Еребеҙгә йәмле лә, йәнле лә йәй килде. Һәр кемдең күңеленә йәшәүгә дәрт, илһам биреп атлай ул бар донъяны иңләп-буйлап.
Беҙҙең Иҫәкәй ауылы халҡы ла ошо матурлыҡты аңлап, тағы ла күркәмерәк итеп йәшәү өсөн тырыша. Йәйҙәр етһә гөл-баҡсалар эсендәге йорттарға һоҡланып туя алмайһың. Ә бит былар барыһы ла тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе!
Ауылдаштарым бер-береһенә таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй. Олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған изге йолаларҙы һаҡлай, ҡәҙерләй. Ән Нур мәсетебеҙ ауылыбыҙға ҡот, бәрәкәт таратып, йәм биреп тора.
1 июнь ауыл халҡы дәррәү йыйылып, мәсет тирә-яғын, мәсет ҡаршыһындағы аллеяны таҙартып, ҡоймаларын йәм-йәшел сеткаларға алмаштырҙы, зыяраттың тирә яғын таҙартты. Шулай уҡ ауылға ингән урында банерҙар беркетелгән рамдарҙы буяны. Рәүҙәк аша һалынған күпер ҙә буялды. Ауыл клубы ҡаршыһындағы Һуғыш батырҙарына арнап асылған аллеяның ҡоймалары буялды.
Иҫәкәй ауылында йәшәүсе берҙәм, татыу ауылдаштарым менән һоҡланаһы ғына ҡала. Бар халыҡ әүҙемлек күрһәтте: тырышып, берҙәм эшләне һәм был эштәрҙе «һә» тигәнсә эшләп тә ҡуйҙы. Өмәгә килеүселәр изге эш эшләп, ҙур сауап алғандыр.