Йәмғиәт
14 Июнь 2024, 08:00

Яҡташ яугир өйләнде

Ошо көндәрҙә “Мазай” ҡушаматлы махсус хәрби операция яугиры ғаилә ҡороу өсөн ялға ҡайтты.

Яҡташ яугир өйләндеЯҡташ яугир өйләнде
Яҡташ яугир өйләнде

Егет Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбендә белем ала. Уҡыған йылдарында көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. 2022 йылдың яҙында әрме сафына алына. Ставрополь крайында хәрби уҡыуҙар үтә. Йәш пулеметсыны сентябрь айында Херсон өлкәһенә хәрби полигонға ебәрәләр. Ул унда өсөнсө линияла блиндаждар, окоптар ҡаҙа. Аҙаҡ 20 майҙа хәрби часына ҡайта. Ул дуҫтарының Ватан өсөн хеҙмәт итеүенә, тыныслыҡ өсөн көрәшеүенә һәр саҡ һоҡлана. Егеткә хәрби кеше булыу ҙа оҡшай. Хеҙмәт итеү ваҡыты аҙағына яҡынлашҡанда ул артабан контракт буйынса хеҙмәт итеү ҡарарын ҡабул итә. “Мазай” әйтеүенсә, тыуған ил алдындағы бурыс бөтә ирегеттәргә лә хас сифат булырға тейеш. Бала саҡтан ул шулай тәрбиәләнгән. Шуға ла быйыл февраль айында контракт төҙөп махсус хәрби операция зонаһына юллана. Һалдат Луганский өлкәһенең Кременная ҡасабаһында Таһир Кусимов исемендәге батальонда пулеметсы булып хеҙмәт итә.
Егәрле, бешеренергә оҫта яҡташыбыҙ ашнаҡсы булып та эшләй. Әммә яугир март айында яраланып контузия ала. Бер ай госпиталдә ятып һауығып сыҡҡас, кире яу яланына ебәрелә.

Үткән аҙна “Мазай” тыуған яғына ҡайтып яратҡан ҡыҙы менән никахтарын теркәй. Йәштәрҙең йәш ярымлыҡ улдары Сармад үҫеп килә. Был хаҡта беҙгә яугирҙың өләсәһе
Нурия апай Ғөбәйҙуллина хәбәр итте. Нурия апайҙан ейәненә ни өсөн «Мазай» ҡушаматын ҡушҡандары хаҡында һорашам.

- Рамазан исемле булғас, уны бәләкәйҙән Мазай тип йөрөттөләр. Шуға хеҙмәтендә лә ошо ҡушамат йәбешеп ҡалған. Ейәнем мәктәптә уҡыған сағында уҡ олатаһына эйәреп, электр инструменттары, болгарка, иретеп йәбештереү аппараттары менән эшләргә ярата торғайны. Өйҙө уратып алған кәртәләр уның ҡулдары менән эшләнгән. Әле лә шулай уҡ егәрле, оҫта, етеҙ, - ти бәхетле өләсәй.

Әйтергә кәрәк, Ҡарайған мәҙәниәт йортоноң “Гөлнәзирә” фольклор төркөмө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙға башҡорт милли йолалары менән һуғарылған “Килен төшөрөү”, “Һыу юлы” байрамын ойошторған. Йәштәр никахлашыу сараһын үткәреүҙә ярҙам итеүсе мәҙәниәт йорто мөдире Гөлбикә Сәфәрғоловаға, төркөм ағзалары Зилә, Луиза Ҡотошеваларға, Нурия Бикбаеваға, Тәнзилә Аҡсулпановаға, Фәниә Йосоповаға, баянсы-гармунсы Әмир Йосоповҡа ҙур рәхмәттәрен белдерә.

Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм тыуған яғына ҡарата мөхәббәт - былар барыһы ла ҡыйыу йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Улар беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙҙең маҡсат - яугирҙарыбыҙға ныҡлы терәк һәм ышаныслы ярҙамсы булыу.


Фото шәхси архивтан.

Яҡташ яугир өйләнде
Яҡташ яугир өйләнде
Яҡташ яугир өйләнде
Яҡташ яугир өйләнде
Яҡташ яугир өйләнде
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас