Йәмғиәт
16 Июнь 2024, 08:00

Изге күңелле имам

Фани ерҙә ҡылған изге эшең, Әйләнеп ҡайтыр бер саҡ үҙеңә. Изге фәрештәң сауап итеп яҙыр, Алып менер Хоҙай күгенә.

Мосолмандарҙың изге байрамы - Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. Уны һәр кем матур ниәттәр менән көтөп ала. Шундай изге кешеләрҙең береһе - халҡы өсөн, Хоҙай хаҡына янып эшләп йөрөгән Ишембай мәсетенең имамы Рәсүл Мөхәмәдйәнов.

Рәсүл Ғәли улы 1987 йылда Белорет районының Үҙәнбаш ауылында тыуып үҫә. Уның күңелендә бәләкәйҙән Хоҙайға, иманға һөйөү уяна, сөнки атаһы ла һәр саҡ иман юлында була, ул тыуған ауылы Үҙәнбашта мәсет төҙөй.

«Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән» тигәндәй, Рәсүл Ғәли улының иманға булған һөйөүе мәктәпте тамамлағас, уны тәүҙә Каир ҡалаһындағы университетҡа белем алырға илтә. Артабан ситтән тороп «Шәриғәт һәм ҡанун» йүнәлеше буйынса Любнан университетын тамамлай. Рәсүл Мөхәмәдйәнов
2011-2020 йылдарҙа Бөрйән районында, 2020-2022 йылдарҙа Хәйбулла районында имам-мөхтәсиб вазифаһын башҡара. 2022 йылда Ишембайҙа яңы ғына төҙөлә башлаған «Нурлы» мәсетенә имам итеп тәғәйенләнә.

Бөгөнгө көндә Рәсүл Ғәли улы Ишембай ҡала мәсетенең имам-мөхтәсибе Илнур Марат улы Ғиниәтуллиндың ярҙамсыһы булып имам вазифаһын башҡара. Һәр аҙнаның йома көндәрендә вәғәздәр һөйләй, Ҡөрьән аяттары уҡый, шулай уҡ аҙнаға бер тапҡыр район имамдарына дәрестәр бирә, уҡырға теләгән һәр мосолман өсөн ойошторолған киске уҡыуҙарҙы ла алып бара. Рәсүл Ғәли улы ҡатыны Лилиә Муса ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Лилиә лә Ишембай мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп теленән белем бирә, ислам ҡанундарын өйрәтә. «Хәлилә» мосолман иттифағын ойоштороусы ла ул. Бына шундай матур мосолман ғаиләһе йәшәй ҡалабыҙҙа.

Ишембай районының барлыҡ мосолмандарын изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем.


Фото шәхси архивтан.

Изге күңелле имам
Изге күңелле имам
Автор:Миңлегөл ИБРАҺИМОВА.
Читайте нас