Йәмғиәт
7 Июнь 2024, 15:00

Һәйкәл яңы төҫ аласаҡ

Башҡорт нефтен тәүләп асыусыларға һәйкәл - ҡалабыҙҙың визит карточкаһы. Ул ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәт батырлығы тураһында хәтер символы.

Һәйкәл яңы төҫ аласаҡҺәйкәл яңы төҫ аласаҡ
Һәйкәл яңы төҫ аласаҡ

Ишембайҙар һәйкәлде ремонтлай башлауҙарын күргәндер ҙә. Реставраторҙар йөйҙәрҙе таҙарта, тигеҙләй, гранитты яндыра һәм шымарта. Был турала район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

- Бер ай эсендә һәйкәлдәге эштәр тамамланасаҡ. Ошо иҫтәлекле урынға һаҡсыл ҡарауығыҙҙы һорайым. Зинһар, балаларығыҙҙы социаль объектҡа ҡарата ихтирамлы булырға, вандализмға юл ҡуймаҫҡа өйрәтегеҙ. Сөнки төҙөүселәр балаларҙың самокаттарҙа һәм велосипедтарҙа йөрөүҙәре арҡаһында һәйкәл янындағы билдәләй, - тине ул.

Тиҙҙән иҫтәлекле һәйкәл яңы төҫ алып, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыуандырыр.

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас