Йәмғиәт
26 Мая 2024, 09:00

Тыуған яҡтан килгән бүләк - иң ҡәҙерлеһе

“Бесс” ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияға 2022 йылда китә. Ошо осорҙа ул өсөнсө тапҡыр тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Сираттағы отпускыһында яҡташыбыҙ 16-сы мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

Тыуған яҡтан килгән бүләк - иң ҡәҙерлеһеТыуған яҡтан килгән бүләк - иң ҡәҙерлеһе
Тыуған яҡтан килгән бүләк - иң ҡәҙерлеһе

Уға тиклем уҡыусылар яугирҙың тыуған көнөнә үҙҙәренең фотоларын ҡуйып һәм теләктәрен яҙып, юрған ебәргәйне. Мәҡәләнең геройы әйтеүенсә, был бүләк уға бик ҡиммәт, сөнки хәрбиҙәр өсөн күңел йылыһын һалып эшләнгән әйберҙәр ныҡ мөһим.

Осрашыу башында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өсөн мәктәп буйлап экскурсия үткәрелде. Ҡунаҡҡа уҡытыусылар етәкселегендә балаларҙың маскировка селтәрҙәре бәйләүҙәре һәм яугирҙарыбыҙ өсөн окоп шәмдәре эшләүҙәре тураһында һөйләнеләр. “Герой партаһы”н да күрһәттеләр - унда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡыу йортоноң элекке директоры Иван Раковтың һәм ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Зәйнетдиновтың портреттары ҡуйылған. “Юнармия”ла торған өлкән класс уҡыусылары автоматты һүтепйыйыу һәм сафта йөрөү әҙерлеге буйынса күнекмәләр күрһәтте.

Һуңынан уҡыусылар ҡунаҡҡа һорауҙарын бирҙе. Шуларҙың береһе - бындай ҡушаматты хәрбиҙең ҡайҙан алыуы тураһында булды. Баҡтиһәң, “Бесс” исеме армияла хеҙмәт иткәндән үк килә икән. Яугир унда өлкән радиотелефонист була һәм уны “Бескультурный” тип атайҙар. Был һүҙ радиостанцияның алты һанлы код һанына тура килмәй. Шуға күрә исемде ҡыҫҡартырға ҡарар ителә, шулай итеп, “Бесс” ҡушаматы барлыҡҡа килә, яугир уны махсус хәрби операцияла ла һаҡлап ҡала. Хәҙер “Бесс” - разведка командиры. Уҡыусыларҙы яугирҙың махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән ни өсөн китеүе лә ҡыҙыҡһындырҙы.

- Күп кенә иптәштәрем махсус хәрби операцияға мобилизацияланды. Ә һуңғы ҡарарҙы мин иң яҡын дуҫым МХО-ға алынғандан һуң ҡабул иттем, - тип һөйләне яугир. - Уның китәсәген ишеткәс тә, икенсе көндө үк, хәрби комиссариатҡа повестка алырға барҙым. Дуҫым менән бер частҡа ебәреүҙәрен һораным. Миңә был хаҡта хеҙмәт урынына барғас, командование менән һөйләшергә кәңәш иттеләр. Шулай итеп мин МХО-ға киттем. Шуны ла әйтеп китәм, беҙгә ишембайҙарҙан гуманитар ярҙам йыш килә, бының өсөн яҡташтарыма барлыҡ яугирҙар исеменән ҙур рәхмәт әйтәм.

Осрашыуҙа “Бесс”тың әсәһе лә ҡатнашты. Ул улының махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән китеүен бер  йыл үткәс кенә белә. Ошо ваҡытҡа тиклем уны мобилизацияланған, тип уйлай. Уҡыусылар “Бесс”тың әсәһенән улының был ҡылығына нисек ҡарауы тураһында ла һораны. Ул ысын ир-егет тәрбиәләй алыуы менән ғорурланыуы тураһында әйткәс, зал алҡыштарға күмелде.

