе, элекке һымаҡ өҫтәлгә барын теҙҙе. Артыҡ бер ни ҙә төпсөнөп һораманы, тынысланғас, үҙе һөйләр тип көттө.
Элек өйҙә саҡта әсәһенең бешергән ашын ашамайым, тегене ашайым, быны ашайым, тип һайланып ултырған Мәстүрәнең асығыуы үҙәгенә үткәнме, әйтәгүр, нимә ултыртһаң да биҙаланмай ғына ашай.
Ҡайтҡанының өсөнсө көнөнә ишетеп ҡалып, фельдшер Зарифа килде. Ул-был документтарын тултырып, иртәгәнән дә ҡалмай районға барырға ҡушып сығып китте. Райүҙәккә Ғәйшә лә барҙы. Ике көн тикшерелгәндән һуң анализдары насар тип, Мәстүрәне больницаға һалдылар.
Өс аҙна тирәһе больницала ятып ҡыҙ тапты Мәстүрә. Ғәйшә ҡыҙының бала менән ҡайтыуына түрьяҡҡа Мәстүрә үҫкән сәңгелдәкте йүнәттереп ҡуйҙы. Шаршау тегә һалып элде. Тотонолмаған ҙур ғына тасы бар ине, баланы һыу индерергә шуны индерҙе өйгә. Сәңгелдәккә түшәк эшләп һалды. Ҡомалаҡ еҫе борҡотоп әсикмәген бешереп алды. Ҡафыя әбейҙең килене ҡорот менән тотонолмаған балалар йүргәктәре тотоп инде. Мәрүәр бикәме Рәйес ҡәйнешенән ярҙамдан аҡса ла биреп ебәргән. Ғәйшә үҙе ҡыҙ тапҡанда Сәрбиназ тип исем ҡушырмын тип уйлағайны ла, бейеменең күңелен ҡыйманы, уның теләгән исемен ҡуштырғайны.
Больницанан ҡайтып ун көн үтеүгә, Шәкир мулланы алып ҡайтып, ейәнсәренә Сәрбиназ тип исем ҡуштырҙылар.Үҙе лә балалыҡтан яҙа-йоҙа сығып килгәнгәме, аңын-тоңон аңлап та етмәй Мәстүрә. Ғәйшә бейеменең:
- Һыуҙы күп индерһәң, бала күҙгә күренеп ҙурая ул, - тип Мәстүрәне бейеменең көнөнә ике һыу индергәнен иҫенә төшөрҙө. Ғәйшә лә ай тирәһе Сәрбиназды үҙе тәрбиәләне, һыу индерҙе, майланы.
Ошо кескәй генә йән эйәһе менән өйгә ҡот ингәндәй булды. Мәстүрәгә башта һөт төшмәй, балаһына һөтө етмәй йонсотҡайны ла, ҡоротлап һурпа эскәс, аҙна–ун көндән һөт төштө.
Автор:Айһылыу Юнысбаева
Читайте нас: