Изге Байрам бар Ер шарында тыныслыҡ, илдәр араһында татыулыҡ, халыҡтар берҙәмлеге, ғаилә бәхете менән һөйөндөрһөн! Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булып, тормошобоҙға бәрәкәт, киң ризыҡ, ғаиләләребеҙгә хәйерле ғүмер насип итһен!
Халҡыбыҙҙың рухы, ғилеме, үҙ-аңы үҫеп, киләсәк быуыныбыҙ ҙа иманлы булып, динебеҙҙең көс-ҡеүәте артһын!
Илнур хәҙрәт ҒИНИӘТУЛЛИН, Ишембай йәмиғ мәсетенең имам-хатибы.