- Ошондай сараға саҡырғандары өсөн 16-сы мәктәп директоры Оксана Бабичеваға һәм район хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловҡа ҙур рәхмәтлемен. Балаларҙың бәләкәйҙән үк илһөйәрлек һүҙенең мәғәнәһен белеүе, олаталары хаҡында иҫтәлекте хөрмәт итеүе, вайымһыҙ һәм битараф булып үҫмәүҙәре бик ҡыуаныслы, - тип билдәләне “Бесс”. - Шулай уҡ уҡыусыларҙың бар нимәне лә дөрөҫ аңлауын күреү шатлыҡлы. Беҙ, 1941-1945 йылдарҙа олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ кеүек үк, неонацистик яуызлыҡты юҡ итәбеҙ, Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ.

Балалар яугирға бик күп һорауҙар бирҙе. Атап әйткәндә, уның ял ваҡытында үҙен нисек тойоуы, махсус хәрби операция зонаһында хайуандар бармыюҡмы икәнлеге һәм башҡа һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. “Бесс” иптәштәре менән яуҙан ҡайтҡанда эт һәм ҡуян балаһын алып ҡайтыуҙары тураһында һөйләне. Ҡотҡарылған хайуандарҙан тыш, уларҙың базаһында ике эт һәм өс бесәй йәшәй икән. Уларҙы беҙҙең яугирҙар һаҡлай һәм ашата.

Был фәһемле осрашыу уҡыусыларҙың һәм махсус операцияла ҡатнашыусының хәтерендә оҙаҡ ваҡыт һаҡланыр, тип уйлайым. Саранан һуң уҡыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Екатерина Ипполитова, 11-се класс уҡыусыһы:

- Беҙҙең мәктәптә бындай саралар йыш була. Бөгөнгө осрашыу ҙа был осраҡтан ситтә ҡалманы. Беҙ яугирҙарыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре һәм блиндаж шәмдәре эшләйбеҙ, гуманитар ярҙам йыйыу буйынса төрлө акциялар үткәрәбеҙ, хәрбиҙәргә хаттар яҙабыҙ. Уларҙан яуап алыуы оло ҡыуаныс. Был патриотик рухты күтәрә. Күп кенә егеттәребеҙ киләсәктә хәрби булырға ҡарар итте. Махсус хәрби операцияға үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙгә һәм унда ҡатнашыусыларға ярҙам итеүебеҙгә шатмын.

Макар Нефедов, 10-сы класс уҡыусыһы:

- Бөгөн ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде, яугирҙың яуаптарын ҙур иғтибар менән тыңланым. Шуны әйтергә теләйем, беҙ класташтарыбыҙ менән хәрби сборҙа ҡатнаштыҡ. Унда тактик, медицина әҙерлеген үттек. Был күнекмәләр беҙгә артабан хәрби көстәрҙә хеҙмәт итеү осоронда ла, тыныс тормошта ла файҙалы булыр, тип уйлайым.

Ульяна Лешкова, 7-се класс уҡыусыһы:

- Минең атайым да 2022 йылдан бирле махсус хәрби операцияла. Әлбиттә, ғаиләбеҙ был ваҡиғаны ауыр кисерә. Бөгөн мин ҡунағыбыҙға “Леший” ҡушаматлы яугирҙы беләме-юҡмы икәнлеге тураһында һорау бирҙем. Һәм “Бесс” атайым менән осрашыуын, уны күреүен, аралашыуын әйтте. Быны ишетеү шул тиклем шатлыҡлы булды. Беҙ атайыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуын көтәбеҙ, махсус хәрби операция тиҙҙән тамамланыр һәм унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла туғандарына әйләнеп ҡайтыр,  тип ышанабыҙ. Беҙ улар өсөн доға ҡылабыҙ, бик көтәбеҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ, сөнки Рәсәй – иң көслө ил!

Осрашыу аҙағында уҡыусылар ҡунаҡ менән фотоға төштө, яугирға һәм уның көрәштәштәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.


Автор фотолары.

Тыуған яҡтан килгән бүләк - иң ҡәҙерлеһе
Тыуған яҡтан килгән бүләк - иң ҡәҙерлеһе
Автор:Артём СОКОЛОВ.
Читайте нас