Йола буйынса байрам вәғәз уҡыуҙан башланды. Ишембай йәмиғ мәсетендә уны имам Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов башҡарҙы. Ул мосолмандарҙы байрам менән ҡотлап, Ҡорбан байрамының тарихы, Ҡорбан салыуҙың тәртибе менән таныштырҙы, мосолмандарға иң кәрәк булған ҡиммәттәр тураһында һөйләне.
Аҙаҡ иһә халыҡ былау, сәй менән һыйланды, йәрминкәлә һатыу итте, ә балалар өсөн күңелле байрам ойошторолдо.
Аллаға шөкөр, Ишембайҙа йылдан-йыл Ҡорбан байрамдары шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Мосолмандар үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡыра, фәҡирҙәр, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә.
Автор фотолары һәм видеоһы.