Йәмғиәт
31 Май 2024, 14:30

.“Йәшел береттар”ҙың матур йолаһы”

Рәсәйҙә дәүләт сиге һаҡсылары йыл һайын 28майҙа ҡотлауҙар ала. Ишембайҙа байрам саралары йола буйынса ил һаҡсылары скверында башланды.Байрамға йәшел берет кейгән ветерандар, йәштәр,үҫмерҙәр килде. 16-сы мәктәп уҡыусылары ла ил сигеһаҡсыларын ҡотларға ашҡынды.

- Ҡаланың сик һаҡсылары ветерандары дүрт йыл элек
ошо класты шефлыҡҡа алды. Шул саҡтан алып балалар
менән тиҫтәләгән сара үткәрҙек, шул иҫәптән уларҙы
башланғыс мәктәпте тамамлауҙары менән ҡотланыҡ, -
тип уртаҡлашты сик һаҡсылары ғәскәрҙәренең запастағы
сержанты Александр Соболь. – Беҙ мәктәпкә батырлыҡ
дәрестәренә йөрөнөк, осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Йыл
һайын был класс хәрби-патриотик йыр конкурсында ҡатнаша, сағыу сығыштары менән беренсе урындар яулай. Бөгөн беҙ уларҙың башҡарыуында яңы йыр
тыңланыҡ.
Ишембайҙың сик һаҡсылары ветерандары үҙҙәренең
яҡшы йолаларын булдырған. Йәштәрҙә илһөйәрлек
рухын тәрбиәләүҙән тыш, “йәшел береттар” артпроекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ишембай һәм Салауат
рәссамдары менән ижади хеҙмәттәшлек өс ай дауам итә. Сик һаҡсылары, уларҙың ҡатындары һәм балалары авторҙарҙың портреттары өсөн модель булып сығыш яһай. Рәссамдар үҙ эштәрендә уларҙы
ҡәләм, күмер, пастель, майлы буяу, акрил һәм темпера
менән сағылдыра. “Ишембайҙың сик һаҡсылары” тип
исемләнгән күргәҙмәне ҡаланың мәҙәниәт һарайында
күрергә була. Проект сиктәрендә бөтә рәссамдар ҙа
рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Сара барышында абруйлы ҡунаҡтар дәүләт сиге
һаҡсыларына ҡарата күп яҡшы һүҙҙәр әйтеп үтте. Ошо
хеҙмәттең барлыҡҡа килеүенә 106 йыл тулыу уңайынан
ветерандарға наградалар тапшырылды.
Элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт итеү – ҙур яуаплылыҡ.
Ҡасандыр йәшел берет кейгәндәр быны яҡшы аңлай.
- Ил сиге һаҡсылары көнөн ғаиләм менән билдәләйем.
Улым һәм ҡыҙым менән митингыға киләбеҙ, - тип
белдерҙе Александр Недорубов. – Мин хеҙмәтте Алыҫ
Көнсығышта Биробиджанда үттем. Артабан 1993-1995
йылдарҙа тажик-афған сигендә хәрби командировкала
булдым. Бындай хеҙмәт бер ҡасан да онотолмай, сик
һаҡсылары ғәскәрҙәре менән сикһеҙ ғорурланам.
- Мин 1982-1984 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Благовещенск ҡалаһында хеҙмәт иттем. Өлкән телефонист
вазифаһында 16 застава менән бәйләнеш булдырҙым,
- тип иҫкә ала Владимир Бобров. – Отрядта
Ишембай егеттәре күп ине, шуға ла хеҙмәтте
үтеү еңелерәк булды. Беҙ һаман бәйләнеш
тотабыҙ, ғаиләләребеҙ менән ҡатышып
йәшәйбеҙ.
Ошо уҡ көндө Яңы Әптек ауылында сит ил
һағы хеҙмәте ветерандарының һәм урындағы
халыҡтың башланғысы менән “Бөтә быуын сик
һаҡсыларына” һәйкәле асылды.
- Һәйкәл асыу идеяһы күптән бар ине. Ауылда сик һаҡсылары байтаҡ, хеҙмәт ветерандары бар, – тип уртаҡлашты запастағы сержант
Владимир Дмитриев. - Һәйкәлде асыу бик күп
ҡунаҡтарҙы йәлеп итер тип көтмәгәйнек тә.
Беҙ бик шатбыҙ!
Ауыл халҡы ил һаҡсылары өсөн концерт
та әҙерләгәйне, килгән ҡунаҡтар Яңы Әптек
ауылының ил һаҡсыларына наградалар
тапшырҙы.

Автор:Алёна Чернова
Читайте нас