Йәмғиәт
6 Июнь 2024, 05:00

Уразбай ауылының күркәм ғаиләһе

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләм - ҡәлғәм, тиҙәр халыҡта. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, бала ла тулы ғаиләлә, ата- әсәһе янында бәхетле үҫә.

Уразбай ауылының күркәм ғаиләһеУразбай ауылының күркәм ғаиләһе
Уразбай ауылының күркәм ғаиләһе

Ғаилә усағын һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү - һәр кемдең изге бурысы. Уразбай ауылында милләт ғорурлығы булған күркәм башҡорт ғаиләләре бихисап. Янбаевтар тап шундайҙарҙан. Миниәхмәт Әхмәҙи улы менән Әминә Ишмөхәмәт ҡыҙы иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк булып 44 йыл татыу донъя көтә. Уларға илһөйәрлек, эскерһеҙлек, тоғролоҡ, ябайлыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ һәм башҡа ыңғай сифаттар хас. Өлгөлө ғаилә йорт тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡсала йәшелсә, емеш- еләк үҫтерә.

Уразбай ауылының күркәм ғаиләһе
Уразбай ауылының күркәм ғаиләһе
Уразбай ауылының күркәм ғаиләһе
Автор:Фатима Дәүләтҡолова
Читайте нас