Йәмғиәт
16 Июнь 2024, 04:00

Хөрмәтле Ишембай халҡы!

Һеҙҙе изге байрам - Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым!

Был көн мосолман календарында иң оло һәм әһәмиәтле байрам. Ул шәфҡәтлек һәм ғәҙеллек, яуаплылыҡ һәм сыҙамлыҡ кеүек ҡиммәттәргә инанған диндарҙарҙың рух көсөн һәм ихтыярын символлаштыра. Беҙҙең райондың төп байлығы – уның халыҡтары араһындағы тыныс һәм килешеп йәшәүе.

Беҙҙең көсөбөҙ һәм барлыҡ башланғыстарыбыҙҙың уңышы берҙәмлектә һәм тупланыуыбыҙҙа. Кешеләрҙе яҡты ниәттәр һәм изге эштәр менән берләштереүсе был байрам һәр йортҡа, һәр ғаиләгә үҙара аңлашыу, тыныслыҡ, шатлыҡ һәм именлек алып килһен!


Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас